Бөтә яңылыҡтар

Рәмил Туйсин Һәрешҡужа башына ни өсөн менгән?

Йыр ҙа, тау ҙа бик матур!  

Рәмил Туйсин Һәрешҡужа башына ни өсөн менгән?
Рәмил Туйсин Һәрешҡужа башына ни өсөн менгән?

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты. 

"2022 йылда "Йырлы тарих" тип аталған тапшырыу төшөргән инек,бөгөн ошо проектты тыуған ауылымда дауам итергә булдым әле", - тип яҙҙы ул. Рәмил Париж улы сираттағы йырлы тарих менән таныштырыу өсөн тыуған төйәгендәге - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы янындағы Һәрешҡужа тауы башына күтәрелгән һәм ошонда ул ул "Һәрешҡужа" тигән башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Ул шулай уҡ тауҙың тарихы менән таныштырып үтә. 

Һәрешҡужа тауы башынан эргә-тирәләге 12 ауыл күренә. Был урын боронғо замандарҙа, айырыуса барымта-ҡарымта осоронда, күҙәтеү, һаҡта тороу өсөн уңайлы булған, уның итәгендә кәңәш ҡорҙары, йыйындар үткән. Ошоға бәйле исеме "һәр эшкә хужа" тигән һүҙбәйләнештән барлыҡҡа килгән тигән фараз бар. 

Ә инде йырҙың тарихына килгәндә, Таулыҡай ауылынан Ғәле Фәхретдинов бына нимә ти:

"Гөлдәр һеңлем Ишкинина сәнғәт институтында уҡыған осорҙа күп кенә халыҡ йырҙарын төрлө ауылдарҙа булып яҙып алған ине. Шуларҙың араһында Баймаҡ районындағы билдәле тау Һәрешкүжәгә арналған йыр ҙа бар. "Һәрешкүжә тауы" йырын ҡартәсәйем Мусина Хәҙисәнең бер туған һеңлеһе, инәйем Йәноҙаҡова-Ғәйетбаева Кәримә Хәмзә ҡыҙы (1909- 1994) сығарған. Йырҙы Рәмил ҡустыТуйсинға ебәргән инем.Бына, ниһайәт, йырҙы ишетергә насип булды. Рәмил ҡустыға ҙур рәхмәт. Артабан да уңыштар насип булһын шәп йырсы, оҫта музыкант егетебеҙгә!", - тип яҙҙы Ғәле ағай. 

Сығанаҡ: Р. Туйсиндың һәм Ғ. Фәхретдиновтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән. 

Фото: видеояҙманан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: