Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Август 2024, 18:00

Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!

Ихатаһына инеү менән ҡупшы һауыттарҙағы сәскәләре ҡаршы ала, тотош ғаиләһе аллы-гөллө кейенгән, татлы ризығына тиклем сәскә рәүешле! Исеме Гөлсәсәк булғанғамылыр, донъяһы ла шау сәскәнән, матурлыҡтан тора.

Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!

Гөлсәсәк Усманова уҙған йылда “Табын һылыуы” конкурсында 1-се урынды яулаған, унда үҙе теккән “Һомай” костюмы менән жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы хайран ҡалдырған. “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итеүе юҡҡа түгел – хеҙмәт юлын Талбазы ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башлаған ул. Балалары донъяға килгәс, һөнәрен үҙгәртергә ҡарар иткән. Хәҙер уны яҡташтары маникюр оҫтаһы тип белә, йәғни тырнаҡтарҙы һәм ҡулдарҙы тәрбиәләй.

Дөрөҫөн әйткәндә, Гөлсәсәк Тимербәк ҡыҙының һөнәрҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ул төҫлө таҫмаларҙан сәс биҙәүестәре яһай, ротангтан төрлө матур әйберҙәр үрә, зефирҙан сәскә гөлләмәләре әҙерләй, улдары шөғөлләнгән бейеү ансамбле өсөн сәхнә кейемдәре тегә... Өс бала әсәһенән ошо барлыҡ эштәргә өлгөрөүенең һәм арыу белмәүенең серен һорағас, бына нимә тине:

– Был һорауҙы миңә йыш бирәләр. Сере ябай – эштән ял табам. Яратҡан шөғөлдәрем миңә дәрт, көс бирә, тынысландыра, күңелде үҫтерә. Мәҫәлән, берәй кем баҡсалағы сәскәләрем менән һөйләшеп йөрөгәнемде ситтән күҙәтеп торһа, бәлки, иҫәр, тип уйлар ине. Ысынында, мин шулай ял итәм. Тағы ла Үтәймулла ауылы ҡыҙы булыуым да йоғонто яһайҙыр, сөнки ауылдаштарым егерлелеге менән айырылып тора.

Гөл-сәскәле тормошта йәшәүе менән оҫтабикә ире Фәнил Ғүмәр улына рәхмәтле. Ҡатынының һәр мауығыуын ҡеүәтләп кенә тора ул, оҫталыҡ дәрестәре һәм кәрәкле материалдар өсөн  киткән сығымдарҙы ла бер һүҙһеҙ ҡаплай.

– Интернетта берәй ниндәй матур ҡул эше күреп ҡалһам, шуны эшләргә өйрәнмәйенсә тынысланмайым, хатта йоҡом ҡаса. Бына хәҙер макраме үрергә өйрәнергә йыйынам, махсус бауҙар алыр өсөн ҡалаға барып килергә кәрәк, – ти тынғыһыҙ Табын ҡыҙы.

Фотолар Гөлсәсәк Усманованың шәхси архивынан.

Ауырғазы районы.

Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Табын ырыуы ҡыҙы бит ул!
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: