Бынан алда алыҫ юлға йөк машинаһы йөрөткән геройҙың ғибрәтле хәлдәр тарихын бирә башлағайныҡ (https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-05-31/l-m-t-h-ld-r-voditel-eng-osra-an-3793064 ). Тағы бер тарихты тыңларға саҡырабыҙ.
Был тарихты инде әңгәмәсебеҙ хеҙмәттәше башынан үткәндәрҙән сығып бәйән итте. Уны тыңлағандан һуң, кешеләр донъяһының икһеҙ-сикһеҙ Ғаләмдәге күрер күҙгә күренгән өлөшө генә икәненә ышанаһың...
...Артур бөгөн инде икенсе тәүлек юлда. Ял итә-итә килә-килеүен, әммә икһеҙ-сикһеҙ, осо-ҡырыйы күренмәгән юлдан күҙ яҙлыҡтырмай барыу үҙенекен итә, арыу тойғоһо арта бара. Юлдан ситтә, берәй аулаҡ ҡына ерҙә туҡтап, тейешенсә серем итеп алмай булмаҫ. Инде кис етеп, ҡояш та күптән офоҡ артына инеп юғалғайны. Ял итеп алыр өсөн иң йәтеш мәл.
Егеттең хәлен тойоп, уйҙарын аңлағандай, фарҙар яҡтыһында алда ҡуйы урман күренде. Артабанғы юл ике яҡлап теҙелгән һомғол ҡарағайҙар араһынан үтә икән, былай булғас.
Ошо уйҙар менән машинаһын юлдан ситкә, урман эсенә үк борҙо. Йәтеш кенә урын һайлап туҡталды.
Артур сит илдә сығарылған, заманса итеп эшләнгән, ғәйәт уңайлы йөк машинаһын йөрөтә. Уның кабинаһы үҙе бер бүлмә кеүек. Ултырғыстарын төшөрөп, киң генә урындыҡ итеп эшләргә лә була.
Егет, тейешенсә ял итеп алырға ниәтләнеп, уңайлы ғына урын әҙерләне. Бер туҡтауһыҙ рулде борғолап барыу үҙенекен итте, тиҙҙән ул серемгә талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
...Машинаһының бер төрлө сайҡала биреп ҡуйыуынан уянып китте. Тойолғандыр ғына, тип уйлап өлгөрмәне, йөк автомобиле тағы еңелсә һелкенде. Ул арала ҡайҙандыр көлгән тауыштар ишетелде. Көлөү шат кәйефле түгел, ә күңелгә ниндәйҙер шом, ҡурҡыу һала торғанға оҡшағайны... Етмәһә, бала тауыштары ине был. Үҙ-үҙенә аптырап: “Кит, ҡара урман эсендә ниндәй балалар йөрөһөн, ти?..” – тип уйлап өлгөрмәне, кабинаһы тәҙрәһенә бәләкәй ҡул үрелде...
Йөрәге сығып килерҙәй булып дарҫлап типкән егет ырғып килеп торғанын, шул ыңғайы, үҙе лә һиҙмәҫтән, машинаһының фарҙарын тоҡандырғанын иҫләмәй ҙә ҡалды. Ә ут яҡтыһында... балалар һындары пәйҙә булды. Улар төрлө йәштә, бөтәһе лә бер ишерәк кейенгән, автомобиль хужаһына ҡарап, сәйер итеп йылмая, эргәләрендә бер-ике өлкән кеше лә күҙгә салына...
Артур нисек һикереп тороп ултырып, рулгә тотонғанын, газға баҫып, оло юлға боролғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Инде асфальтҡа сыҡҡас ҡына, көҙгөгә күҙ һалырға йөрьәт итте ул. Теге һындар күренмәне...
Ҡалған юлын мажараһыҙ үтеп, ҡалалағы базаға барып еткәс, үҙе менән булған сәйер хәл тураһында иптәштәренә бәйән итте. Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә, тигән аҡылды тотоп, Артур башта был хаҡта өндәшмәҫкә лә булғайны, әммә күңелен өйкәгән ваҡиғаны кем менәндер бүлешкеһе килде. Тегеләре шым ҡалып, бүлдермәй тиерлек тыңланы, ара-тирә баш сайҡап, тел шартлатып ҡуйҙы. Һөйләп бөткәнен көтөп алғас, араларынан береһе:
– Дә-ә-ә...– тип һуҙҙы. Икенсеһе:
– Һин, туған, йоҡлап китеп, һаташып ҡына ятманыңмы икән?.. – тип һорап ҡуйҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, Артур үҙе лә, шикләнеп, шулай тип уйлай башлағайны, ләкин... тәҙрәгә һуҙылған сабый ҡулы ып-ысын кеүек ине шул.
Баяғы иптәше, һораусыға ҡарап, “юҡ” тигәнде белдереп баш сайҡаны.
– Ишеткән бар ине был хаҡта... Төнгө юлсылар араһынан был һындарҙы күреп ҡалған кеше бер Артур ғына түгел шул. Ул туҡтаған урман яғында боронораҡ балалар йорто булған, тип һөйләйҙәр. Төндә ҡапыл янғын сығып, күп бала, улар менән бергә ҡайһы бер тәрбиәселәре лә һәләк булған икән. Күрәһең, ике донъя араһында һаман аҙашып йөрөйҙәрҙер...
Был ваҡиғанан һуң Артур бер ҡасан да урман эсенә инеп ял итергә туҡтамай. Йәнәштәге күрер күҙгә салынмаған донъя эйәләрен борсорға ярамағанын ул хәҙер аныҡ белә...
Тарихты Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА тыңланы.
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.