(Аҙағы. Башы - bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-03-06/d-lil-hik-y-bashy-3167825?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500,
bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-03-07/d-lil-hik-y-2-se-l-sh-3169201?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500)
Бер нимə лə абайламаған Хəйҙəр аэропортҡа оҙата барғайны.
“Барып урынлашыу менəн шылтыратып əйт”, – тип ҡат-ҡат ҡабатланы.
“Ярар-ярар”ҙан һалдырҙы асыуын йомған ҡатын. Үҙе иһə ɵҫтəлдə Хəйҙəргə оҙон итеп хат яҙып ҡалдырғайны.
Урынлашты, ə хəбəр ебəрергə уйламаны ла. Тик түҙгеһеҙ итеп эс боша. Шундай кəйеф менəн уҡыуҙың ниндəй рəте булһын инде. Шулай ҙа тырышты. Һабаҡташ ҡатындар менəн театрға, музейҙарға йɵрɵй. Йəнəһе, яңы тормош башлай берəү. Ирекле рухлы ҡатын тормошон. “Ирҙəр генəме ни был донъяла, – тип үҙен ɵгɵтлəй. – Ана бит күпме матурлыҡ тирə-яҡта...”
Бер кɵндɵ уҡыуҙан ҡайтып килһə, ҡунаҡханалағы портье йылмайып мɵғжизə һуҙа: əллə ниндəй затлы сəскəлəр тултырылған кəрзин.
– Ханым, һеҙгə, – ти ул. “Ханым” һүҙен ишетеү Фəнилəгə сəйер. Ул тағы ла нығыраҡ ҡаушай. Тик шундай нəзəкəтле бүлəк алған кеше ханым булалыр инде, күрəһең. – Бик сибəр бер əфəнде ҡалдырҙы.
– Яңылышаһығыҙ, – тине Фəнилə. “Яңылышаһығыҙ”ҙы һис шиклəнмəйенсə əйтте. – Минең ундай бүлəк ҡалдырыр кешем юҡ. – Ə күңеле ситлектəге кенəри ҡош һымаҡ дерелдəй.
– Ɵс йɵҙ ун дүртенсе бүлмə. Нурлығаянова Фəнилə Морат ҡыҙына. Һеҙгə, һеҙгə.
Был матурлыҡ алдында ҡаушап, хатта бер аҙ ҡурҡыңҡырап ҡулын һуҙҙы. Гɵллəмəгə кескəй генə ҡағыҙ киҫəге беркетелгəн. Бүлəктең һаман да үҙенə икəненə шиклəнеп, шунда уҡ асып уҡыны. Алтын хəрефтəр менəн " Донъялағы иң гүзəл ҡатынға", – тип яҙылған. Аптырап, алйып, тулҡынланып бүлмəһенə инде. Ут кеүек янған битен тамсылары ла кибеп етмəгəн сəскəлəрҙең рəхəт һалҡынлығында баҫырға телəп кəрзингə эйелеүе булды, ишек шаҡынылар.
Ысын мəғəнəһендə лəззəт аҙнаһы булды уларҙың Мəскəүҙəге был ҡауышыуы. Иң затлы магазиндарға алып инеп матур-матур күлдəктəр алып бирҙе уға ире. Үҙ ҡулдары менəн һаҡ ҡына кейҙерə лə, əйлəндереп-тулғандырып ҡарап сыға. Унан иҙəнгə тубыҡланып итəктəрен тартҡылай, ҡойоп ҡуйған кеүек ултырған күлдəктəн əллə ниндəй ек табып, икенсеһен килтертə. Бəлəкəс кенə, ҡарасман ғына ҡатынының алдында теҙлəнеп йɵрɵп кейем һайлаған дəү кəүҙəле, күркəм иргə мɵкиббəн китеп һоҡланған һатыусылар уның һəр телəген ихлас үтəй. Алдарында ҡыуанып йүгерешəлəр. Бына, ниһайəт, ул күңеленə ятҡан кейемдə туҡтала. Кɵҙгɵгə ҡарап торған Фəнилə лə, һатыусылар ҙа уның зирəк зауығына хайран ҡала. Ысынлап та, быныһы башҡаларына ҡарағанда сағыштырғыһыҙ ныҡ килешə. Ə Фəнилə ошо һоҡланыу солғанышында үҙен наҙлы хан ҡыҙы кеүек тойоп, бəхеттең етенсе ҡатында баҫып тора.
Һағыныуҙары сигенəн ашҡайнымы, мəңгегə юғалттым тигəн ҡурҡыуы, əрнеүҙəре тойғоларын тағы ла лəүкетеп ебəргəйнеме, Фəнилə был юлы үҙе лə, бер ваҡытта булмағанса, туғарылып яратты. Бер тɵндɵ ҡунаҡхананың ағас карауатын һындырып тɵшɵргəстəре:
– Ҡырҡ йəшлек ҡатындар ҡалай яман була икəн, – тип шаяртты Хəйҙəр.
Бəхеттəн яралған тɵпсɵктəре тап туғыҙ ай үткəс тыуҙы.
Əрһеҙ Гɵлəндəмдең эҙəрлəүенə лə яуабы əҙер ине уның был юлы.
– Уйнашҡа ышанған – ирһеҙ ҡалған. Һин, һылыуым, һуңлап ҡуймаҫ борон, кейəүгə сыҡ, – тине бер мəл урамда тап иткəс.
***
Ə шулай ҙа, һис кенə телəмəһə лə, йəнə бер ҡасып ҡараны Хəйҙəрҙəн ҡатыны.
Яман шеш ҡотолғоһоҙ итеп алҡымынан алғас, ике тапҡыр бысаҡ аҫтына ятып, ɵмɵтɵ бер үлеп, бер терелеп йəнə үлгəндəн һуң, һауығыуҙан ваз кисте Фəнилə. Ɵсɵнсɵгə операцияға ятыр алдынан, ҡасандыр алтмыш килограмм булып, əле ябыҡ һарыҡ кеүек кенə тартҡан лəғер кəүҙəһенə ҡарап торҙо ла, бɵтɵн ихтыярын йыйып, ныҡлы ҡарар ҡылды.
“Мин ҡабат һиңə ҡатын булып танһығыңды ҡандыра алмам. Һинең янымда ғазапланғаныңды ла күтəрергə хəлем етмəҫ – кɵс тигəнем мыҫҡал ғына. Шуға тамсыһы ла үҙемдəн артмай. Əйҙə, күңел һаҡлайым тип, бер-беребеҙгə алдашмайыҡ, тураһын уртаға һалып һɵйлəшəйек. Һин тип хыялланып ғүмерҙəрен зая үткəргəн күпме ҡатын бар. Шулар емтек кɵткəн ҡоҙғон кеүек, үлемемде кɵҫəп йɵрɵгəн һымаҡ. Ихлас итеп əйтəм, һɵйəркəлəреңдең ҡайһыһын ғына алһаң да, ризамын. Тик бəхетле генə була күр. Ə мин, бəлки, аҙыраҡ тынысланһам, балалар ɵсɵн йəшəй бирермен.
Больницаға башҡаса килеп йɵрɵмə. Ярама тоҙ һалма. Һине күреү миңə ғазап ҡына. Аҡтыҡ кɵсɵмдɵ алыр. Ə миңə йəшəү ɵсɵн кɵрəшергə кəрəк”, – тип хат яҙҙы ла больницаға ятты. Хəйҙəр командировкала ине.
Врачтар килеп тороп һəйбəт дауалай. Ниндəй генə дауа биреп ҡарамайҙар. Ҡыҙҙары, кейəүҙəре, апай-һеңлелəре ɵҙɵлмəй гел килеп тора. Ире юҡ. Балаларҙан юрый һорашмай атайҙары хаҡында. "Дɵрɵҫ эшлəй. Мин бит үҙем шулай телəгəйнем", – тип үҙ-үҙен йыуатырға тырыша. Аҡылы менəн шулай яҡшыраҡ икəнен дə белə. Тик йɵрəктең үҙ туҡһаны туҡһан: һыҙып ҡына бер туҡтамай кɵн-тɵн əрнеп тора. Хəле бɵткəндəн бɵтə, кибə.
– Сəлəмəтлəнеү яғына китергə тейешһегеҙ бит, апай, – тип ыуалана операция яһаған табип. – Барыһын да дɵрɵҫ эшлəйбеҙ. Əллə берəй нəмə бик борсоймо һуң?
– Бɵтəһе лə һəйбəт, – тигəн була Фəнилə. Ə үҙе ут-ялҡында.
Яраһына тоҙ һалғандай, уның менəн бер палатала ятҡан ҡатынға кɵн һайын һɵйəре килеп йɵрɵй. Ирем, тигəн була ла һуң үҙе. Ғүмер буйы ир менəн йəшəгəн ҡатынды һүҙ менəн генə алдап буламы?
Етмəһə, кɵндəре боҙолоп китте. Ҡояш күренһə, хəле бер аҙ еңелəйер кеүек тə, уныһы мəңге сыҡмаҫҡа əйтеү əйткəн кеүек болот артына боҫҡан.
Ярым ҡараңғы палатаның шыҡһыҙ, ҡайғылы тынлығында иҫе инерле-сығырлы ятҡан саҡта, һаҡ ҡына ишек асылды ла, һиҫкəндереп иҙəнгə тыпыр-тыпыр əфлисундар ҡойолдо. Кɵрəнһыу донъяла күҙҙе һɵйɵндɵрɵрлɵк сағыу биҙəк – алтын йомғаҡ булып улар ҡотһоҙ палата иҙəненəн бүлмə буйлап тəгəрлəп китте. Фəнилə сихырланған кеүек күҙҙəре менəн ул сағыу йомғаҡтарға эйəрҙе. Ə ишек тɵбɵндə Хəйҙəр уға теклəп ҡатҡан.
Һурылып, йонсоп киткəн. Гел генə ялт иттереп йɵрɵргə яратҡан кеше – нисə кɵн ҡырынмағандыр, сикəлəрен шырт баҫҡан. Күҙҙəре шау ғазап. Улар, ҡулындағы шыптырҙан ҡойолоп тəгəрлəгəн əфлисундар кеүек, бына-бына тɵшɵр ҙə ыуалыр...
– Ғəфү итегеҙ, – тип ɵндəште ир Фəнилəнең эргəһендə ятҡан ҡатынға ишек тɵбɵндə торған кɵйɵнсə. – Беҙгə аулаҡлап һɵйлəшергə кəрəк ине. – Тауышы ныҡ ялыныслы. Быға тиклем килгəне булмағас, күршеһе Фəнилəне ирһеҙ бисə тип уйлағандыр, ахыры. Аптырап, бер Хəйҙəргə, бер Фəнилəгə күҙ ташланы ла:
– Əлбиттə, əлбиттə, – тип, һылтыҡлай-һылтыҡлай булһа ла сығырға ашыҡты. Уның артынан ишек ябылып та ɵлгɵрмəне, Хəйҙəр гɵрһɵлдəп Фəнилəнең карауаты янына тубыҡланды.
– Ҡыума мине... – Ҡаҡ һɵйəккә ҡалып, ҡоро күҙ генəлəре ташбайып ятҡан ҡатынын түшəге-нийе менəн бергə ҡосаҡланы. – Телəһəң, йəнемде ал. Тик ташлама. Башҡа сыҙар əмəлем ҡалманы минең.
Ҡыуанырға ла хəле юҡ кеүек ята ине ҡатын. Донъя тотош балҡыны ла китте. Асыҡ тəҙрəнəн сəскəлəрҙең хуш еҫе эркелеп инде. Ҡот ҡайтты тигəне шул, күрəһең.
Иренең шул тиклем танһыҡ, ғəзиз сəстəренə ҡағылғайны ғына, усы аша тəненə тулҡын-тулҡын булып ҡеүəт ағылды.
– Нисек ҡушһаң, шулай итеп, яҙғандарыңдың барыһын да теүəл үтəргə тырышып ҡараным. Тик тəн тартҡанын да йəн тартмай. Аҡылым хуплағанды, йɵрəк кире ҡаға. Үлə яҙып, ɵлтɵрəп торалар – рəхəтлек бирмəй. Ғəҙел түгел был донъя, Фəнилə. Йəнем һиндə, ə һин мине ҡыуаһың.
– Ҡыумайым бүтəн, – тип бышылданы ҡатын. – Үҙемə яҙғанды ятҡа биреү ҡайҙа.
Ҡосаҡлашып оҙаҡ илаштылар. Шунан хəле гел ыңғайға китте Фəнилəнең. Ай ҙа тулманы, ɵйɵнə ҡайтты. Барынса сəлəмəтлегенə шɵкɵр итə-итə, яҙмышҡа рəхмəтен уҡый-уҡый ҡайтты инде тере килеш күрə алмаҫмындыр, тип киткəн ɵйɵнə.
Шунан битəр бергə ваҡыттың һəр минутын ҡəҙерлəп йəшəнелəр ҙə бит.
“Икебеҙгə тигеҙ йəшəргə яҙмаған булһа, унан алда мин китəйем. Был донъяла ул күберəк кешегə кəрəк, – тип ялбарҙы абзыйым буҙ күккə ҡарап олоған һоро бүре кеүек”, – тип һɵйлəгəйне аҙаҡ бикəсе. Шул телəге ҡабул булған тиерһең. Һис кɵтмəгəндə, иртə, аяуһыҙ иртə китеп барҙы.
Ҡатынға һəр ваҡыт йəр генə етһə, ир бер ваҡытта ла һɵйɵү менəн генə мɵрхəтһенмəй, уға тотош донъя кəрəк.
Фəнилə уны һəр саҡ үҙенең ҡосағында, ҡотло донъяларында тоторға телəр ине, əммə Хəйҙəр уны тормош тигəн даръяның тап уртаһына, сɵңгɵлгə ɵҫтɵрəне. Йɵрəге ярылғансы шунда ҡайнаны. Уның байы хайран эштəре ҡалған артынан. Кешелəрҙең рəхмəттəре, мɵхəббəте ҡалған.
***
Рəхəтлəнеп шарҡылдашҡанға тертлəп бɵгɵнгə ҡайтты Фəнилə. Бер тɵркɵм ир-аттың уртаһында еҙ батмус кеүек йылҡылдап Гɵлəндəм нимəлер һɵйлəй.
– Əйҙə, еңгə, табынға саҡыралар, – тип килеп ҡултыҡлап ала баяғы киленсəк.
– Тынысландыңмы инде? – тип йылмая Фəнилə.
– Бер ҡыҙыҡ ҡына нəмə килде башыма, – ти киленсəк мут йылмая биреп. – Һине ни ɵсɵн аҡыллы уҫал тигəндəренә тɵшɵндɵм. Тоғроноң баһаһын белер ɵсɵн ялған, ихластың ҡəҙерен аңларға яһалма кəрəк. Шунан сығып, үҙемдең баяңғы “Нимə тип эйəртеп йɵрɵйһɵң уны?” тигəн һорауыма яуап таптым.
– Ысынлап та, ниңə? – тип хəбəргə ҡушылды бикəсе.
– Гɵлəндəм – Хəйҙəр ағай менəн Фəнилə еңгəнең тойғоларына һынау һəм... иренең тик үҙ ҡатынын ғына яратҡанына иң сағыу дəлил.
Фото: stihi.ru