Бөтә яңылыҡтар

Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй

…Совет фильмында уйнап гонорар алған Муллаян, кеҫә тулы аҡсаһын сығарып, Зинираның аяҡ аҫтына һибә: “Зинира, әйҙә, мәңге бергә булайыҡ!”. Ҡыҙ иҙәндә туҙып ятҡан аҡсаларҙы йыйып, егеткә кире тоттора ла... Аҡһаҡалдың ҡыҙыҡлы хәтирәләрен уҡығыҙ.

Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй
Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Һөйәрғолов быйыл тормошондағы иң сағыу ваҡиғаларҙы билдәләй: туған театрына – 105,  үҙенә – 90, ә  театрға эшкә килеүенә 65 йыл тула. Ошо айҡанлы Муллаян Зыяйетдин улының ғүмер юлын уның менән бергә байҡаныҡ.

Агроном булырға йыйынған ерҙән…

Яҙмыш, ейер ризыҡ йөрөтә әҙәмде. Өфөгә ауыл хужалығы институтына уҡырға ингән Бөрйән районы егете осраҡлы рәүештә Мәскәүҙең А.В. Луначарский исемендәге сәнғәт институтының ҡабул итеү имтиханына юлыға. Биш йөҙ кеше араһынан егерме бишенә Мәскәүҙә уҡыу бәхете йылмая.

Әле лә Муллаян ағайҙың хәтерендә ул саҡтағы курсташтары: Зинира Атнабаева – матур ғына, икенән үргән сәсе тубығына тиклем төшөп тора, киң итәкле крепдешин күлдәк кейгән ҡыҙ, уның күлдәге лә үҙе менән бергә көлгән кеүек ине; Әмир Абдразаҡов – шығырлап торған хром итектә, ҡулына скрипка тотҡан, ут кеүек янып торған егет; Гөлли Мөбәрәкова – түңәрәк яғалы, күҙҙең яуын алып торған йәшел күлдәктә; Марат Солтанов – ялтырап торған итекле, хәрби формалағы егет... Һәр береһе әле булһа күҙ алдында.  

Мәскәүҙә алып ҡала яҙалар

Курсташтары Муллаян ағайҙың төҫ-башын күҙҙән үткәреү менән үк исем дә тағып ҡуя – биш йыл буйы “французская булочка” булып йөрөй ул. Түңәрәк, тулы йөҙлө булғаны өсөн шулай йөрөткәндәрҙер инде. Үҙенә генә хас ошо һыҙаты арҡаһында йәш актерға кинола төшөү бәхете тейә. Одесса киностудияһының “Жажда” фильмында (режиссеры – Евгений Ташков) Мамет ролен уйнай, Юрий Белов, Вячеслав Тихонов, Нонна Мордюкова, Тамара Носова кеүек танылған артистар менән бергә эшләй. Тихонов бөрйән егетен үҙенән бер аҙым да ҡалдырмай йөрөтә.  Был фильмда Муллаян ағай кеҫә тултырып аҡса алып ҡайта.

Аҡса күп, йәш киноактерҙың күңеле киң, дуҫтар курсташтарының кинолағы тәүге ролен рәхәтләнеп “йыуалар”. Табын аҙағында яҡут Федоров Муллаянға кәңәш итә: “Ты, оказывается, любишь Хохотушку,  она хорошая девушка, женись на ней”, – ти. Йәш егеткә шул етә ҡалғандыр инде, китә Муллаян ағай Зинираның бүлмәһенә. Ишектәрен шаҡый. Гүзәл Мәғәфурова (Сәғитова) аса:

– Кем кәрәк? Нимә эшләп йөрөйһөң? – ти был.

– Зинираны уят әле! – ти Муллаян.

Уяулы-йоҡоло Зинира сығып баҫа алдына:

– Һөйләшәйек! – ти егет кеше.

– Нимә һөйләшәйек?..

Пауза. Муллаян кеҫәнән бөтә аҡсаһын сығарып Зинираның аяҡ аҫтына һибә:

– Зинира, әйҙә, мәңге бергә булайыҡ! – ти егет.

Ҡыҙ иҙәндә туҙып ятҡан аҡсаларҙы йыйып егеткә тоттора ла:

– Уйлармын әле! – тип бүлмәһенә инеп китә. Ә Муллаян ағай бер ус йомарланған аҡса тотоп тора-тора ла үҙ бүлмәһенә китә. Ул көндө оҙаҡ йоҡлай алмай ята...

Баш ҡалаға бәйле тағы бер “тарих” бар артистың биографияһында. Уны Мәскәүҙә алып ҡала яҙғандар икән! Республикабыҙҙа егәрле режиссер булып танылған Рафаэль Әйүпов та гитиссылар менән бер осорҙа Мәскәүҙә уҡый. Уның диплом эшендә Муллаян ағай бер бәләкәй генә роль уйнай, шул ролен Моссовет режиссеры Юрий Завадский бик оҡшата, килгән һайын ул Муллаянға шоколад тоттороп китә. Ә һуңғы курста уҡығанда: “Бөгөн миндә шоколад юҡ, әммә тәҡдим бар – Моссоветҡа эшкә киләһеңме?” – тип һорай йәш артистан. Муллаян ағай, телде белмәйем бит, тип баш тарта. “Тел белмәүең проблема түгел, иң мөһиме, һинең йөрәгең, күңелең бар”, – тип өгөтләй был. Ҡайҙан инде ул ваҡыт йәш артисҡа Моссовет тураһында уйлау, йөрәк тигәнең биш йыл буйына Башҡортостанға ҡайтыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә бит...

Тамашасының яратҡан артисы

 “Шул ролдәргә ярты йәнеңде бүлеп бигәс, һағындырмай буламы һуң?! Бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә берҙәй ауырта бит. Ролдәрем дә шуның кеүек берҙәй ҡәҙерле: Сатан Саҙри (“Йәш йөрәктәр”, Ф. Бурнаш), Бытбылдыҡ (“Тиле йәшлек”, И. Абдуллин), Балбабай (“Балаҡайҙарым”, Ә. Атнабаев), Абдулла (“Һөйәһеңме-һөймәйһеңме”, Ф. Бүләков), Бәҙретдин (“Көнләш, Америка!”, С. Латипов, Х. Фәтихова) һәм башҡалар. Бик күп улар. Уларҙың ҡайһыһына булһа ла төртөп күрһәтеп, “Бына ошоно уйна!” тиһәләр, хәҙер үк сығып уйнар инем – көс-ғәйрәт тә, дарман да әле миндә етерлек!” – ти Муллаян ағай һәм ролдәренә бәйле ваҡиғаларҙы теҙеп китә.

“Йәш йөрәктәр” спектаклендә Сатан Саҙриҙы бик яратып уйнаным, халыҡ та яратты. Зәғифлеге арҡаһында йәштәр уны киске уйында ҡатнаштырмай, ул ситтә генә күҙәтеп йөрөй, йәштәрҙән ҡалышмай. Һүҙ ҡушырға ла йөрьәт итмәгән егетте йәштәр араһынан берәү, ҡыҙыҡ күреп, әсегән бал менән һыйлай. Бал башына сығып киткәс, Саҙри сәмләнеп китеп уртаға төшөп бейей. Бейегән ваҡытта йәштәр араһынан икенсеһе (ул ролде Марат Солтанов уйнаны) “буталып йөрөмә!” тип елкәһенән тотоп сығарып ташлай. Саҙри йәнә инә, сәмләнеп йәнә бейергә төшөп китә, теге егет тағы ҡыуып сығара. Был күренеште тамашасы һәр ваҡыт ҡайнар алҡыштарға күмә ине. Хатта бер ҡыҙыҡлы хәл дә булды – Саҙриҙы ҡыуып сығарыуҙы ҡабул итмәгән залда ултырыусы Рифғәт Фәйзи минең елкәнән тотоп алған актерҙы (Марат Солтановты) килеп эләктереп алды ла: “Не сметь!” – тип ҡысҡырып, тегенең яңағына тондорҙо. Шунан кире урынына төшөп ултырҙы.  

Тағы ла бер овация иҫтә ҡалған. Ул хәл Сирияла булды.  Егерме ете илдән ғәрәп телле театрҙар ҡатнаша. Беҙҙең Рәсәйҙән килгәнебеҙҙе белгәс, һалҡынса ҡараш булды, бер ҡайҙа сығып йөрөү юҡ ине. Шул ваҡыт ғәрәп егете беҙҙең менән килеп танышты, ул Мәскәүҙә уҡыған булып сыҡты. Теге егет беҙҙе ғәрәп телендә уйнарға өгөтләй, беҙ телде белмәйбеҙ, тип баш тартабыҙ. Шулай ҙа риза булдыҡ. Әхтәм Абушахманов менән икебеҙҙең сәхнәне теге егет ғәрәп теленә тәржемә итә, беҙ ятлайбыҙ... Спектакль көндө әҫәр башҡортса уйналып килде лә, беҙҙең икебеҙҙең сәхнәне беҙ ғәрәп телендә уйнап киттек. Беҙҙең өҙөк бөтөүгә бер мең биш йөҙ кешелек зал аяғүрә баҫып алҡышланы. “Муллаян ағай, нимә эшләйбеҙ?” –тип  һорай Әхтәм. “Әйҙә, ҡустым, яңынан!” – тим. Беҙ үҙебеҙҙең сәхнәне баштан башланыҡ...  Тел мәсьәләһе ҙур роль уйнаны, шунда уҡ беҙ ғәрәптәрҙең иң ҡәҙерле ҡунағына әйләндек. Дуҫлыҡтың асҡысы  тел икән шул. Шуға инанып ҡайттыҡ.

Туймазы районында ла ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл булды. Спектакль уйнап йөрөгәндә бер әбей сәхнәгә килеп менде. “Улым, балам, ҡайттыңмы?” – тип илап-һыҡтап мине ҡосаҡлап алды. Баҡтиһәң, һуғышта ятып ҡалған улына мин төҫ-ҡиәфәтем менән бик оҡшағанмын икән. “Улымды күргәндәй булдым”, – тип бик ҡыуанып, күстәнәстәр, улына тип бәйләгән ойоҡбаштарын биреп оҙатып ҡалды. Рәхмәт яуғыры, ҡайҙа булһам да халыҡ мине яратты”, – тип ҡыуанысын йәшермәй Муллаян Зыяйетдин улы.

“Муллаян ағай, дыңҡмы?”

Тағы ла бер һөнәре бар Муллаян ағайҙың. “Артисмын да, балта оҫтаһымын да, – ти ул ғорурланып. – Ғүмерем буйы кешеләргә йорт һалыштым, бура бураштым. Әле булһа баҡсасы дуҫтарыма ярҙам итәм, балтаны ҡулдан төшөргәнем юҡ”.

“Һаумыһығыҙ, хәлегеҙ нисек?” тигән һорауға һәр кем үҙенсә яуап ҡайтара. Ә бына Муллаян ағайҙың яуабы бер: “Дыңҡ”!..

– Минең телмәргә уйламағанда килеп инде ул. Яңы йыл алдынан еңгәң менән баҙарҙан ҡайтҡанда такси алдыҡ. Таксист егет – фамилиялар буйынса миңә аҙаш булып сыҡты – Фуат Һөйәрғолов. Ҡар күп, машина аҙым һайын туҡтай, ҡарҙы йырып ауыр бара. Беҙ: “Ярай, ҡустым, рәхмәт, беҙ килеп еттек бит, атлап ҡына ҡайтырлыҡ ара ҡалды”, – тип әйтеп ҡарайбыҙ, таксист – сәмле егет. “Юҡ, беҙ бит Һөйәрғоловтар, алып барып еткерәм”,  – ти ҙә ҡуя. Тимер аты менән юл яра, уныһы ҡарға бәрелеп тауыш сығара. Фуат машина  төкөлгән һайын: “Дыңҡ!” – тип ҡабатлай. “Дыңҡ-дыңҡ” итеп ҡайтып еттек шулай. Шул осрашыуҙан һуң “дыңҡ!” минең дә телмәргә күсте. “Дыңҡ” – “еңеү, бирешмәү, барыһы ла һәйбәт” тигән мәғәнәлә. Хәҙер ул һүҙемде йәштәр ҙә элеп алды, “Муллаян ағай, дыңҡмы?” – тип сәләм бирәләр. Мин һәр ваҡыттағыса “Дыңҡ!” тип яуап бирәм. Бирешмәйбеҙ әле!

Һүҙ аҙағында

Ысынлап та, оло ағайыбыҙҙың сәстәренә ҡырау булып сал төшһә лә, ғүмер тиҫбеһенә йылдар үҙенең йөгөн өҫтәһә лә, бирешергә иҫәбе юҡ уның. 21 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Йәш йөрәктәр” спектаклендә уйнаясаҡ. Был көндө коллегалары һәм тамашасылары актерҙы оло юбилейы менән ҡотларға йыйына.

Авторы: Динара ҠӘЙҮМОВА,
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш мөхәррире.

Фото: Муллаян Һөйәрғоловтың шәхси архивынан.

Материал "Вечерняя Уфа" гәзитенән тәржемә ителде.

Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй
Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй
Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй
Актер Муллаян Һөйәрғолов 90 йәшен билдәләй
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: