18 апрель – Рәсәйҙең Хәрби дан көнө. Ул тарихҡа Боҙ өҫтөндәге ҡанлы һуғыш булараҡ инеп ҡалған. Тарихсылар боҙ өҫтөндәге алышты Рәсәй тарихындағы иң тетрәндергес ваҡиғаларҙың береһенә тиңләй. 1242 йылда кенәз Александр Невский етәкселегендә рус армияһы Чуд күлендә немец рыцарҙарын ҡыйратҡан.
22 йәшлек кенә Александр Ярославович командалығында Новгород һәм Владимир һуғышсылары Ливон ордены баҫҡынсыларына ҡаршы тора алған. Һалдаттар күңелендә илһөйәрлек тойғоһо йәшәгән өсөн генә улар еңеүгә өлгәшкән.
Рәсәй халҡын һәр ваҡыт Ватанына һөйөү берләштергән
Рәсәйҙә Хәрби дан көндәре күп, был тарихи даталарҙы беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ, айырыуса йәш быуынға уларҙы бик яҡшы төшөндөрөргә тейешбеҙ. Үҙен патриот тип һанаған һәр кем быны белергә бурыслы.
Һүҙ ҙә юҡ, төрлө дәүерҙә ғәзиз тыуған ере өсөн яу яланында башын һалғандарҙы иҫләргә бурыслыбыҙ, Ватаныбыҙ һағында тороусылар һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ошондай моңһоу ҙа, тантаналы ла саҡтарҙа ил өсөн үҙен аямаған һалдат һәм офицерҙарҙы ололап хәтергә алабыҙ. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илһөйәрлек кеүек изге төшөнсә һәр саҡ тыуған илебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлеш алырға тейеш.
– Халҡыбыҙҙың үткәндәге батырлыҡтарын һис кенә лә оноторға ярамай, шул уҡ ваҡытта алға, киләсәккә лә күҙ ташларға кәрәк, – тине Владимир Владимирович сираттағы сығышында. – Тап һынылышлы осорҙа Рәсәй халҡын һәр ваҡыт Ватанына һөйөү берләштергән. Ауыр ваҡытта берҙән-бер отошло аҙым берләшеү булған. Илһөйәрлек һәр беребеҙҙең йөрәгендә булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә түбәндәгеләргә баҫым яһаны:
– Республиканың барлыҡ халҡы ил Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указын ихлас рәхмәт тойғоһо менән ҡабул итте. Башҡортостандың Милли музейына генерал Шайморатовтың “Алтын йондоҙ”он тантаналы тапшырҙыҡ. Дөйөм милли “Тынлыҡ минуты”нда ҡатнаштыҡ. Һуғыш ветерандары өсөн – парад, онлайн тәртибендә “Үлемһеҙ полк” акцияһын үткәрҙек. Еңеү һалдаттары әүәлгесә сафта. Өлкән быуындың ҡаһарманлығы хаҡындағы иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!
Радий Хәбиров тиккә генә 2020 йылды Хәтер һәм дан йылы тип иғлан итмәне. Үҫмерҙәр араһында илһөйәрлеккә бәйле саралар йыш ойошторолдо, был алдынғы эш тәжрибәһе әле лә дауам итә.
Тыуған ил берәү генә!
Илһөйәрлек тураһында һүҙ сыҡҡас, ирекһеҙҙән ике йыл дауам иткән армия йылдары иҫкә төштө. Әйткәндәй, әрме хеҙмәтенән баш тартыу, ҡасып йөрөү беҙҙең, егеттәрҙең, ике ятып бер төшөбөҙгә инмәне, киреһенсә, һалдат ҡайышын тағырға атлығып торҙоҡ. Был ул саҡтағы илебеҙҙәге дөрөҫ сәйәсәт алып барылыуына бәйлелер тип уйлайым. Патриотик тойғолар көслө ине.
– Илһөйәрлек төшөнсәһенә бер яҡлы ғына түгел, ә киңерәк ҡарарға өйрәнегеҙ. – Полк командиры генерал-лейтенант Толстошеиндың шулай тип әйткәндәре әле лә хәтерҙә. – Атай-әсәйегеҙҙе яратыуығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан, ул шулай булырға тейеш тә. Тыуған илде лә онотмағыҙ. Ул да берәү генә! Һалдат икәнегеҙҙе бер ҡасан да онотмағыҙ, һалдат – Ватандың төп һаҡсыһы.
Ленин бүлмәһендә политруктар даими үткәргән политинформацияларҙа илебеҙҙең тарихына байҡау яһалды, Рәсәй империяһының дошманын еңеп, дан килтереүен йыш телгә алдылар. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын беҙгә, һалдаттарға, өлгө итеп ҡуйҙылар.
“Һуғыш берәүҙең дә йәшен һорап торманы”
Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Еңеү өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Фәрит Хәсәнов менән осраштыҡ. Хөрмәтле олатайҙы йортонда тап иттек. Иркен ихата, ҙур өй – барыһы ла бында хәстәрлекле хужаның ғүмер кисергәнен белгертә. Ҡунаҡтарҙы тышта ҡаршыларға өйрәнгәс, беҙҙең ингәнде күрмәй ҡалғанына үкенде фронтовик.
– Ғәжәп бит, хәҙер ни машиналар тауышһыҙ, заманында ажғырып торған “ҡорос ат”тарыбыҙ ҡайһы ғына бейеклектәрҙе яуламаны, ниместең ҡотон алып бөттө, – тип ғорурланып һөйләй ул.
Фәрит Вәли улына һис кенә лә 96 йәште бирерлек түгел. Төҙ кәүҙә, ышаныслы аҙымдар, көр тауыш. Күпте белеүе уның бай тормош тәжрибәһе туплаған кеше икәнен күрһәтә.
– Йыл да 9 Май алдынан район хакимиәтенән ҡотларға киләләр, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алам, – тип ҡыуанысын йәшермәй ветеран. – Үткән йылда Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, уның ярҙамсыһы Гөлфиә Ғабдрафиҡова, райондың ветерандар советы рәйесе Фәних Ишмаев йортобоҙға килеп Еңеү көнө менән ҡотланы. Быйыл да улар менән ихлас итеп һөйләшеп ултырырға иҫәп тотам.
Ысын офицер булараҡ, ул ҡунаҡтарҙы парад кейемендә ҡаршы ала. Әлбиттә, һуғыш ветеранының янында һөйөклө ҡатыны Галина Семеновна ла була. Улар бына инде 70 йыл бергә.
Фәрит Вәли улы Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән тыуған ауылы колхозында тир түккән, ҡайҙа ғына эшкә ебәрһәләр ҙә, бурысын намыҫ менән башҡарған.
1943 йылдың 2 октябрендә егетте армияға алғандар. Курсант Хәсәнов Украина ерен немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан, батырлыҡтар күрһәтеп бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
– Һуғыш берәүҙең дә йәшен һорап торманы – өлкәндәр ҙә илде һаҡларға ашыҡты, фронтҡа йәшләй генә алғандар ҙа күп ине, – ти әңгәмәсем. – Әле үҙемде урамда йөрөгән 16-17 йәшлектәр менән сағыштырам да, бигерәк йәш булғанмын икән, тип аптырам ҡуям. Уның ҡарауы, иртә өлгөрҙөк, донъя йөгөн иңгә йәшләй йөкмәнек. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта һуғышҡа әҙерләнеләр. Тиҫтерҙәрем менән йәһәтерәк алғы һыҙыҡҡа барырға атлыҡтыҡ, фашисты өңөнә тиҙерәк ҡыуып индереү теләге менән яндыҡ. Землянка тормошон кинонан ҡарап ҡына белмәйем, миңә яҡшы таныш ул. Мылтыҡтан атырға, парашюттан һикерергә өйрәттеләр, дошман тылынан кәрәкле мәғлүмәтте беҙҙекеләргә еткереп торҙоҡ.
Совет һалдатының батырлығына, ысынлап та, тиңдәр юҡтыр. Һәр метр ер өсөн алыш бик ҡыҙыу барған. Ниһайәт, бер көн иртә менән “подъем” булған, йәһәт кенә сафҡа теҙгәндәр, командирҙары еңеү тураһында иғлан иткән. Был Днепропетровск өлкәһенең Кривой Рог ҡалаһында булған. Полковник Фәрит Хәсәнов билдәләүенсә, ул саҡта кисергән тойғоно һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Улар еңгән, бары тик берҙәмлек һәм теләктәшлек арҡаһында ғына еңгән. Илебеҙ тарихындағы иң ҡот осҡос ҡан ҡойош тынғас та яҡташыбыҙҙы тыуған яҡтарға ҡайтармай оҙаҡ тотҡандар.
Башта Үзбәкстанға оҙаталар. Ысынлап та, һүҙгә әүәҫ һәм тәрән белемле Фәрит Вәли улын Башҡортостандан ситтә лә бик яҡшы беләләр. Полковник Хәсәнов байтаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәгән һәм эшләгән. Сит ергә тиҙ яраҡлашҡан, тәүҙән үк ныҡышмал рәүештә эшкә тотонған, ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтеүгә өлгәшкән. Оҙаҡ ваҡыт Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан буйынса социалистик милекте урлаусыларға ҡаршы бүлеген етәкләгән. Ә инде аҙаҡтан Башҡортостанға ҡайтҡас, Бүздәк районында милиция начальнигы кеүек яуаплы вазифаны башҡарған.
Фәрит Хәсәнов буласаҡ тормош иптәше менән һуғыш осоронда танышҡан. Сығышы менән Рязань өлкәһенән булған, Галина исемле ҡыҙға күҙе төшкән егет тотҡан еренән һындырырға ҡарар иткән – һылыуҡайҙы кәләшлеккә һоратҡан.
– Һөнәрем бар, тормошома ҡот өҫтәгән Галям мине өйҙә көтә, тағы ни кәрәк! – ти ул бөгөн. – Тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн тырыштыҡ инде, күңелле осор булараҡ хәтеремә уйылған ул йылдар, һис кенә лә үкенмәйем. Балаларым атай-әсәй тип өҙөлөп тора, ейән-ейәнсәрҙәрем буй еткерә, шул бәхет түгелме ни?!
Илдар АҠЪЮЛОВ.