Бөтә яңылыҡтар

ДӘЛИЛ (Хикәйә) 2-се өлөшө

Гөлсирә ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

ДӘЛИЛ  (Хикәйә) 2-се өлөшө
ДӘЛИЛ (Хикәйә) 2-се өлөшө

– Əллə оҡшамаймы, əсəй? – тип һорағайны Фəнилə Хəйҙəрҙе күрһəтергə тип алып ҡайтҡас. Бүтəн ваҡытта асыҡ, тура һүҙле əсəһенең шымтайып ҡалыуын ғəжəп итте. Ə ул тəҙрə яңағына һɵйəлеп, олоғара ҡайын түмəрҙəрен сəтлəүек кеүек ярған күркəм егеткə ҡарай биреп торҙо ла:
– Һаулығың нисек һуң, балам? – тип һораны тиктомалдан. Мейес ауыҙында теҙлəнеп еҙ самауырҙы кɵл менəн ышҡып маташҡан Фəнилə башта ул һорауҙың əрəсəһен аңламаны. Шунан, эш-маҙар боҙоп ɵлгɵрмəнегеҙме, тигəн мəғəнəне тɵшɵнɵп йəне кɵйɵп китте:
– Эй ошо əсəмдең тупһыҙлығын, – тип үк ебəрҙе. – Мине шул тиклем кем тип белəһең?
– Үтə матур уртаҡ була! – Ни тиклем уратып суратһа ла, ɵгɵтлəһə лə, ҡыҙының ҡолағына ла элмəҫен белгəнгə күрə хəнйəр менəн телгəн кеүек əйтеп һалды əсəһе. Ваҡыт һынауын үткəн аҡылды тыңлап торһа, йəшлек буламы ни ул? “Бɵтɵн белгəнеңде мейеһенə телеп һалып булһа икəн дə!” – тип ɵҙгɵлəнгəнгə əйтте. – Ярар, – тине тағы. – Йəне телəгəн, йылан ите ашаған.

“Үҙе йығылған иламаҫ”, – тип тə ɵҫтəргə ине, тыйылды. Ҡара ҡарға түгел дə һуң, үҙ балаңа алдан уҡ аҙап ҡарҡылдап торорға!
Ə Фəнилə, əсəһенең ҡыҙы, уның əйтеп бɵтɵрмəгəне менəн бəхəслəшкəндəй: “Иламам!” – тине эсенəн генə.
Ҡыҙыҡ инде был əсəһе, хəсрəттəрҙəн ҡурсаламаҡ булып, бɵтɵн бəхетен дə һɵҙɵп алып ҡалған булыр ине, моғайын, шул саҡта ирек бирһəң.
“Ə йылан ите бик тəмле икəн”, – тип əйткеһе килде Фəнилəнең əсəһенə ғүмере буйы. Тик ҡыйманы ғына. Балаһының кейəүҙəн уңғанын ул үҙе күрмəйме ни!
Хəйҙəр ысынлап та йүнле кеше булып сыҡты. Əйтерһең дə, ожмах баҡсаһын үҙе менəн бергə йɵрɵтə. Ҡайҙа барып керһə лə, эргəһендəге тормош тотош йəмлəнə лə китə. Үҙе лə йəшəй белгəн, башҡаларға ла йəшəргə ирек биргəн киң күңелле, мул ҡуллы кешелəр була. Ул – шуларҙың береһе. Шуға ҡайҙа эшлəһə лə яраталар. Ҡайҙа ғына түрə булмаһын, иҙəн йыуыусынан алып урынбаҫарҙарына тиклем, күҙенə генə ҡарап тора. Ғəйептəн тыуып, бəлəкəй генə ауылда аслы-туҡлы үҫкəн етем малайға ҡайҙан килгəндер инде ул батшаларға хас ҡылыҡ-фиғел, аҡ һɵйəктəргə генə хас зауыҡ тойғоһо.
Əллə үҙенə һоҡланғандарын күреп күнеккəнгə, ябай ғына нəмəгə лə һоҡлана белде.
– Хайран ҡалдыраһың мине, Фəнилə, – тигəн булыр ине.
Ə ҡатындың был һүҙҙе ҡабат-ҡабат ишеткеһе килə: яңынан-яңы рецептар табып, тəмле ризыҡтар əҙерлəй, ɵйҙɵ йыйыштыра, гɵлдəр үҫтерə, китаптар уҡый, əҙəбиəт, мəҙəниəт яңылыҡтарына хəбəрҙар булырға тырыша. Хайран ҡала белеүсең булғас, хайран итеүе ҡыйынмы ни яратҡан кешегə.

***

Ҡатын-ҡыҙ Фəнилəнəн ғүмере буйы һушы китеп, үлə яҙып кɵнлəште. Бер йылы ниндəйҙер тантана булды. Коллективта байтаҡ кешегə, улар араһында Фəнилəгə лə, маҡтаулы бер исем бирелгəйне, буғай. Ҙур залға йыйылып, матур һүҙҙəр һɵйлəп, ҡотлап сығарҙылар. Хəйҙəр шуны ҡайҙандыр белеп ҡалған. Эркелешеп сығып килһəлəр, алһыу раузалар гɵллəмəһен тотоп бейек баҫҡыстың икəүһен бер итеп һикереп, ашыға-ашыға күтəрелə. Оҙон ап-аҡ плащының тɵймəлəрен ысҡындырып ебəргəн, сынъяһауҙан кейенгəн. Күҙҙəре балҡыу. Журнал тышынан тɵшкəн кино артисын күргəн кеүек, барыһы ла хайран ҡалып текəлгəндəр ҙə ҡарап тик торалар. Ə ул үҙенəн бер башҡа бəлəкəйерəк ҡатынын шундай ихтирам һəм яратыу менəн ҡосоп, сикəһенə ирендəрен тейҙерҙе лə гɵллəмəһен ҡосаҡлатты. “Ҡурҡма, был раузаларҙың сəнскеһе юҡ", – тине ул. Хатта шундай бəлəкəй генə нəмəлəрҙе лə алдан күҙаллай, хəстəрлəй торған кеше ине шул.
"Ҡалай бəхетлеһең һин, Фəнилə, – тип ҡат-ҡат ҡабатланы ул кɵндɵ хеҙмəттəш ҡатындар. – Беҙҙе лə ваҡыт-ваҡыт маҡтайҙар, беҙҙең дə ирҙəребеҙ бар. Тик уларҙың тормошто байрам яһарға кемеһенең башына етə лə, ҡайһыһының ҡулынан килə?!”

Йəшерəк саҡта Хəйҙəрҙең бер һабаҡташының һɵйлəгəне иҫендə:
– Уҡыуҙы тамамлауға ун йыл тулыуҙы байрам иттек тə, күмəгебеҙ минең фатирға ҡайттыҡ. Хəйҙəрҙең депутатлыҡҡа һайланыр ɵсɵн осрашыуҙар үткəреп йɵрɵгəн сағы, тантанаға һуңланы. Башҡаларыбыҙ ятыша башлаған саҡта ғына шоферы менəн ɵшɵп-туңып килеп инде.
Ныҡ арылғайны. Оҙаҡ ултырманыҡ. Уға шоферы менəн икеһенə бер ҡатарҙан үҙем ятып йɵрɵгəн тахтаға урын йəйеп бирҙем дə пəлтə-мəлтə түшəп ваннаға ятырға булдым. Кейем алырға тип үтеп барғанда күҙем тɵштɵ, ҡарашымды айырып ала алмай торам да торам: ике бите ҡыҙыл ғына булып, тулҡын сəстəрен матур туҙратып, усын яңағы аҫтына һалып тəмле итеп йоҡлап киткəн.
“Тɵн һайын ошо матурлыҡты күрə алған ҡатынғынаһы үҙенең ни тиклем бəхетле икəнен аңламай ҙа инде”, – тип уйланым.
Аңламаған ҡайҙа, иренең сабый кеүек ҡолас ташлап йоҡлағанын ҡарарға ярата ине Фəнилə, хатта йоҡоға ваҡытын йəллəй торғайны.
Белмəйме ни ул, маңлайҙағы ике күҙ бер үҙендə генə түгеллеген. Ҡарағандар, арбалғандар, мɵкиббəн киткəндəр хаттин ашҡан. Тик алыҫтағы болоттоң күлəгəһе кеүек, артыҡ маҙаһыҙламай ситтəрҙең мауығыуы. Ҡыҙғаныуын ғазапҡа əйлəндереп тормоштоң йəмен емермəҫкə ғəйрəте еткəнгə үҙ-үҙенə ғүмер буйы һоҡланды, ғорурланды ҡатын.
Ə шулай ҙа ике рəт түҙеме бɵттɵ уның да.

***

Командировкаһынан бер кɵн алда, йома кис ҡайтып тɵштɵ Хəйҙəр. Йəмле йəй осоро. Баҡсала йəшəгəн саҡ. Ҡапҡа асып инеүенəн үк бер ғиллə барлығын һиҙҙе Фəнилə. Битен-ҡулын саймаҫтан, сəй эсмəҫтəн алда уҡ, үсеккəн бала кеүек бурҡылданы:
– Мунса яҡ.
Фəнилə аптыраңҡырап ҡалды, сɵнки Хəйҙəр мунсаны үҙе яғырға, шартлап торған эҫеһендə иң беренсе булып сабынырға ярата торғайны. Шулай ҙа ғəжəплəнгəнен белгертмəне, ихлас йүгереп мунса ɵлгɵрттɵ. Ни булғанын да тɵпсɵшмəне, – ɵйрəнеп бɵткəн инде – ире сер йəшерə белмəй – хатта артығын, Фəнилə ɵсɵн əрнеткес булған, бер ҙə белгеһе килмəҫтəй нəмəлəрҙе лə һɵйлəп ташлай торған холҡо бар. Əле лə шулай буласаҡ, тик тулышып ҡына бɵтмəгəн, күрəһең.
Ҡыҙарып-бешеп мунса инеп сыҡҡас, сумкаһынан шапылдатып бер коньяк сығарып ултыртты. Шарт-шорт атлап йɵрɵүенəн, бɵтə нəмəне күберəк тауыш сығарып эшлəргə тырышыуынан шəйлəп тора Фəнилə: нимəлер эсен тырнай, ни ɵсɵндɵр үҙен ғəйепле тоя.

Фəнилə шешəне күргəс:
– Күстəнəсең булғас, күршелəргə лə ɵндəшəйек һуң, – тип ҡуҙғалырға иткəйне:
– Бер кем дə кəрəкмəй, – тип ҡырт ҡыҫты. – Икəү эсəбеҙ.
Уймаҡтай ғына һауытҡа һалынған эсемлекте ауыҙына кинəт кенə түңкəреп ҡуйғас, ялбыр башын һəлендереп ултыра бирҙе лə дəһшəтле тауыш менəн:
– Сəлəхиев минең урында ултырғанда уның ҡатыны артынан бер тотам да ҡалмай эйəреп йɵрɵй торғайны, тип əйттемме мин һиңə? – тип һораны.
– Əйттең.
– Ошо донъяны гɵл итəм тип соҡоноп берəй кɵн минəн ҡолаҡ ҡағырмын тип ҡурҡмайһыңмы? – Унан əсəһенə рəнйегəн малай кеүек, үҙенəн дə йəшергəн ҡурҡыу менəн, - Əллə һиңə минең булыу-булмауым барыберме? – тип ҡаш аҫтынан һɵҙɵп ҡарап һораны.
Тороп сығып китте, ағас араһынан йɵрɵп, тыпыр-тыпыр алма ҡойҙо. Байтаҡ ҡына тəмəкеһен ташлап йɵрɵгəн сағы ине, ишектəн тəмəке еҫе керҙе.
Хəбəрен артабан дауамларға ихтыярын йыйҙы шулай.
– Гел генə артымдан эйəреп йɵрɵ тимəйем мин. Тик саҡырам икəн, был буштан ғына түгел бит, – тине яһап ҡуйған эҫе сəйҙе балғалағы менəн сылтыр-сылтыр болғатып. – Кисə тɵндə уянып китһəм, ɵҫтɵмə эйелгəн. Албаҫты кеүек оҙон сəсе менəн сырмап ташланы. Тəне эҫе, ɵтɵп алып бара, хыялый кеүек яратыуын һɵйлəй. Үҙе илай, үҙе үбə. Утын түмəре түгел, ир ҙə баһа мин, Фəнилə. Шулайтып ҡосағыңа һеңеп барған бисəне, аҡ балыҡтай тығыҙ тəнле, уйнаҡлап торған дəртле бисураны карауаттан этеп тɵшɵрɵрлɵк ҡаһарманлыҡ ҡайҙан килһен ти миңə? – тип һɵйлəп ташланы.
Нимə тиһең шул кешегə?

– Үҙемде яратҡан ҡатын-ҡыҙға ҡаршы тора алмайым мин, Фəнилə, – тип быға хəтле лə əйтеп һалғаны бар ине уның. – Үҙе ɵсɵн ɵҙɵлɵп, йəнен һурып бирергə торған əсəмде ҡыуып ҡайтарған атам кеүек була алмайым. Ə уларҙы йəллəһəм, һиңə хыянат була.
Шуға бер һүҙ ҙə ɵндəшмəне ҡатын. Урынды ғына айырым һалған булғайны. Сыуылдашып, бер ɵйɵр дуҫтарын эйəртеп балалары килеп тулғас, эй ҡыуанды, хатта үҙ-үҙенəн йəшерһə лə, сɵнки үҙəге ɵҙɵлɵп һағынғайны.
Шулай ҙа шом ҡалды күңелендə. “Ниңə һɵйлəне əле ул? Əллə ысынтылап оҡшаттымы икəн ул ҡатынды?”
Бер кɵн килеп телефон шылтырағас, тɵшɵндɵ.
– Ебəр уны, – тине бер асыулы тауыш. Иҫəнме-һаумы юҡ. Кем тип һорау юҡ. – Уның мине яратҡанын һаман аңламаныңмы ни?
– Нисек һин шулай ышанып əйтə алаһың? – тине Фəнилə тыныс ҡына. Ғəҙəттəн тыш хəлдəрҙə уның шулай зиһене салт булып, үҙ-үҙен йоҙроҡҡа тɵйнəй торған сифаты бар.
– Кɵҙгɵгə үрелеп ҡара. Мин һинəн ун биш йəшкə йəшерəк.
“Ə һин оятһыҙ ғына түгел, аҡылһыҙһың да”, – тип уйланы Фəнилə сəйер ҡəнəғəтлек кисереп.
– Тимəк, һиңə егерме ете йəш, – тине үҙе. – Əгəр һɵйɵү ҡаш менəн йəшкə генə бəйлəнгəн булһа, урам тулып йɵрɵгəн ун алты йəшлек һылыуҙарҙың мɵмкинлеге һинекенəн күпкə артығыраҡ түгелме?
Шулай ҙа трубканы һалып ҡуйғас, туп-тура кɵҙгɵгə барып баҡты: күҙ тирəһендəге йыйырсыҡтарға ҡағылды, сəсендəге бер нисə бɵртɵк кɵмɵштɵ абайланы. Моғайын, Хəйҙəрҙе ҡыҙғаныу ҙа, ғүмерҙең үтеүенə əрнеү ҙə мейенең бер мɵйɵшɵндə уңайлы мəл кɵтɵп боҫоп торған: ҡапыл ғына биреште лə ҡуйҙы. Быға тиклем хəйлəле бик-йоҙаҡтар, ҡалын диуарҙар менəн һаҡлаған һɵйɵү ҡəлғəһен дошман алдында шар асыҡ ташлап китте лə барҙы Мəскəүгə. Эштə: “Ике айлыҡ курс бар, белемеңде яңыртып ҡайтаһыңмы əллə?” – тип əйтеүҙəре шул тиклем йəтеш һəм ваҡытлы булды.
 

(Дауамы бар.)

ДӘЛИЛ  (Хикәйә) 2-се өлөшө
ДӘЛИЛ (Хикәйә) 2-се өлөшө
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: