Йәш сағынан уҡ Марат иң алдан йөрөргә яратты. Уның һүҙе генә һүҙ булырға тейеш итеп ҡабул итте ул бөтә нәмәне. Ҡайһы саҡта егеттәр араһында йоҙроғон да эшкә ҡушты.
Яңы ғына педагогия институтын тамамлап ҡайтҡан ауылдың сибәр, ипле ҡыҙы Айгөлдө кәләш итеп алды ул. Ҡыҙ үҙе йомшаҡ холоҡло булғас, Маратта ул ныҡлы терәк күрҙе, уның менән тормош юлы ышаныслыраҡ булыр тип уйланы.
Ысынлап та, тормош көткәндә бөтә нәмәне лә үҙ ҡулына алып, үҙе хәл иткән ир янында йәшәүе Айгөлгә тәүҙә бик уңайлы ине. Өй мәшәҡәттәре менән, сабыйын бағып көн итте йәш ҡатын.
Ләкин бындай рәхәт тормош оҙаҡ дауам итмәне. Марат яйлап ҡатынын һанламай башланы. Айныҡ мәлендә лә уға ҡул күтәрергә ҡыйынһынманы, дүрт йәшлек улы Рәилде лә этеп-төртөп торҙо, балаһына ҡарата йылы атайлыҡ тойғолары булманы.
Сабыр ҡатын оҙаҡ түҙҙе, ата-әсәһенә лә, яҡындарына ла үҙенең зарын белдермәне.
– Мин һине кәләш итеп алмаһам, ҡарт ҡыҙ булып ултырыр инең. Минең арҡала ғына кеше булып йөрөйһөң. Донъяға берәй тинлек файҙа килтергәнең бармы? Ултыраһың балаң менән минең елкәлә, – тип бер туҡтауһыҙ Айгөлдөң йөрәген телгеләне.
– Һуң ул һинең дә балаң. Мин бит уны һиңә эйәртеп килмәгәнмен? – тип күңеле әрнене Айгөлдөң.
Бер аҙҙан тапҡанын ғаиләһенән йәлләп бер булды ир. Ҡайһы саҡта аҙыҡ-түлек алырға тип Айгөлгә аҡса биреп сығарһа, шуның чегын таптырҙы. Чек булмаһа, өйҙә тауыш ҡупты.
Ә бер ваҡиға Айгөлдөң бигерәк тә йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Улы һалҡып тейгеҙеп ауырып киткәс, Айгөл балды йылы һөткә бутап та эсерҙе, мунсала ла арҡаһына буяны. Сәй эскәндә өҫтәлдән был шифалы ризыҡ өҙөлмәне. Ваҡсыл ир быны ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, банканың төбөндә генә ҡалған балды күреп, ҙур тауыш ҡуптарҙы.
– Мин ҡиммәт хаҡҡа бал һатып алып ҡайттым. Һеҙ убыр урынына шуны ашап та бөткәнһегеҙ. Әрәмтамаҡ ике. Уҡытыусы дипломы булыу менәнме ни ул? Бер көн дә эшләп, аҡса табып ҡармағас, – тип игәне лә игәне Марат.
Уҡытыусы булып эшләй алмауына Айгөл ғәйепле түгел. Ауылда мәктәпте ябып ҡуйғас, балаһын ташлап ҡайҙа барһын? Айгөл былай иҙелеп йәшәп булмаҫын аңланы. Төрлөсә итеп киләсәген уйлап ҡараны. Ә инде ире эске менән мауыға башлағас, холҡо тағы ла насарланды. Төнөн тыныс итеп йоҡлай алмай алманылар. Һөҙөмтәлә улдары тынысһыҙға әүерелде, йыш сирләй башланы, атаһы өйгә ҡайтып керһә, үҙенең бүлмәһенә боҫор булды.
Бер көндө ире арыу ғына һыйланып ҡайтып йоҡлап киткәйне. Улдары атаһының өйҙә икәнлеген дә шәйләмәй, рәхәтләнеп сыр-сыу килеп йүгереп уйнай башланы. Шул ваҡыт йоҡоһонан уянып асыулы ире килеп сыҡты ла балаһын елкәһенән тотоп алып ишеккә этеп ебәрҙе. Баланың маңлайы сыйылып китте, ҡан килеп сыҡты, сабый ҡурҡып ҡысҡырып илай башланы.
Был ваҡиға Айгөлдөң түҙемлеген шартлап һындырҙы. Ире йоҡлап китеү менән балаһын күтәреп алды ла башҡа ҡайтмаҫлыҡ ниәт менән ата-әсәһенең йортона йүнәлде.
Быға тиклем бер ҡасан да белдермәгән аһ-зарҙарын түгелеп һөйләне яҡындарына шул көндө ҡатын. Үҙенең ҡалаға сығып китергә, эшкә урынлашырға тигән ниәтен дә әйтте.
Тәүҙә үҙе барып урынлашты, һуңынан ҡайтып балаһын алды. Ире инәлеп килмәне. “Бер үҙе бер нәмә лә эшләй алмаҫ, тиҙҙән ялынып ҡайтып керәсәк ул миңә”, - тигән сәләмен генә еткерҙеләр.
Айгөл үҙен эшендә лә таныта алды. Ваҡыты еткәс атҡаҙанған тигән исемен дә бирҙеләр, уҡытыусылар конкурстарында ла әленән-әле еңеү яуланы, ата-әсәһе, хөкүмәт ярҙамы менән фатирлы ла булды.
Марат Айгөл сығып киткәс, оҙаҡ йөрөмәй ике балалы ҡатынға өйләнде. Мәрйәм исемле был ҡатын Айгөл һымаҡ йомшаҡ булманы. Матур ғына итеп һөйләһә лә, Маратты ныҡ тотто. Үҙенән дә яман ҡатыны алдында хәҙер, киреһенсә, ир шиңеп ҡалғандай тойолдо.
– Бөгөнгө заманда был аҡсаңа ғаилә аҫрарлыҡ түгел. Бала үҫтерергә аҡса күп кәрәк. Ҡулыңдан килмәгәс, өйләнмәҫкә кәрәк ине, – тип ирен күп тә үтмәй Себер тарафтарына эшкә сығарып ебәрҙе.
Ә ҡатындың аҡсаға аппетиты ҙурайғандар-ҙурайҙы. Әле яңы машина, әле өйгә заманса ремонт, йыһаздар тип иренә тын алырға ла мөмкинлек бирмәне. Улдары үҫә бара сығымдар ҙа артты.
– Балалар ғүмер буйы беҙҙең менән йәшәмәҫ. Уларға район үҙәгендә фатир алып бирәйек, – тип хатта улдарының торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иттереп ҡуйҙы.
Мәрйәмгә ярайым тип, ҡатынға эйәреп килгән улдарын ныҡ ҡараны Марат. Уларҙы мохтажлыҡта йәшәтмәне. Ләкин үҙенең улы тураһында ғына онотто. Олоғая барған һайын Рәил күңелен өйкәп, иҫенә төшөп алды. Рәил дә ғорур булды. Меҫкенләнеп атаһынан аҡса һорауҙы түбәнселек итеп күрҙе. Студент сағынан уҡ эшкә керҙе. Үҙен дә ҡараны, әсәһенә лә затлы бүләктәр алып биреп ҡыуандырҙы.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас ҡына әсәһе тормошҡа сыҡты. Әлеге фатирҙарында Рәил үҙе ҡалды. Ҡасандыр был ҡалаға әсәһе менән бер ҡат кейем менән генә килеп төшкәйнеләр. Күҙ асып йомғансы әллә күпме ваҡыт үткән.
Ауылға өләсәһе менән олатаһы янына ҡайтҡанда Рәил атаһының Себерҙән ҡайтыуы, өйҙә ятыуы, ауырыуы тураһында ишетте.
– Атайыңа үпкәң ҙур икәнлеген беләбеҙ, балам, ләкин барыбер ҙа ул һинең атайың. Әллә бар ғүмере, әллә юҡ. Бик ҡаты сирләй тиҙәр. Ғорурлығыңды еңеп, кереп хәлен белеп сыҡ, – тине бер көндө олатаһы.
Бер нимә лә тип яуап ҡайтарманы Рәил. Шулай ҙа уйланып йөрөй торғас, күреп сығырға тигән ҡарарға килде.
Атаһының бала саҡта балды ашағаны өсөн әрләгәне ғүмерлеккә ауыр бер яра булып һеңеп ҡалғайны. Шуға күршеләге умартасы ағайҙан бер сирек бал һатып алды, магазиндан тәмлекәстәр тултырҙы ла бала сағы үткән йортҡа йүнәлде. Биш йәштәр самаһында сығып киткән өйгә барып инеү еңелдән булманы уға. Атаһының ҡатыны ла был осрашыуҙы көтмәгәйне.
– Атайым ныҡ ауырый тиҙәр. Хәлен белергә килгәйнем,– тине Рәил.
Атаһы өй эргәһендәге аласыҡта ята. Элекке ғәйрәтле, бөтә донъяға хужа булған ирҙән бер нимә лә ҡалмаған.
Улына бер аҙ ҡарап торғас ҡына танып өндәште:
– Рәил улым, һинме? Рәхмәт килгәнеңә. Үҙем һинең менән осрашыуҙан ҡыйынһынып йәшәнем. Тәүҙә ғорурлыҡ хистәрен еңә алманым. Әсәйеңә инәлмәйем тинем. Аҙаҡ донъя баҫты. Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит. Һинең алда ғәйебем ҙур. Һиңә лә рәхәтлек күрһәтмәнем, әсәйеңдең дә ҡәҙерен белмәнем. Үкенәм дә, ғүмер үткән шул, – тине ауыр итеп көрһөнөп.
Ҡартайған, меҫкен генә булып ятҡан, хәле мөшкөлләнгән атаһына ҡарап Рәилдә уны йәлләү тойғолары уянды. Күстәнәстәрен ҡалдырып сыҡҡанда атаһына ҡарата ғүмер буйы һаҡлаған үпкә хистәре күңеленән юйылғайны.
Автор фотоһы.