Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала

Был китапҡа Мортаза Рәхимов үҙе фатиха биргән.

Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Сибай институтын булдырыусы шәхес Зиннур Йәрмөхәмәтовтың иҫтәлегенә арналған китап менән танышыу кисәһе уҙҙы. Был ваҡиғаға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, билдәле драматург Наил Ғәйетбаев кеүек абруйлы ҡунаҡтар һәм Зиннур Ғөбәйҙулла улының хеҙмәттәштәре, яҡташтары йыйылды.

Зиннур Йәрмөхәмәтов халыҡ хәтерендә Сибай ҡалаһын Башҡортостандың Урал аръяғының баш ҡалаһына әйләндереүсе етәксе, Сибай институтына нигеҙ һалыусы, тыуған яғын һәм яҡташтарын яратҡан юғары мәҙәниәтле, тәрән аҡыллы шәхес булараҡ йәшәй. Көньяҡ Урал райондары халҡы Зиннур Ғөбәйҙулла улының Сибай ҡалаһына етәкселек иткән осорон әле лә һағынып иҫкә ала. Тап шул йылдарҙа ҡалала бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсаһы, филармония, “Сулпан” балалар театры, башланғыс музыка мәктәп-лицейы, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы менән Өфө сәнғәт училищеһының филиалдары, Күҙ микрохирургияһы үҙәге, перинаталь үҙәк һәм башҡа объекттар асыла.

– Зиннур Йәрмөхәмәтов – халыҡ өсөн күп хеҙмәт иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Ул янып эшләмәһә, моғайын, Сибай институты ла булмаҫ ине. Төпкөл ауылдарҙағы һәләтле йәштәр юғары белем алһын, тыуған ерҙәрендә эшләһен, ситкә китмәһен тигән маҡсат менән ул тиҙ арала көслө коллектив тупланы, кадрҙар йәлеп итер өсөн 100 ғаиләгә бушлай фатир бирҙе. Әгәр республика күләмендә юғары вазифа биләһә, тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыр ине. Зиннур Ғөбәйҙулла улын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, – тине Зариф Закир улы.

Китапты Зиннур Йәрмөхәмәтовты яҡындан белгән ике шәхес төҙөгән: Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Сибай институты уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов менән Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова.

– Баймаҡ районы ауылдарының тарихына,  шәхестәренә арналған китаптарым баҫылып сыҡҡан һайын уларҙы Зиннур Ғөбәйҙулла улына бүләк итә торғайным. Бер күрешкәндә: “Ҡасан һеҙҙең хаҡта китап яҙабыҙ?” – тип һораным, тик ул ризалашманы, тыйнаҡлыҡ һаҡланы. Шулай ҙа Мәскәүҙә йәшәгән сағында был тәҡдимгә ыңғай яуап ҡайтарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙер китапты күреп өлгөрмәне, – тине Ирек Бикмәтов.

Китапты төҙөү эштәре ике йыл дауам иткән. Уны нәшер итеү буйынса сығымдарҙы Сибай институты үҙ өҫтөнә алған. Хәтирәләр йыйынтығы 500 данала баҫылған.

– Эште Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән яҡындан аралашҡан һәм бергә эшләгән шәхестәрҙән хәтирәләр йыйыуҙан башланыҡ. Тәүге яуапты Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтан алдыҡ. Ул бик йылы эстәлекле, йөкмәткеле хатында Зиннур Ғөбәйҙулла улының тормошона һәм эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Быны беҙ ил ағаһының буласаҡ китапҡа фатихаһы тип ҡабул иттек, – тине Рәүилә Хәсәнова.

Кисәлә Зиннур Йәрмөхәмәтов тураһында йылы хәтирәләр һәм уның исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Ике йыл элек Сибай институтында арҙаҡлы шәхескә таҡтаташ асылғайны, киләсәктә ҡала урамдарының береһенә уның исемен бирергә кәрәк, тине йыйылыусылар.

Зиннур Йәрмөхәмәтов 1948 йылда Баймаҡ районының Хәсән ауылында донъяға килә. 2022 йылдың 20 июнендә Мәскәү ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә.

Кисәнең видеояҙмаһын Милли китапхананың төркөмөндә ҡарарға мөмкин.

Фото һәм видео: Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.

Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: