Бөтә яңылыҡтар

Ғәләмәт хәлдәр: водитель енгә осраған

Ниңә икәнен үҙем дә аңламай, йәһәт ынтылып, кабинаның тәҙрәһен яптым. Шул секундта тиерлек уға ҡаты итеп нимәлер бәрелде, терт итеп ҡалдым.

Йәш кенә ҡоҙа тейешле кешебеҙ алыҫ араларға йөк ташый торған иләмһеҙ ауыр, оҙон йөк автомобилен йөрөтә. Халыҡ телендә, руссалап әйткәндә, "дальнобойщик". Уртаҡ туғандарҙа осрашырға тура килһә, ҡайһы саҡта, асылып китеп, юл мажараларын бәйән итә ул. Икһеҙ-сикһеҙ Ватаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә булырға тура килгәс, ғәжәйеп матур урындар тураһында һөйләргә, смартфонына төшөргән ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәрен күрһәтергә әүәҫ, йыйылғандар был күренештәрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарай, фекер алыша. Ә бына аҙаҡҡы күрешкәндә ҡыҙыҡ түгел, ә сәйер, хатта ки өшәнес ваҡиғалар тураһында бәйән итте ул. Уларҙы уҡыусыларыбыҙға ла ишеттерергә булдыҡ. Был донъяның асылмаған серҙәре күп икәне хаҡында һөйләй кеүек был тарихтар...

Беренсе хикәйәт

– Көҙгөһөн илебеҙҙең көньяғына юлға сыҡтым, – тип башланы һүҙен Илнур. – Оҙон юлдың ныҡ арытҡаны тураһында һөйләп тороу артыҡтыр, былай ҙа аңлайһығыҙ. Мин, өс-дүрт сәғәт елдергәндән һуң, мотлаҡ ун биш-егерме минутҡа булһа ла серемгә туҡтайым. Был юлы ла, бара торғас күҙ ҡабаҡтарым ауырайғанын һиҙҙем дә юлдан ситкә төшөп туҡтаным. Тирә-яҡ ап-асыҡ, унда-бында ғына ҡыуаҡлыҡ күренә, бер һүҙ менән әйткәндә, ялан инде.

Ҡояш байыуға табан бара ине. Көн йылы, шуға ла кабина эсе тынсыуланып китмәһен тип, тәҙрәне асыҡ килеш ҡалдырҙым. Урыныма йәтешләп ятып, гел үҙем менән йөрөткән пледты бөркәндем дә күҙемде йомдом. Тирә-яҡта илаһи тынлыҡ, шылт иткән тауыш та юҡ.

Серемгә китеп тә бара инем инде, әммә ҡапыл ғына нимәнәндер шомланып, күҙемде астым. Ниңә икәнен үҙем дә аңламай, йәһәт ынтылып, кабинаның тәҙрәһен яптым. Шул секундта тиерлек уға ҡаты итеп нимәлер бәрелде, терт итеп ҡалдым. Ҡош-фәлән бәрелдеме әллә, тип тәҙрәгә ынтылып ҡараным, ләкин тирә-йүндә бер йән эйәһе лә юҡ ине. Ҡош булһа, уның үҙен күрер, йә булмаһа, осоп киткәнен ишетер инем бит!.. Йоҡом ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Теге тауыш башҡаса ҡабатланманы. Ә бит, алдан әйткәйнем, тирә-яҡ һип-һил ине, исмаһам, бер ниндәй ҡош тауышы ла ишетелмәй ине!.. Нимә булды әле был, тип бер аҙ аптырап ултырҙым да яй ғына ҡуҙғалып киттем.

Тәғәйен ҡалаға барып еткәс, һүҙ эйәрә һүҙ сығып, был хәл тураһында егеттәргә һөйләнем. Улар тәфсирләп бының ҡайһы тирәлә булғанын һорашты ла, баштарын сайҡап ҡуйҙы.

– Ул ер тураһында беҙҙең водитель туғандар араһында күптән төрлө нәмә ишетелә. Хатта яҙылмаған ҡанун да бар, һиңә лә әйтәйек. Унда ғына түгел, ғөмүмән, ҡайҙа йөрөһәң дә, ҡояш байығанда йә төндә юлда булғанда, бер ҡасан да тәҙрәңде шар асып йөрөмә. Эңер, төн – башҡа заттар хакимлығы, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, быға ышанырға тура килә. Параллель донъялар бар тип әйткәндәре тиктәҫкә түгелдер. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Ошоно башыңа һалып ҡуй, – тип шаҡ ҡатырҙылар.

Ошо хәлдән һуң ысынлап та кискеһен кабина тәҙрәһен асып йөрөү ғәҙәтен ташланым. Хәҙерге заман машиналарында нисек теләйһең, нисек кәрәк, шулай – йылыһынмы, һалҡынса еленме – өрҙөртөп ҡуйырға була. Уның ҡарауы, күңелгә тыныс, – тип тамамланы әңгәмәсебеҙ һүҙен.

Ул кистә был хикәйәтте ишеткәндәр баяғы тәү ҡарашҡа сәйер күренгән ҡағиҙәне күңеленә һалып ҡуйҙы...

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Иллюстрация өсөн - Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Ғәләмәт хәлдәр: водитель енгә осраған
Ғәләмәт хәлдәр: водитель енгә осраған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: