Ниндәй генә яҙмышлы кешеләр осрамай был донъяла. Һәр береһенең үҙенең тарихы. Гөлсөм апай тәү ҡарашҡа бик бәхетле ҡатын һымаҡ тойолһа ла, күңел төпкөлөндә бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәгән бер сере булып сыҡты. Мин ят кеше булғанғамы, үҙенең яҙмышын ул бер тында һөйләп бирҙе.
- Ағайым кәләште йыраҡ бер райондан алды. Ул ваҡытта институттың һуңғы курсында уҡып йөрөй инем. Туйға ҡоҙалар яғына барып, шунда еңгәмдең бер туған ҡустыһы Рәмил менән таныштым. Уҡыу йортон тамамлап, Себер яҡтарында матур ғына эшләп йөрөй ине ул. Йөҙгә матур, һомғол кәүҙәле, юғары белемле был егеткә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙҙең арала ҡайнар һөйөү хистәре ҡабынды.
Һуңғы күрешеүебеҙ мин диплом алғас, эшкә урынлашып, йыраҡтағы бер районға китер мәлдә булды. Әсәйемдең юбилейына ағайым, еңгәм менән бергәләшеп ҡайтҡайнылар. Күптән күрешмәгәс, бер-беребеҙҙе бик һағынышҡайныҡ. Шуға хистәребеҙҙе лә тыя алмағанбыҙҙыр. Аҙаҡ мин бүтән районға эшкә юлландым, ул Себергә китте.
Мәктәпкә урынлашыу менән башкөллө эшкә сумдым. Үҙемде күрһәтергә кәрәклеген аңлап, дәресемде лә сифатлы итеп үткәрергә тырыштым, төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ла ҡайнаным.
Мин йортҡа кергән Мөслимә әбейҙең күршеһендә генә әсәһе менән Мәхмүт исемле егет йәшәй ине. Күп һүҙле түгел, эшкә бик шәп. Йыш ҡына беҙгә лә инеп, Мөслимә әбейҙең йомоштарын башҡарырға ярҙам итте. Водитель булып эшләгән, тыныс холоҡло был егет сит-яҡ төбәктә миңә лә бер таяныс ине. Кисен күрешһәк, мәктәптәге бөтә хәбәрҙәремде һөйләп эсемде бушатыр инем. Ә Мәхмүт йыраҡта булғас, күрешеү мөмкинлегебеҙ булманы ла.
Үкенескә ҡаршы, көтмәгәндә башыма бер ҡайғы төштө. Үҙемдең ауырлы булыуымды аңланым. Рәмил менән йәйге күрешеүҙең һөҙөмтәһе ине был. Йәһәтерәк шылтыратып, был хәбәремде уға еткерергә ашыҡтым.
- Әле саҡ аҡсалы эшкә урынлашып торам. Өйләнеү әлегә планыма инмәй. Тәүҙә карьера, фатир хәстәрләргә кәрәк. Ғәфү ит, проблемаңды үҙең нисек тә хәл ит. Ваҡытың бар бит әле, – тине ул күп һөйләп тормай.
Ер убылған, донъя түңкәрелгән һымаҡ булды миңә шул саҡ. Мөслимә әбей менән Мәхмүт туғандарым һымаҡ яҡын кешеләргә әүерелгәйне. Күңел серемде иң элек Мөслимә әбейгә бушаттым. Өйгә инеү менән кәйефем юҡлығын ул һиҙеп алды. Түкмәй-сәсмәй барыһын да уға һөйләп бирҙем.
- Күрше Мәхмүт күҙеңә генә ҡарап тора бит. Ниңә уның тойғоларын күрмәмешкә һалышаһың. Уны һайлаһаң, отолмаҫһың. Көсләп астырған күҙҙең нуры булмай, онот Рәмилде, ул һине ҡәҙерләй торған кеше түгел. Ә Мәхмүткә бөтә сереңде нисек бар, шулай һөйләп бирһәң дә аңлар, һине ситкә типмәҫ, – тип кәңәш бирҙе тормош күргән әбей.
Шул саҡта ғына Мәхмүттең хистәренең ни тиклем тәрән булыуын аңланым. Уның һөйөүен ҡабул иттем, ләкин үҙемдең ауырлы булыуым тураһында ғына һөйләй алманым. Бер айҙан ауылда гөрләтеп туй үткәрҙек. Уның әсәһенең йортонда тормош көтөп алып киттек.
Ваҡыты еткәс, ҡыҙым Айзилә донъяға килде. Ваҡытынан бер аҙ алдараҡ тыуҙы тиеүемә бер кем дә шик белдермәне. Шулай итеп, тормош дауам итте. Айзиләнән һуң тағы ла биш улыбыҙ тыуҙы. Донъя, балалар мәшәҡәте менән ваҡыт үтте лә китте. Хәҙер һәр береһенең үҙ тормошо, ләкин Айзиләнең генә иремдән түгеллеген күҙенә ҡарап әйтә алманым. Тормошобоҙ боҙолор тип ҡурҡтым. Ә ваҡыт үткән һайын шул серем күңелемде нығыраҡ тырнай, миңә тыныслыҡ бирмәй.
Ә Рәмил бәхетлелер тип уйламайым. Карьера эшләгән, Себерҙә билдәле эшҡыуар булып киткән. Ләкин атай булыу бәхетен генә һаман да татый алмай. Еңгәм һөйләүенсә, балалары тыумаҫ элек төшөп тик тора икән. Инде балаһыҙ тормошҡа ла улар күнгән.
Үҫеп бөткән ҡыҙы булыуын ғына белмәй ғүмер итә.
Иремә лә, Рәмилгә лә ошо серемде сисһәм, йөрәгем тынысланып ҡалыр ине, ләкин быға бер нисек тә көсөм етмәй. Тағы күпме түҙә алырмын, белмәйем, – тине Гөлсөм апай, һағышлы ҡарашын алыҫҡа төбәп.
Автор фотоһы.