Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәттең сиктәре юҡ

Республикабыҙҙа мәҙәниәт тармағы, уға хеҙмәт иткән кешеләр, айырыуса баш ҡаланан ситтә булғандары, иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Улар өсөн дәртләндереү саралары уйлап табыла, ең һыҙғанып эшләү өсөн матур шарттар тыуҙырыла.

Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ

Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһе һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур үҙгәрештәр кисерә, ҡаҙаныштар менән ҡыуандыра. Был, әлбиттә, республика етәкселегенең айырыуса иғтибары, ярҙамы тураһында һөйләй. Кесе Ватаныбыҙҙа берҙәм мәҙәни киңлектәр – модель китапханалар, социо-мәҙәни үҙәктәр, заманса мәҙәниәт йорттары барлыҡҡа килә, тормошобоҙҙоң рухи яғы өсөн яуаплы ойошмаларҙың мәтди-техник базаһы нығытыла, кадрҙар туплана, уларға социаль яҡтан ярҙам саралары булдырыла, республиканың йөҙөн билдәләрлек ҙур мәҙәни проекттар ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бай мәҙәни мираҫын һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Башҡортостан Башлығы беренсе АРТ-ҡоролтай ваҡытындағы сығышында: “Мәҙәниәттең сиктәре юҡ. Ул гражданлығына, милләтенә, диненә ҡарамай, кешеләрҙе берләштереп торған инструмент”, – тигәйне. “Хәҙерге заманда мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора”, – тигән һүҙҙәре лә йәшәйешебеҙҙең аҫыл төшөнсәләрен тағы бер иҫкә төшөрә. Шуға күрә лә республикабыҙҙа мәҙәниәт тармағы, уға хеҙмәт иткән кешеләр, айырыуса баш ҡаланан ситтә булғандары, иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Улар өсөн дәртләндереү саралары уйлап табыла, ең һыҙғанып эшләү өсөн матур шарттар тыуҙырыла. Атҡарылған эштәрҙең ни ҡәҙәр күләмле икәнен аңлар өсөн, һандарға күҙ һалыу ҙа етә. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһенең дөйөм бюджеты ошолай: 2019 йылда – 11,794; 2020-селә – 11,619; 2021-селә – 11,701; 2022-селә – 12,705;  2023-сөлә 14,410 миллиард һум. Быйыл, иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, 14,486 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Иғтибар итеп ҡараһаң, ярҙам күләме йылдан-йыл артып бара – ошо дәлил генә лә дәүләт тарафынан булған хәстәрлек тураһында күпте һөйләй.

Һуңғы йылдарҙы берәмләп барлай китһәк, 2019 йыл Башҡортостан тарихында ныҡ әһәмиәтле ваҡиғаһы менән ҡалды – республикабыҙҙың 100 йыллығы билдәләнде. Кесе Ватаныбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына, данлы театрыбыҙ – Башҡорт дәүләт академия драма театры асылыуға 100 йыл тулыуы менән тап килде. Оло юбилейҙарға бәйле бик күп әһәмиәтле, күләмле саралар үтте, “Беренсе республика”, “Өс таған”, “Һеңлекәш” фильмдары төшөрөлдө һәм ҙур уңыш менән барҙы. Театрҙарыбыҙ ҙа яңы премьералар менән ҡыуандырҙы, ә Опера һәм балет театрында “Аттила” ҡуйылды, ул Илдар Абдразаҡовтың режиссер булараҡ дебюты ине. Ошо спектакль һәм “Дон Кихот” операһы киләһе йылына илебеҙҙең баш ҡалаһында – Ҙур театрҙа күрһәтелде.

2020 йылда инде пандемия ишек ҡаҡты. Ошоға бәйле, ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Тармаҡ өсөн был, әлбиттә, ҙур һынау булды. Шуға ҡарамаҫтан, хәл итеү юлы табылды: концерт, спектаклдәр тамашасыға интернет селтәре аша “килде”. Йыл дауамында 10 меңгә яҡын сара үткәрелеп, уларҙы 30 миллионлап кеше ҡараны. Ә Башҡорт дәүләт драма театры коллективына йыл аҙағы көтөлгән шатлыҡты бүләк итте: театрҙа ремонт тамамланып, ул ҡайтанан тамашасыларын үҙ бинаһында ҡабул итә башланы. Опера театры “Аттила”ны Мәскәүҙә, Ҙур театр сәхнәһендә ҡуйҙы. Һәм шул йылда беренсе “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы үткәрелде, ул халҡыбыҙҙың традицион кейеменә ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер көсәйтте, уның тарихи өлгөләрен тергеҙеүгә этәргес булды, күп оҫталарҙың исемен асты. Конкурс артабан йәшәй, үҫә, яңынан-яңы оҫталар менән таныштыра.

Халыҡтарҙы берләштергән оло күркәм байрам – Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө лә 2020 йылда республикабыҙ башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы барлыҡҡа килде һәм йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Ошо юҫыҡта башҡорт милли кейеме деталдәренә нигеҙләнеп тегелгән эшлекле кейем барлыҡҡа килде, уны йәмғиәтебеҙҙә таныулы булған шәхестәр яратып кейергә лә әүәҫләнде.

2021 йыл да республикабыҙҙың мәҙәни тормошо иҫтә ҡалырыҡ ваҡиғаларға бай булды. Иң мөһим сара, әлбиттә – Башҡортостандың исемен ярты донъяға яңғыратҡан VI Бөтә донъя Фольклориадаһының беҙҙә уҙыуы. Ул 37 илдән бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Тарихҡа инеп ҡалған оло сарала рекорд кимәленә еткән ваҡиғалар булды. “Дуҫлыҡ хороводы” 57 илдең 71 милләте вәкилдәрен йыйҙы, унда – 2700-ләп кеше, ә “Өфө-арена”лағы Фольклориаданы асыу тантанаһында меңдән ашыу артист ҡатнашты. Фестиваль барышында сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республикабыҙ буйлап сәйәхәт итте, 22 районда 61 концерт ҡуйылды.

Беренсе “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумы ла ошо йылда ойошторолдо. Уның барышында республикабыҙ Башлығы йәш белгестәргә ярҙам йөҙөнән атҡарыласаҡ “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тураһында иғлан итте. Шул йылда баш ҡалабыҙҙа Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы асылды, мәҙәниәт ирекмәндәренең беренсе халыҡ-ара лагеры эшләне. Милли симфония оркестры илебеҙҙең ике ҙур залында – Мәскәүҙәге Чайковский исемендәге Концерт залында һәм Санкт-Петербург филармонияһының Ҙур залында концерт бирҙе, Опера һәм балет театры Мәскәүҙә Ҙур театрҙа “Дон Кихот” ты ҡуйҙы. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса тәүге модель китапхана ла 2021 йылда асылды.

2022 йылда, пандемияға бәйле һуңғы ике йылдағы сикләүҙәрҙән һуң, рухи байлыҡ сығанағы булған ойошмалар дәррәү эшкә тотондо. Башҡортостан мәҙәниәте өсөн сағыу ваҡиғаларға бай йыл булды ул: форумдар ,фестивалдәр, конкурстар, премьералар, фильмдар, яңы концерттар, күргәҙмәләр. Йыл Башҡортостанда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы билдәһе аҫтында барҙы. Башҡортостан Башлығы ҡармағында Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет та булдырылды. Ул йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулды, ошоға бәйле бихисап саралар үткәрелде, “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлөп бөттө. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Садко” операһының премьераһы үтте, был театрҙың иң сағыу, иң күләмле әҫәре булып тарихҡа инде, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Киләһе, 2023 йылда, опера Мәскәүҙә, Ҙур театрҙа ҡуйылды.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры сирек быуат эсендә беренсе тапҡыр Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында тамаша ҡуйҙы. Халыҡ инструменттары милли оркестры өсөн дә йыл иҫтәлекле булды: коллектив Рәсәйҙең иң төп концерт сәхнәһендә – Кремль һарайы залында сығыш яһаны. Бының менән туҡталып ҡалманы, 2024 йылда ла республикабыҙҙың данлы коллективтары федераль майҙандарҙан яңғыраны.

