Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 10:58

“Йәһәннәмде күреп ҡайттым…”

Яуҙа ла, тыныс тормошта ла улар һынатманы.

ymniki-i-ymnichki.mirtesen.ru
Фото:ymniki-i-ymnichki.mirtesen.ru

Тормош юлын еңел генә үтеп булмай. Донъя әсеһен-сөсөһөн күрһәтә, һынай, һабаҡ бирә. Саҙрислам Сәхиповтың тормошонда ла һикәлтәләр күп була. Йәш үҫмерҙең тырыш, үткер икәнен күреп, хәрби комиссариат уға Асҡынға, тракторсылар курсына, юллама бирә. МТС заманы. Ауылдарға механизаторҙар кәрәк. Халыҡ-ара хәлдәр ҙә шәптән түгел. Тракторсы – әҙер танкист бит ул.

Балтас МТС-ында тракторҙарға бик һаҡ ҡарайҙар. Яҙғы баҫыу эштәрендә бар халыҡ эшкә сума. Ҡышын иһә техника ремонтлана. Һуғышҡа бармаҫҡа бронь булыуына ҡарамаҫтан, Саҙрисламды ла алалар. 1942 йылдың марты. Айырылыу һағыштары.

– Атайҙы оҙатырға күмәкләп сыҡтыҡ. Өс баланы, әсәйҙе ҡосаҡлап атай илай, уға ҡушылып беҙ шың­шый­быҙ. Кире ҡайтып, беҙҙең сабый кәүҙәләрҙе тағы һөйә алырмынмы, тип өҙгөләнәлер инде, – тип һөйләй Саҙрислам ағайҙың ҡыҙы Рәүиә.

Көн итеүҙәре үтә ауыр була шул. Атайҙары Тыуған илде һаҡ­ларға китә, ә аслыҡ-яланғаслыҡ ике малайҙы, бер ҡыҙҙы баҡый­лыҡҡа күсерә. Һирәк кенә килгән хаттарында “Түҙегеҙ, көтөгөҙ, тиҙҙән дошманды дөмөктөрөрбөҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ” тигән һүҙҙәре алдағы көнгә өмөт һәм ышаныс тыуҙыра.

Саҙрислам механизатор-тракторсы булғас, “Катюша” ҡорол­маһын йөрөтөргә иң ауыр төбәккә – Ленинградты һаҡларға ебәрәләр. Күрмәгәнен күрә һалдат Сәхипов.

– Ҡамауҙа ҡалыу – һыуға батыу менән бер ул. Хәрбиҙәргә ашауҙы тәьмин итеү ҙә ҙур мәсьәлә ине. 1097-се полктың артиллерия взводтары иң мөһим объекттарҙы һаҡларға тейеш. Ниндәй күмәк һөжүмдәр булһа ла, һин Ватан алдында бурысыңды үтәргә тейешһең. Ул көндәрҙе күҙ алдына килтереү бик ауыр – күңелгә ҡыйын, тетрәндергес, бик ныҡ арыһаң да, йоҡлай алмайһың.

Донъяла иң ҡурҡынысы – аслыҡ, өс-дүрт көн түҙәһең, хәл бөтә, кәйеф ҡырыла. Йәш тал сыбы­ғының ҡайырын кимергән саҡтар ҙа булды. Урам тулы мәйет, уларҙы махсус бүлексәләр ҙә йыйып өлгөртә алмай. Эт, бесәй, күгәрсен ҡалманы. Беҙ, йәһүд малайы Шнейдер менән, бер оҙон ҡойроҡто өс тәүлек һағаланыҡ. Уны тотоп, бешереп ашағас, тамаҡ ялғанды. Аслыҡ тамуҡҡа төшөрә, тиҙәр, шулайҙыр.

Ваҡыт-ваҡыт фашистарҙың “Рама”лары һауаны айҡап, күҙәтеп китә. Разведка. Һөжүмде көт тә тор. Дошман беҙҙең позицияларға ут яуҙыра, уның артынан – авиация. Бөтә ҡаланы йәшәтеп килгән “йәшәү юлын” дөмбәҫләп китәләр.

Ленинградта 900 көнлөк тамуҡ булды. Һуғыш – ул ҡот осҡос афәт.  Йә­һәннәмде күреп ҡайттым. Башҡа­лар күрмәһен инде”, – тип тамамланы һүҙен ут эсенән ҡайтҡан ветеран.

“Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарын тағып, Еңеү көндәрендә иптәштәре менән бер сафта үткәндә, тыуған тупрағына әйләнеп ҡайта алыуына һөйөнгән­дер Саҙрислам Сәхибгәрәй улы. Һуғыш бөтһә лә, ул һалған яралар тиҙ төҙәлмәй. Аслыҡ яфалары оҙаҡ дауам итә әле. Халыҡ тырышып-тырмашып емерелгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтыра. Дәүләт ауыл хужалығына туранан-тура матди ярҙам күрһәтә. Ауылдарға тракторҙар ҡайтарыла. 1952 йылда иһә һәр ғаиләлә күкрәккә терәп, етерлек икмәкте киҫәләр ине.

Хеҙмәт кенәгәһендә 52 йыл тракторсы булып эшләүе яҙылған, йорт ҡороп, балалар үҫтереп йәшәгән ветеран Саҙрислам Сәхибгәрәй улының тормош юлы заяға үтмәгән.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ.

Читайте нас: