Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Байрам тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә.
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, һәр ҡайһыһы үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән ҡабатланмаҫ. Милли кейем көнө - ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
Республика Башлығы Милли кейем көнөнә һәр саҡта ҙур иғтибар күрһәтә. Был көндә социаль селтәрҙәрҙә йылы яҙмалар ҡалдыра. Шуларҙың береһендә: “Нимә ул милли кейем? Республикала ниңә Милли кейем көнөн булдырҙыҡ? Быны бик мөһим эш тип һанайым. Иң беренсе, был – үткәндәребеҙгә ҡағылырға уҡталыу, ҡағылыу ғына ла түгел, республикабыҙҙа йәшәгән күп һанлы милләттәрҙең тарихын байҡау”, – тигәйне.
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә. Байрам саралары ваҡытында беҙ бер-беребеҙҙең милли йолаларын күрәбеҙ, туған телдәребеҙ яңғырашына ҡолаҡ һалабыҙ, милли кейемдәребеҙҙең матурлығына, байлығына һоҡланабыҙ. Һәм ошо тойғолар аша нисәмә төрлө милләт вәкилдәре өсөн изге тыуған ер булған Башҡортостаныбыҙға, уның аша оло Ватаныбыҙға һөйөүебеҙ көсәйгәнен аңғарабыҙ, күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо артҡанын һиҙәбеҙ.
Милли кейем көнө беренсе тапҡыр уҙғарыла башлағандан алып үткән ярайһы ваҡыт, бихисап сараларҙан һуң, халыҡта был көнгә ҡарата матур кисерештәр арта бара, байрам көнөн көтөп алабыҙ. Быны ла республика Башлығы билдәләп киткәйне: “Был ваҡыт эсендә халыҡта милли кейемгә яратыу хисе барлыҡҡа килде. Был халыҡ-ара байрам – бер-беребеҙгә хөрмәт һәм дуҫлыҡ тойғоһо. Иң мөһиме, ул – үткәндәребеҙгә күпер, ә үткәндәр – ул беҙҙең таяныс”.
Милли кейем көнөнөң матур дауамы булып, республикала башҡорт халыҡ кейемен тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫталар араһында “Тамға” халыҡ-ара конкурсы үткәрелә башланы. Был проект заманса мода алымдары менән берлектә, традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник ҡабатланмаҫлығына, күп төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелде. Ул халҡыбыҙҙың бай матди-мәҙәни тарихын ҡайтанан асыуға, белмәгәндәрҙә лә был хаҡта белергә теләү тойғоһо уятыуға, милли кейемебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тоҡаныуға сәбәпсе булды, матди-рухи байлығыбыҙҙы һаҡлау өсөн ғәйәт күп эшләгән оҫталарыбыҙ менән таныштырҙы. Быйыл конкурс инде дүртенсе тапҡыр үткәрелә.
“Тамға”нан илһамланып, артабан “Таҡыя” балалар милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы барлыҡҡа килде. Бында төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала. Былтыр сара беренсе тапҡыр үткәрелде, “Тамға” кеүек үк, ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы. Тамырҙарына, тарихына, ғөмүмән, үткәненә иғтибарлы булған, уға хөрмәт менән ҡараған халыҡтың киләсәге лә бар.
Сәлимә Усманова, этнография белгесе, "Таҡыя"ның авторы һәм етәксеһе:
– Милли кейем көнө республикабыҙҙың күп милләтле халҡын берләштерә, бер-беребеҙҙең мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек бирә. Милли кейемгә республика етәкселеге яғынан да иғтибар ҙур булыуы шатландыра. Милли кейем көнө ул бер көнлөк кенә байрам түгел, боронғо кейем өлгөләрен тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫталар, үҫеп килгән дизайнерҙар, йәш модельерҙар бер көн менән сикләнмәй, оҙайлы ваҡыт буйына ошо мөһим эш менән шөғөлләнә, йәшерәктәр оло быуын оҫталарҙың тәжрибәһен өйрәнә, конкурстарға әҙерләнә, оҫталыҡ дәрестәре ала, башҡа милли-мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
Милли кейемде хәстәрләү, үҫтереү саралары киләсәк быуынды ошо эшкә әйҙәп, "Тамға", "Таҡыя" конкурстары аша уларҙа милләтебеҙҙең рухи донъяһына, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дә мөһим. Милли кейемгә, уның тарихына ҡарата көндән-көн арта барған ҡыҙыҡһыныу халҡыбыҙҙың киләсәгенә лә яҡты өмөттәр бирә.
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов һәм С. Усманованың шәхси архивынан алынған фотолар.