Башҡортостандың мәҙәни даирәһе “Урал менән Шүлгән” спектакле менән байытылды – уны Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡуйҙы. Хореографик әҫәр ансамбль тарихы өсөн генә түгел, ә ғөмүмән мәҙәни тормош өсөн уғата үҙенсәлекле, мөһим күренешкә әйләнде.

Шулай уҡ 2022 йылда Өфөнөң Совет майҙанында яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә арналған монументаль ансамбль ҡоролдо. Легендар комдив, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов был мөһабәт колоннаның үҙәге булып тора. Совет майҙаны хәҙер мөһим мәҙәни сараларҙы үткәреү урыны булып танылды, бында ил күләмендәге, халыҡ-ара кимәлдәге бай йөкмәткеле, күмәк халыҡты йыйған ҙур саралар ойошторола. Ошо уҡ йылда Башҡортостан “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына ла эйә булды.

2023 йылда йолаға әйләнгән – мәҫәлән, “Евразия йөрәге” фестивале, мәҙәни форумдарҙан тыш, яңы проекттар ҙа ғәмәлгә инде. Һуңғылары иҫәбендә балалар өсөн “Әйҙә, уйнарға!” фестивален, быйыл инде икенсе тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара Китап байрамын телгә алып китергә кәрәк.

Күп һанлы мәҙәни сараларҙан тыш, “Мәҙәниәт” милли проекты ла (национальный проект “Культура”) республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул беҙҙә өс йүнәлеш буйынса алып барыла: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Әйтәйек, һуңғы өс йылда ғына беҙҙә 72 мәҙәни объект яңыртылған һәм төҙөлгән, уларҙың күп өлөшө уҙған йыл сафҡа индерелгән, 17 сәнғәт мәктәбе йыһазландырылған, музыка ҡоралдары менән тәьмин ителгән. Китапханалар, ауыл клубтары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урында тора, “Пушкин картаһы” программаһы барышы ла – ил төбәктәре араһында иң уңышлы атҡарылғандар иҫәбендә.

Республикабыҙ Башлығы ниәте менән барлыҡҡа килгән “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына тулыраҡ туҡталып китәйек. Ул 2021 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Был программа буйынса бирелгән аҡсалата ярҙам ауыл-ҡасабаларға, халҡы 50 мең кешенән артмаған бәләкәй ҡалаларға эшкә барған белгестәргә бирелә. 2021 йылдан, программа бойомға ашырыла башланғаны бирле, 150 мәҙәниәт хеҙмәткәре йәшәү шарттарын яҡшыртҡан, өйлө йә фатирлы булған. Был программаның әһәмиәте шул тиклем ҙур, хатта Башҡортостандың матур өлгөһө, дәүләт Президенты В. В. Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында иғлан ителгәнсә, киләһе, 2025 йылдан башлап тотош илгә таратыласаҡ. Әлеге мәлдә программаны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләгән федераль закон өҫтөндә эш бара. Ә Башҡортостан программаны артабан тормошҡа ашырыуын дауам итә: 2023 йылдан алып республика етәксеһе указы менән мәҙәниәт, ошо йүнәлештә өҫтәмә белем биреү ойошмаларында эшләгән белгестәргә бер тапҡыр алына торған финанс ярҙам күләме 1 миллион һумға тиклем еткерелде. Ул 30 хеҙмәткәргә тапшырыласаҡ.

Ошондай күләмле ярҙам алыусыларҙың береһе – йәш рәссам Руфь Бикмәева. Ул Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһындағы балалар сәнғәт мәктәбендә рәсемдән уҡыта. Талантлы йәш белгес – Ырымбур тарафтарында тыуып үҫкән милләттәшебеҙ. Ошо ҡалала художество колледжын тамамлағас, һөнәре буйынса эшләргә теләп, тарихи тамырҙары ятҡан тарафҡа, ата-әсәһенең тыуған яғына килеп урынлашҡан. Ул алып барған һынлы сәнғәт түңәрәгендә 6-7 йәштән алып 16 йәшкә ҡәҙәр балалар һәм үҫмерҙәр шөғөлләнә ала.

Руфь былтыр Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында барған “ФормАРТ” фестиваленең финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһап, Киров ҡалаһында  фестивалдең йомғаҡлау өлөшөндә лә ҡатнашты. Йәш белгес Башҡортостандың “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса алынған  бер миллион һум субсидияны өй һалдырыуға тотонған.

Республикабыҙ етәкселеге сәнғәт өлкәһенә ҡарата хәстәрлекле, йәштәрҙең ихтыяждарына ла ҙур иғтибар күрһәтә, шуныһы үтә ҡыуаныслы, – ти Руфь. – Эшкә урынлашҡанда, ҙурыраҡ ҡалаға барырғамы, әллә ауылды һайларғамы, тигәндә минең өсөн, әйтәйек, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса ярайһы ҙур аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеге хәл иткес булды.

 Дәүләт ярҙамы, әлбиттә, минең кеүек йәштәрҙең кемеһенәлер тыуған яғына эшкә ҡайтырға йә ауыл, бәләкәй ҡалаларға барырға ҙур этәргес булып тора. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә мөһим роль уйнай булып сыға, сөнки беҙ бит балаларҙың талантын үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Быны киләсәккә инвестиция тип атарға мөмкин, – тигән фекерен белдерә ул.

Мәҙәниәт тармағында һуңғы йылдарҙағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы һанай китһәң, ҡағыҙ бите етмәҫтәй тойола. Шулай ҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә Ш.Бабичҡа һәйкәл асылыуын, Ғ. Туҡай иҫтәлегенә ҡалҡҡан һынды,  “Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәлен, “Хеҙмәт батырлығы һәм дан ҡалаһы” стелаһын, быйыл Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйылыуын, Ф. Шаляпин исемендәге Музыка музейы эшләй башлауын, Ҡурсаҡ театрының ҡайтанан тигәндәй ҡоролоп, яңыртыу кисергәндән һуң асылыуын телгә алмай ярамаҫ. Һуңғыһы инде тотош ғаиләләр дүрт күҙ менән көтөп алған әһәмиәтле ваҡиға булды. Хәҙер театр бинаһы – Өфөнө биҙәп торған иң күркәм урындарҙың береһе.

Бынан тыш, яңы проекттар эшләй башланы: “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы, “Башҡорт аты” фестивале, “Ҡаурый ҡәләм” йәш яҙыусылар конкурсы (“Проба пера”), “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивале һәм башҡалар.

Республикабыҙҙа әүҙем, ифрат талантлы халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙә 18 меңләп ижади коллектив эшләп килә, уларҙа йөҙәр меңләп кеше шөғөлләнә. Рухиәтебеҙ өлкәһе, әлбиттә, республика етәкселегенең иғтибарынан, ярҙамынан тыш эшләй һәм алға бара алмаҫ ине. Тыуған яғыбыҙҙа үткән һәр күләмле сара беҙҙәге мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы һаҡлауға, профессиональ йәһәттән үҫеүгә, Башҡортостанды тиңдәр араһында тиң итеп күрһәтеүгә, уны танытыуға йүнәлтелеп эшләнә. Был юҫыҡта һуңғы йылдарҙа башҡарылған ғәмәлдәр – маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуына яҡшы дәлил. Алда ла мәҙәниәтебеҙ даирәһендә әллә күпме ҡаҙаныштар көткәненә иманыбыҙ камил.

Һүрәттәрҙә: Руфь Бикмәева конкурста башҡарған эше янында. Талантлы йәш белгес балалар менән алып барған эшен яратып башҡара (фотолар – геройыбыҙҙың шәхси архивынан).

 

Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Мәҙәниәттең сиктәре юҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: