Бөтә яңылыҡтар

Нисек йәшәйһең, шағир?

Донъялыҡта ошолай күрешеп торорға яҙһын.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Был осрашыуға арыу уҡ ваҡыт үтте инде, әммә ул яҡты тәьҫораттар булып күңелдә һаҡлана. Һүҙем шағир Әхмәҙин Әфтәх тураһында.

Былтыр яҙыусы, шағир, публицист, Рәсәй һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы Әхмәҙин Әфтәхкә 75 йәш тулды. Ул баштан уҡ юбилейын үткәреүҙән баш тартты. Әммә уны ҡотларға тип ишек ҡағыусылар күп ине. Тыуған төйәге – Белорет районының Абҙаҡ ауылынан да рәсми вәкилдәр килеп, ҙурлап китте, башҡа ҡәләмдәштәре лә ситтә ҡалманы. Беҙ ҙә, Өфөлә йәшәгән яҡташтары – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, отставкалағы полковник Айҙар Йомағужин һәм уның тормош иптәше Роза Йомағужина менән бергә шағирҙы өйөнә барып ҡотланыҡ.

Әхмәҙин Әфтәх Яҙыусылар союзында осрашыу үткәреүҙән баш тартҡас, йәшермәйем, башҡа төрлө уйҙар килде, “әллә ауырып киткәнме икән” тип борсолоп та ҡуйылды. Шулай ҙа “Әхмәҙин ағай, беҙ һеҙгә барабыҙ”, – тип шылтыратҡас, ул ихлас ҡыуанды. Бер нисә тапҡыр шылтыратып, килер көнөбөҙҙө аныҡланы.

Шағир ағайыбыҙ Өфө янындағы Баланово тигән ыҡсым ғына ауылда йәшәй. Беҙ килгәндә, ул өй алдындағы ҡарҙы ҡырып көрәп ҡуйып, беҙҙе тышҡа уҡ сығып көтөп тора ине. Уның көрәк тотоп эшләп йөрөгәнен күргәс, күңелгә йылы йүгерҙе: “Ана үҙе йүгереп йөрөй түгелме? Эйе, үҙе шул, көрәк тотоп алған”, – тип юлсыларым менән һөйләшеп тә алдыҡ.

Өйгә үттек. Беҙҙе Рима еңгәбеҙ ҡояштай йылмайып ҡаршы алды. Йорттары йәмле, бөхтә.

Ғөмүмән, Рима еңгәбеҙ менән Әхмәҙин Әфтәх (Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхет­динов) бик матур ҡартлыҡ кисерә. Балалары – ҡыҙы Гөлнара һәм улы Салауат иһә ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Уларҙы тәрбиәле, һөймәлекле, итәғәтле итеп үҫтергәндәр. 

Гөлнара Башҡорт дәүләт педагогия инс­титутын тамамлаған, казначействола эшләй. Салауат иһә Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ҡараған структурала хеҙмәт итә.

Беҙ барғанда Гөлнара Рима еңгәйгә аш бүлмәһендә ярҙам итә ине, бер аҙҙан Салауат та килде. Икеһе лә матур итеп башҡортса һөйләшә. Тимәк, шағир балаларында тыуған телгә һөйөү тәрбиәләй алған, тип һоҡланып ултырҙым аралашҡан саҡта.

Рима еңгәбеҙ – алсаҡ, мөләйем ҡатын. Сығышы менән – Иглин районынан. “Диалек­тыбыҙ буйынса һөйләшәбеҙ, беҙ башҡорт ул”, – тип нәҫеле тураһында ла һөйләп алды.

Әйткәндәй, беҙҙең быуын Әхмәҙин Әфтәхтең шиғырҙарын уҡып үҫте. Яҡташ булараҡ та, ул тыуған Белоретына, атайсалы Абҙаҡҡа йыш ҡайтты. Шулай уҡ уны әҙәби осрашыуҙарға ла саҡырып торалар. Белоретҡа килгәндә “Урал” гәзитенә лә инеп, хәл белеп сыға торғайны.

Тәрән хисле шағир әле лә һис үҙгәрмәгән тиерлек, шундай уҡ саф күңелле, мөләйем, матур йөҙөнән нурлы йылмайыу китмәгән, уйнап-көлөп, шаярып һөйләшә, ваҡыты-ваҡыты менән тәрән уйға сумып ултыра, шунан тос ҡына фекерен әйтеп ҡуя. Был юлы ул күп һөйләмәне, күберәк беҙҙе тыңланы. Һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Беҙгә шағирҙың ейәнсәре, Гөлнараның ҡыҙы – Айһылыу менән дә танышырға насип булды. Йәш ҡыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының магистратураһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, һөнәре буйынса – архитектор. Әле ошо йүнәлештә үҙ эшен асҡан. Айһылыу бәләкәй саҡта уҡ атаһын юғалтҡан.

– Кейәүебеҙ Айсыуаҡ Йәркәй улы Яҡ­шыдәүләтов 2002 йылдың 1 июленән 2 ию­ленә ҡаршы төндә Германиялағы Боден күле өҫтөндәге авиа һәләкәттә мәрхүм булды. Ул борт оҙатыусыһы булып эшләй ине, – тип уртаҡлашты Әхмәҙин Әфтәх.

Гөлнараның бәләкәй ҡыҙы – Мәҙинә Хөсәйенова Өфө ҡалаһының Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се гимназияһында белем ала. Ғөмүмән, Әхмәҙин Әфтәх балаларында ғына түгел, ә ейәнсәрҙәрендә лә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән. 

Осрашыу барышында шағирға йылы теләктәр ҙә күп әйтелде.

– Аҡһаҡал йәшенә еткәнһегеҙ, 75 бик олпат йәш иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-егеттәрҙең һирәктәре генә был йәшкә етә. Әхмәҙин ағай, һеҙ ҡараулы, матур ғүмер кисерәһегеҙ. Киләсәктә лә ошондай тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Кәңәштә­регеҙҙе, һүҙегеҙҙе тыңлап йәшәгән замандаштар бик күп. Һеҙ балалар матбуғатында эшләгәс, һәр ваҡыт балалар кеүек эскерһеҙ, ихлас, шаян булып ҡалаһығыҙ. Киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың шатлығын күреп, уңыштарына ҡыуанып, хөрмәткә төрөнөп йәшәргә яҙһын, – тине Зәки Арыҫлан улы.

Ысынлап та, яҡташыбыҙ йор һүҙле. Мәҫәлән, беҙ унан шиғыр һөйләүен һорағайныҡ, ул беҙгә үҙе үк шаярыу ҡатыш һорау бирҙе:

– Йәш саҡтарҙа мыш-мыш килеп,

Ҡуйында бисә ята.

Олоғайғас, мыр-мыр килеп, 

Янымда бесәй ята.

Һорау: “Ниңә был шиғырҙы татарҙың Туҡайы, Таҡташы, башҡорттоң Бабичы, урыҫтың Лермонтовы менән Пушкины яҙа алмаған, ә Әхмәҙин Әфтәх яҙған, сере нимәлә?”

“Мин беләм, – тине Зәки Әлибаев. – Улар Әхмәҙин Әфтәхтең йәшенә етмәгән”.

Эйе, ошондай матур йәшкә етеү һәр кемгә насип итмәй, шуға ла беҙ ҙә шиғриәт донъяһында был шатлыҡты татыған Әхмәҙин Әфтәх менән осрашып, уның ижады өсөн рәхмәт әйтә алыуыбыҙ менән бәхетле. Ошолай донъялыҡта күрешеп, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә әле.

Белешмә

Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтә­хетдинов 1947 йылдың 31 октяб­рендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы урман йығыусы-артелсе, уңған балта оҫтаһы Мөхәмәтдин Әфтәхетдинов ғаиләһендә тыуған. Татыу ғаиләлә алты бала тәрбиәләнгән.

Ул Абҙаҡ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында тәүге ҡәләмен һынай, урындағы матбуғатта тәүге әҫәрҙәре донъя күрә. Урта мәктәпте тамам­лағандан һуң, Әхмәҙин Әфтәхетдинов башҡорт һәм рус телендә нәшер ител­гән район гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Ошо ярты йыл дауамындағы тәжрибәһе уның арта­банғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай ҙа инде. Өлкән журналистар башлап яҙыусы шағирға кәңәштәре менән ярҙам итә.

Артабан Әхмәҙин Әфтәхетдинов өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә була. Уның тәүге шиғырҙары республика гәзит-журналдары битендә күренә башлай. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Әхмәҙин Әфтәх “Таң” гәзитендә эшен дауам итә.

1969 йылда комсомол путёвкаһы менән Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡала­һындағы “Магнезит” заводында эшләй, “Саткинский рабочий” ҡала гәзите менән хеҙмәттәшлек итә. 1976 йылдан – “Башҡортостан пионеры” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите һәм “Пионер” журналының әҙәби хеҙмәткәре. Артабан 1979 йылдан алып 2007 йылға саҡлы “Аманат” журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, әҙәби бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип булып эшләй.

1995 йылдан – Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы ағзаһы. “Йәшлегем урамдары”, “Беҙҙең тауҙар күккә олға­ша”, “Асыулы болот”, “Тау башында монар”, “Сикләнгән даирә” шиғри йыйын­тыҡтары, “Тамаша”, “Ер тартыуы”  тигән яңы китаптары донъя күргән. Юғары әхлаҡи принциптар пропаганда­лағаны өсөн шағир шул уҡ йылда “Матбуғаттың алтын фонды” айырым билдәһе менән бүләкләнә һәм исемле сертификат эйәһе була.

Әхмәҙин Әфтәхет­динов – Рәсәйҙең, Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы.

- Рәмилә МУСИНА

 

Үлемһеҙ полк

 

Ейәндәргә алсаҡ олатайбыҙ,

Ҡыҙ-улдарға үрнәк атайбыҙ.

Еңеү көнө! Үлемһеҙ полк менән

Өфөм урамынан атлайбыҙ.

Утлы йылдар, оҙон юлдар үтеп,

Мәңгелектең асып шаршауын,

Күҙ йәштәре аша күҙәтәбеҙ

Был ташҡындың ерҙән атлауын.

Ул саҡтарҙа, фото-һүрәттәрҙә

Йәп-йәш атай, йәп-йәш олатай.

Беҙҙең хәтерҙәрҙән юйылмаҫҡа

Киләсәккә ҡарап ул атлай...

Минең атай, һинең олатай.

 Әхмәҙин ӘФТӘХ

 

Читайте нас: