Исхаҡ Ғүмәров 1912 йылда Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылында күп балалы шахтер ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Беренсе донъя, Граждандар һуғыштары, илдәге аслыҡ йылдарына тура килә. Атаһы Иҙрис Баҡый улы 32 йәшендә генә Ыуараш шахтаһында аварияла һәләк була. Балаларҙы етем ҡалдырмаҫ өсөн, башҡорт йолаһы буйынса, атаһының ағаһы Ибраһим үҙенең улы Искәндәрҙе килене Хәмиҙә Нәжметдин ҡыҙына өйләндерә.
Был турала Исхаҡ Иҙрис улы үҙенең ҡулъяҙмаһында ошондай иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған: “...1904 – 1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, Георгий тәреһенә лайыҡ булған атайым, һәләк булырынан бер көн алда алып ҡайтҡан өс тәңкәһенән беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға баҡыр биш тинлектәрҙе таратып, һәр беребеҙҙе үбеп һәм ҡыуана-ҡыуана һөйөп, үҙе кеүек көслө шахтер булып үҫеүебеҙҙе теләгән. Быларҙың барыһы тураһында ла миңә әсәйем һөйләне.
Атайымдың әйткәндәрен, ауыр бала саҡ һәм үҫмер осоромдан башлап, хеҙмәттә, шәхси һәм йәмәғәт тормошонда уға лайыҡлы булыу өсөн талап булараҡ күңелемдә һаҡланым. Ошоно хәтерҙә тотоп, таусы булдым, уның кеүек һалдат булырға тырыштым – васыятын намыҫ менән үтәгәнмендер тип уйлайым...” Ысынлап та, утты-һыуҙы кискән, оло тормош юлы үткән Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров ата-әсә аманатына ғүмере буйы тоғро ҡалды. Ул хеҙмәт юлын 12 йәшенән рудниктарҙа башлай, Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумын тамамлай, 1933 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм бөтә ғүмерен хәрби һөнәргә бағышлай.
Шул йылда Ҡазан хәрби училищеһына уҡырға инә. Артабан Камчаткала хеҙмәт итә, Мәскәүҙә М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып аҙағына тиклем барлыҡ ҙур хәрби операцияларҙа (Ленинград блокадаһын өҙөүҙән башҡа) ҡатнаша. Исхаҡ Иҙрис улы үҙенең ҡулъяҙмаһында: “Дүрт йыл дауам иткән һуғыш барышында миңә ун фронт, һигеҙ армия, туғыҙ дивизия составында яу юлы үтергә, шул иҫәптән ете полктың командиры, өс дивизия штабының начальнигы булып хеҙмәт итергә тура килде”, – тип яҙған.
Хәрби командир И.И. Ғүмәров фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышты, уның тәүге минуттарына шаһит булып, Көнбайыш Белоруссияның Белосток ҡалаһында башлай. Мәскәү яны, Сталинград алыштарында, Днепрҙы кисеүҙә, Ясско-Кишинев хәрби операцияһы барышында Украинаны һәм Молдавияны азат итеүҙә, Висла-Одер операцияһында Польшаны азат итеүҙә, Берлин хәрби операцияһында фашистарҙы дөмөктөрөүҙә ҡатнаша. Гвардия подполковнигы Ғүмәровтың 1050-се полкы, Шпрее йылғаһын тәүгеләрҙән кисеп сығып, Трептев паркы ҡаршыһындағы Авиация министрлығы, гестапо биналарын фашистарҙан таҙартып, Гитлерҙың тимер-бетон менән нығытылған ер аҫты бункеры урынлашҡан Империя канцелярияһын алыусылар рәтендә була.
Был полк яугирҙәре фашист Германияһының һуңғы бастионы булған Империя канцелярияһы өҫтөнә Еңеү символы булған Ҡыҙыл байраҡты ҡаҙай. Был ваҡиғаның шаһиты булған хәрби политхеҙмәткәр А.В. Никулина: “...Тырнаҡтарына фашист свастикаһын ҡыҫып тотҡан ыласын һынлы Германия рейхы гербын 1050-се полк командиры И.И. Ғүмәров империя бинаһынан алып ташларға бойороҡ бирҙе. Оҙаҡламай ғәрәсәтле һын бина алдына ҡолап төштө. Был трофей бөгөн Мәскәүҙә СССР Хәрби Көстәренең Үҙәк музейында һаҡлана”, – тип яҙа мемуарында.
Журналист Юрий Альников сирек быуат элек үҙенең бер мәҡәләһендә полк командиры И.И. Ғүмәровты “ысын мәғәнәһендә Берлин хәрби операцияһына һуңғы нөктә ҡуйған шәхес” тип дәлилләп билдәләй. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, ошо ваҡиғаны һүрәтләп, үҙенең бер шиғырында: “Империя һыны ҡолап ятты бына Башҡорт-яугире аяҡ аҫтында”, – тип ғорурланып яҙа.
Гвардия подполковнигы И.И. Ғүмәров Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1942 йыл), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944 йыл), Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945 йыл), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945 йыл), “Сталинградты обороналаған өсөн” ( 1943 йыл), “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, Польшаның “Батырҙар тәреһе” (“Крест храбрых”) миҙалдары менән бүләкләнгән. Хәрби батырлыҡтары өсөн Исхаҡ Иҙрис улы өс тапҡыр (1942, 1944, 1945 йылдарҙа) СССР-ҙың юғары наградаһы – Ленин орденына тәҡдим ителә, әммә юғарыраҡ штаб начальниктарының ҡарары менән уның урынына үрҙә һанап кителгән наградалар тапшырыла. Быны Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивының электрон сайтында һаҡланған хәрби документтар раҫлай.
Һуғыш тамамланғас, Исхаҡ Ғүмәров, хәрби госпиталдә дауаланып һаулығын нығыта һәм яңынан хәрби хеҙмәткә әйләнеп ҡайта. 1970 йылдар башында Өфө ҡалаһының Калинин районы хәрби комиссариатындағы хеҙмәтенән хаҡлы ялға сыға.
Утты-һыуҙы кискән яугир, бай тормош тәжрибәһенә эйә булған хәрби командир хаҡлы ялда ла йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашты. Полкташ дуҫтары уны хөрмәтләп, осрашҡанда ла, Исхаҡ олатайға яҙған хаттарында ла “дед” тип өндәшкән. Ә беҙҙең быуын күңелендә Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров легендар полк командиры, абруйлы аҡһаҡал, Бөйөк Еңеү һалдаты булып хәтерҙә ҡалды.
Илнур ҒҮМӘРОВ, Темәс мәктәбе уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.