Бөтә яңылыҡтар

Алты бала менән йәшлек мөхәббәтенә сыға

Тормошта ошондай хәлдәр ҙә осрап ҡуя...  

Алты бала менән йәшлек мөхәббәтенә сыға
Алты бала менән йәшлек мөхәббәтенә сыға

Азатҡа сығып дөрөҫ эшләгәнме ул? Зарланырлыҡ түгел ире, шулай ҙа Рөстәм ҡайһы саҡ иҫенә төшөп ҡуя. Бер-бер артлы тыуған алты бала, өй, эш мәшәҡәттәре менән үткәндәр күңел төбөндә ҡалды.  

...Сибәр булғас, Ләйсәнгә  мәктәптә уҡығанда уҡ  егеттәрҙең иғтибары күп булды. Һайланған һайын һайлағыһы килде. Шулай ҙа бер  класс алда уҡыған,  көрәш менән шөғөлләнгән отличник  Рөстәм уның күңелен нығыраҡ арбаны һәм  дуҫлашып киттеләр.

 Егет уҡып бөтөү менән абруйлы юғары уҡыу йортона  инде. Һирәк-һаяҡ  байрамдарҙа ғына күрешһәләр ҙә, Ләйсәндең тиҙҙән мәктәп  тамамлап, егете уҡыған ҡалаға юлланасағы уларҙың күңелен йылытты. Балалар  яратҡан Ләйсән киләсәктә үҙен тәрбиәсе итеп күрҙе.

 Ҡыҙ  мәктәптә сығарылыш имтихандарын тапшырып йөрөгәндә  Рөстәмдең ике туған ағаһы Азат хәрби хеҙмәттән ҡайтып төштө.   Ләйсәндәрҙең урамында йәшәгәс, юлында йыш осрай егет. Тракторҙа гөрләтеп атаһына  бесәнен килтереп бирә,  ҡура башына мендерешергә лә  ярҙам итә.  

Азаттың үҙенә ҡарата йылы ҡарашын тоя ҡыҙ, ләкин йөрәгенең түрендә  Рөстәменә генә урын бар.

  Ләйсәндең  уй-ниәте ҡапыл үҙгәрҙе.  Йорттоң ҡыйығын төҙөкләндерәм тип, өй башына менгән  атаһы, тайып  ҡолап, был донъянан уйламағанда ғына китеп барҙы.  Ошо рәүешле Ләйсәндең ҡалаға китеү хыялы ла юҡҡа сыҡты.Үҙенән бәләкәйерәк тағы ла ике ҡустыһы бар, әсәһе яңғыҙы ғына  ҡыҙын  юғары уҡыу йортонда уҡыта алмаясаҡ.

Атаһын юғалтыу ҡайғыһы менән аңҡы-тиңке  йөрөгәндә,  бер көндө уларға Азаттың еңгәһе менән әсәһе инде. Улар Ләйсәнде  яусыларға килгәйне. Дуҫлашып та йөрөмәгән егеттең бындай ҡылығы Ләйсәнде аптырауға һалды.

-Улым хужалыҡта водитель булып урынлашты. Хеҙмәт хаҡы яҡшы. Ғаиләһен мохтажлыҡта йәшәтмәҫ, беҙ ҙә ярҙам итербеҙ, –тине Азаттың әсәһе.

Рөстәм алыҫта, ауылға ҡайтмаясаҡ. Уның менән бер ҡалала уҡыу хыялы ла тормошҡа ашмаҫ. Мин Рөстәмгә   тиң түгелмен, тигән уйҙар биләне Ләйсәндең күңелен һәм...  Азаттың тәҡдименә риза булды.  

Ыҡсым ғына итеп туй үткәреп,  йәштәр  егеттең ата-әсәһе менән бер йортта йәшәй башланы. Күпме булһа ла файҙа булыр тип, Ләйсән хат ташыусы  булып эшкә урынлашты. Артыҡ хыялдарға бирелмәй, һәүетемсә  генә аҡты донъялары. Әсәһе эргәлә булыуы ла уңайлы, кәрәк саҡта уға ла ярҙам итә алды.  

Тәүге улдары  Илдар тыуғас, күрҙе Ләйсән Рөстәмен. Йәйге сессияһын тамамлап, каникулға ауылға ҡайтҡайны егет. Ләйсән  улын күтәреп әсәһенә китеп барғанда, ҡапыл магазиндан килеп сығып, юлында осраны. Икеһе лә ни әйтергә белмәй юғалып ҡалды, бындай осрашыуға бер кем дә әҙер түгел ине. Бер аҙҙан Рөстәм:

-Бер нимәң дә артмаған. Балаға ғына батҡанһың инде. Ярай, бәхетле бул! – тип йөрәкте өҙгөс итеп бер ҡараны ла китеп барҙы.

Ләйсән бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалды. Рөстәм башҡаса ауылда күренмәне.  Уның артабанғы яҙмышы тураһында һорашып, белешеп тә йөрөмәне.

                                                           ***

Ләйсән менән Азат насар йәшәмәне,  нужа күрмәй ғүмер итте. Ир донъя көтөүгә тырыш булды. Ҡатынына  бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне. Ауылдың йәмле  урынында ҙур йорт бөтөрҙөләр.  Ләйсән, бер-бер артлы тыуған алты балаһын ҡарап, йорт мәшәҡәттәрен хәстәрләне. Ҡыҙҙары һәм улдары уның тормош  мәғәнәһенә әүерелде.

Балалар ҙа күҙгә күренеп ҙурая барҙы, бер-бер артлы мәктәпкә төшә башланы. Шулай тормош ыңғай ғына барыр кеүек ине, ләкин яҙмыш йәнә  Ләйсәнгә үҙенең ҡаты һынауҙарын ебәрҙе.

Ул йылда   йәш үгеҙҙәре көтөүҙән тура өйгә  ҡайтмай йонсотто. Көтөү ҡаршыһына барып торһалар ҙа, һис тә өйрәтә алманылар. Әллә ҡайҙан күреп ҡалып, кире яҡҡа сабып сыға ла китә. Бер көн бөтөнләй ҡайтманы. Иртәгәһенә көтһәләр ҙә, өмөттәре аҡланманы.  Малды тота-ҡаба әрәм итәһе килмәй. Ял көнөндә Азат таң менән уянды ла,  һыбай менеп,   эргә-тирәләге баҫыу, туғай-урмандарҙы ҡарарға сығып китте.  

Ләйсән балаларҙы ашатып, ҡош-ҡортто ҡарауға,  көн боҙолдо. Тирә-яҡты ҡап-ҡара болот ҡапланы. “Их, ҡайтып өлгөрмәй инде. Ямғырға эләгәсәк”, – тип ире өсөн борсолдо ҡатын. Ул арала ҡаты ел сығып, йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр ҡоя ла башланы. Бөтә донъяны аҡтарып, ҡурҡыныс итеп яуһа ла, бер сәғәт тигәндә ямғыр үтеп тә китте, тирә-яҡ тынысланып ҡалды.

Инде таба ҡалһалар, баш бирмәҫ был үгеҙҙе һатырға йәки салырға кәрәк булыр, тигән уйҙарын ишек шаҡыған тауыш  бүлде һәм, “инегеҙ” тигәнде лә көтмәй,  күршеләре Хәлим ағай күренде.

-Килен, ныҡ бул инде. Азатты бит ауыл ситендә йәшен атҡан,- тигән һүҙҙәр Ләйсәндең мейеһенә ҡаҙалып,  төшөндәге генә һымаҡ уйылып ҡалды... Ҡалғанын асыҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Көтөлмәгән был ҡайғы уның үҙен дә саҡ аяҡтан йыҡманы. Бары тик алты балаһын үҫтерергә кәрәк тигән теләге генә йәшәүгә көс бирҙе.

Шулай итеп,  34 йәшендә алты бала менән  яңғыҙы тороп ҡалды. Иң төпсөгөнә  ни бары бер йәш ине. Бөтә  нәмә үҙенең хәстәренә күсте. Балалар ашағанмы, нимә кейеп мәктәпкә баралар, өй-ихата төҙөкмө  – барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк.

Күтәрә алмаҫ кеүек ине Ләйсән тормош һынауҙарын, ләкин кеше барыһына ла өйрәнә икән. Балалары ла, әсәйҙәренең хәлен аңлап, күҙенә генә ҡарап торҙо. Ярай әле эргәһендә ҡәйнәһе менән ҡайныһы, әсәһе бар. Бөтөнләй үк ярҙамһыҙ ҙа түгел.

Шулай донъя йөгөн үҙ елкәһенә һалып тартырға өйрәнеп китте. Иң кесеһе  быйыл мәктәпкә әҙерләнә, иң өлкәне лә үҫмер ҡорона етте. Алда тағы күпме тормош менән айҡашырға икәнлеген яҡшы аңлай Ләйсән.  

Балалар  – уның күңел йыуанысы. Ана бит,  тыуған көнө икәнлеген белеп, алдан уҡ әҙерләнгәндәр. Иртәнсәк уянып бүлмәһенән сығыуға,  алтыһы ла теҙелешеп балҡып  тороуҙарын күреп, күңеле тулып китте. Береһе һүрәт төшөргән, икенсеһе сәскә тотҡан...

-Әсәй, тыуған көнөң менән! Һин донъялағы иң матур әсәй! – тип килеп ҡосаҡлауҙарынан күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Үҙен шул тиклем бәхетле хис итеү тойғоһо йөрәгенән урғылды.

Йәһәт кенә  алдан туңдырып әҙерләгән билмәнде бешерергә һыу ҡуйҙы, балаларының иң яратҡан салаты ла табындан урын алды, емеш-еләк тә яратып ашала. Һәр береһенең тыуған көнөн шулай һыйлы табын ҡороп үткәрәләр.

Иртәләре  шулай матур кәйеф менән башланып китте.  Ҡәйнәһе менән ҡайныһы ла, ғәҙәттәгесә, ашығып килеп инде. Бер ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырғандары юҡ.  Күңеленең китек өлөшө шулай күмәкләп йыйылғанда бөтәйеп китә Ләйсәндең.

   Ҡапыл ишек шаҡығанға барыһы ла тертләп китте. Әсәһе килергә тейеш ине лә. Ул шаҡып инмәҫ.  Ләйсән “инегеҙ” тине лә урынынан тороп ишеккә ҡарай ыңғайланы.

Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы  – ишек төбөндә  Рөстәм тора. Сикә сәсе аҙыраҡ салланған, бер аҙ олпатланған, башҡа үҙгәреш юҡ һымаҡ. “Ләйсән, тыуған көнөң менән!” тип ҙур гөлләмә һуҙҙы ул, бер аҙ ҡыйынһынып.

-Рәхмәт, ­– тине Ләйсән артабан нимә тип әйтергә белмәй.

Ҡайныһы был уңайһыҙ тынлыҡты яйланы.

-Рөстәм улым, үт әйҙә, торма ишек төбөндә, – тине, ҡул биреп күрешеп.

Рөстәм, уңайһыҙлана биреп, өҫтәл янына уҙҙы ла йәнә Ләйсәнгә ҡарап тынып ҡалды.

-Мин ҙур йомош менән килгәйнем бит әле. Барығыҙҙың да бергә йыйылыуығыҙ яҡшы, – тип тағы тынып ҡалды.

Ул арала Ләйсәндең  күңеле бер аҙ урынына ултырҙы. 

-Минең оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп-йәшәүемде барығыҙ ҙа белә. Байтаҡ ғүмер уҙҙы, үҙемә оҡшатҡан йәрҙе тап итмәнем. Сөнки йөрәгемдә урын буш түгел ине. Унда бөгөнгө көндә лә – Ләйсән. Бығаса тормоштарына ҡамасауламайым, тип йәшәнем. Хәҙер Азат ағайымды кире ҡайтарып булмай. Әгәр  миңә тормошҡа сыҡһаң, бик тә бәхетле булыр инем, Ләйсән. Балаларың миңә ят түгел, уларҙа беҙҙең нәҫелдең–ағайымдың ҡаны аға. Бергәләп үҫтерербеҙ, – тине  Рөстәм,  маңлайына бәреп сыҡҡан тирен һөртөп.

Йөрәгенең иң төпкөлөнә  йәшеренгән хистәренең терелеп китеүен тойҙо Ләйсән, ләкин көтөлмәгән был ваҡиғаға һаман да ышанып бөтә алмай уйланып тора бирҙе. Тынлыҡты йәнә ҡайныһы боҙҙо.

-Үҙ нәҫелебеҙгә һине кейәүгә бирһәк, беҙгә лә тынысыраҡ булыр, килен. Яңғыҙыңа ауыл ерендә тормош көтөүе ҡыйын бит. Беҙ ҡартайҙыҡ. Рөстәм балаларҙы  ситкә типмәҫ, үҙ туғандары бит... – тип, кире ҡағып ҡуймаһын тигән өмөт менән килененә ҡараны.

     Ауылда төпләнергә, тигән ныҡлы ҡарар менән ҡайтҡайны Рөстәм. Йәй эсендә ата-әсәһенең йорто эргәһенә яңы өй һалды. Ләйсәндең, уның балаларының тормошона ла  һаҡ ҡына килеп инде. Ышанысһыҙ ғына бергә  тормош ҡороп ебәрһәләр ҙә,  донъя көтөүгә тиҙ әүрәп киттеләр.

Ире ҡатынына игелекле  мөнәсәбәттә булһа, яттарҙан һүҙ әйттермәһә, бер кемдең дә теше үтмәй. Ләйсән Рөстәм  эргәһендә үҙен яҡлаулы  хис итте. Барлыҡ уңайлыҡтары булдырылған яңы йорт төҙөп бөтөүгә, ҙур ғаилә шунда күсенде.   Донъяларын бөтәйтеп уртаҡ улдары  тыуҙы. Тормош үҙ ағышы менән алға китте.

Ә бөгөн уларҙың йортонда ҙур байрам – барлыҡ туғандары  өлкән улдары Илдарҙың туйына йыйылды. Армияға барып ҡайтты ла, атаһы һымаҡ водителгә уҡып сығып, ауылда төпләнергә булды. Кәләшлеккә ҡыҙҙы ла күрше урамдан  һайланы. Атаһы һалған йорт та буш ултырмаясаҡ хәҙер, унда яңы тормош башлана – шуға бигерәк тә һөйөнә Ләйсән.

 Автор фотоһы.

 

 

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: