Бөтә яңылыҡтар

Иртәгәһенә улы шылтыратманы...

Әсәй кеше үҙенә урын тапманы, ә иртән... тиктомалдан тамағы ауыртып, тауышы үҙгә­реп килеп торҙо. Бала менән әсә араһындағы күҙгә күренмәҫ бәйләнеш шундай ныҡлы икәнлегенә миҫал кеүек булды был хәл (булған хәл).

Иртәгәһенә улы шылтыратманы...
Иртәгәһенә улы шылтыратманы...

Дауаханала оло йәштәге апай менән бер палатала ятырға тура килде. Һәр өлкән кешенән мәрхүм әсәйемдең һыҙаттарын эҙләү ғәҙәтемә ингән. Һаман да асыҡ зиһенле, боронғоһон да, хәҙергеһен дә берҙәй хәтерләп, еткерә һөйләй алыуы, әллә ни бәлә һалмай, ҡулынан килгәндең барыһын да үҙе башҡарырға тырышыуы, шәбәйеп китеү маҡсатында табиптарҙың һәр әйткәнен еренә еткереп үтәүе, балаларының хәстәрҙәре менән яныуы, тормошто ныҡ яратыуы – күҙәтеүсән булмышым палаталашымдың ошо ҡылыҡ-фиғеле менән әсәйемә бер аҙ оҡшаш булыуын танып, үҙенә айырым ихтирам, иғтибар менән ҡарауға сәбәпсе булды...

“Исемем Динә, тик ғүмер буйы Зина тип йөрөттөләр, шулай әйтеүе анһат булғанғалыр инде”, – тип таныштырҙы ул үҙе менән. Ә бына минең исемде иҫендә ҡалдыра алмай аҙапланды: йә Резеда, йә Рая тип өндәште. Әсәйем дә ҡайһы берҙә исемдәрҙе бутап, һәммә ҡыҙҙарыныҡын һанап алып китә торғайны. Ярай, кем тиһә лә, миңә төбәп әйткәне аңлашыла бит.

Аралашыуға ихлас апайҙың ғаилә хәлдәре тураһында ла тәүге көндө үк хәбәрҙар булынды: ире ун йыл элек йөрәк сиренән ва­фат булған, ул да ҡасандыр ошо дауаханала ятҡан. Өс ул үҫтергәндәр, уларҙың барыһы ла юғары белем алып, үҙ яртыһын табып, матур итеп донъя көтә. “Әле яландай өйҙә бер үҙем йәшәйем. Уландарым үҙҙәренә саҡырыуын-саҡыра ла, килендәр ҙә һәйбәт... тик миңә шулай уңайлы. Бесәйем менән көңгөр-ҡаңғыр ғүмер кисерәбеҙ. Бергә йәшәмәһәк тә, балалар һис яңғыҙ итмәй, көн һайын әле береһе, әле икенсеһе килеп, хәлде белеп, ярҙам итеп китә. Көс барҙа үҙ өйөңдә үҙ көйөңә йәшәүгә ни етә! Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҙурайышып, кемеһе ҡырҙа уҡый, кемеһе ғаилә ҡороп, үҙаллы йәшәп ята. Аллаға шөкөр, барыһы ла тәртипле, тәүфиҡлы”, – тип яҡындары тураһында шундай ихлас йылылыҡ менән һөйләгән апайҙы телефон шылтыратыуы ғына бүлдерә.

“Иң өлкәнем...” Тауышы ныҡ асылған­лыҡтан, һүҙҙәре асыҡ ишетелә – унда хәстәрлекле ир әсәһенең хәле, бөгөн нисек дауалауҙары тураһында һораша, “ә үҙегеҙ ни хәлдә?” тигән һорауға “барыһы ла яҡшы, беҙҙең өсөн борсолма” тип яуаплай. Һәр бер ейән-ейәнсәренең хәле тураһында ла белгеһе килә үҙ хәле үҙенә саҡ өләсәйҙең. Өйҙә яңғыҙ ҡалған бесәйен дә онотмай: ашатҡандармы, алдына һыу ҡуйғандармы һ.б. Телефонын һалғас, яҡшы хәбәрҙәргә ҡәнәғәт булып, бер килке түбәгә ҡарап уйланып ятып тора.

Яңынан һүҙ ялғанып өлгөрмәй, бер аҙҙан уртансы улы (быныһы инде дауалаусы табиптан да әсәһенең хәлен һорашып тора) шылтыратып, шундай уҡ йылы, ҡайғыр­тыу­сан һөйләшеүҙең шаһиты булабыҙ. Артабан ҡәҙерлеһенең хәлен төпсөк улы белешә. Шунан китә килендәре, ейән-ейәнсәре, күршеләре. Һәр береһе яҡын кешеһенең тиҙерәк һауығып сығыуын теләй. Динә апай сире тураһында ғына һөйләп, зарланып ятмай, сағыу тауышы менән теге остоң эштәре, яңылыҡтары тураһында ҡыҙыҡһына, үҙенсә кәңәштәрен дә бирә. Был ғаиләлә оло кешенең абруйы ҙур булыуы, уның менән иҫәпләшеүҙәре күренеп-аңлашылып тора.

Бында ятҡандың икенсе көнөнә үк белеп тә бөттөм: улдары һәр көн ике тапҡыр – ир­тәнге һәм киске сәғәт һигеҙ тирәһендә шылтырата. Әллә үҙ-ара шулай килешкән­дәрме икән тип тә уйлағайным тәүҙә, аҙаҡ аң­ла­уым­са, был ғаиләлә шундай тәртип-ҡа­нун юл­ға һалынған. Бер-береңде яҡлау, ҡәҙер­ләү, хәстәрләү ололарҙан йәшерәктәргә күсә кил­гән йола кеүек бит ул – ояһында ни күрһә...

Ә бер көнө кесе улы сиратты боҙҙо: шылтыратманы. Шунда әсәй кешенең нисек ҡайғырғанын күрһәгеҙ! Әле тегеләй, әле былай борғоланып ятты ла үҙе кинйәһенең телефон һандарын йыйҙы. Һиҙгер әсә күңеле шунда уҡ иғтибар итте: тауышың үҙгәргән бит, улым, ни булды, тип төпсөштө. “Әҙерәк һыуыҡ үткән”, – тине уныһы. Ныҡлап һораша торғас, улы менән килененең ковид менән сирләүен асыҡланы. Бына ошо бер сәбәп әсәгә ныҡ тәьҫир итте лә инде: ҡан баҫымы күтәрелеп, йоҡлай алмай сыҡты ул төндә. Әсә ғәзиздәре менән бергә ауырыны кеүек, ыңғырашты, үҙенә урын тапманы, ә иртән... тиктомалдан тамағы ауыртып, тауышы үҙгә­реп килеп торҙо. Бала менән әсә араһындағы күҙгә күренмәҫ бәйләнеш шундай ныҡлы икәнлегенә миҫал кеүек булды был хәл.

Табиптың ҡарауын көтмәй үҙем белгәнсә дауалау эшенә тотондом: тамағын сода менән нығытып сайҡаттырып, эҫе сәй эсерҙем, вирусҡа ҡаршы дарыу ҡаптырып, ябындырып һалдым. Бәхеткә, тырышлыҡ бушҡа булманы: бер-ике сәғәттән Динә апайҙың хәле яҡшырҙы.

Шулай бер шәбәйеп, бер сирләп киткән оло кеше өсөн бер шатланып, бер көйөп көндәр үтә торҙо. Минең дауахананан сығыуыма “һинһеҙ ҡыйын булыр инде” тип бер аҙ эсе бошҡандай булһа ла, һауығыуыма ысын күңелдән ҡыуанып ҡалды Динә-Зина апай. Һәр хәбәрен, хәлен йөрәгемә яҡын ҡабул иткәнлектән, миңә лә уны ҡалдырып китеү ҡыйыныраҡ булды.

Бына шулай, өс баһадир үҫтергән, һаман уларҙы бер ҡорға туплап йәшәгән бәхетле әсәй менән осраҡлы ғына таныштырҙы дауахана юлы. Әсә менән уландары ара­һын­дағы матур, татыу, үҙ-ара хәстәрлекле мөнә­сәбәт үҙ әсәйем менән атайымдың өлөшөнә төшкән яҙмышҡа ла оҡшаш: улар ҙа өс улға ғүмер биреп, ысын ир-егеттәр үҫтерҙе (ә биш ҡыҙҙары – үҙе айырым бер тема), балаларын бер йоҙроҡтай туплап, үҙ-ара дуҫ, берҙәм, яр­ҙам­сыл, ололарға – ололоҡло, кесе­ләргә кеселекле булырға кәрәклекте аңдарына мәңгелеккә һеңдереүгә өлгәште.

Г. Мозафарова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: