Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Май 2022, 10:36

Батырҙар онотолмай

goodfon.ru
Фото:goodfon.ru

Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнө тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда ҡатнашҡан яугирҙәр рәте ныҡлы һирәгәйһә лә, олатайҙарыбыҙҙың һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы онотолмай. Йәш быуын Еңеү  һалдаттарын хәтерләй, уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйә икән, тимәк, яугирҙәребеҙҙең батырлығы ла үлемһеҙ.

 

Йырға һалып хат ебәрәм, Фатимам,

Йыр һөйөүсе дуҫтарымдың артынан.

Бик алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән,

Ут эсендәге илдәрҙән –

Өҙөлөп һине һөйгән йәреңдән.

Мин иҫән,

         мин үлмәм,

                миндә ике йән:

Береһе – йөрәгем,

     береһе – һөйгәнем

           һин, Фатимам. 

Был шиғри юлдар – “Фатима” йә иһә халыҡ телендә “Тормош йыры” спектаклендәге йырҙың һүҙҙәре. Ошо йырҙы Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы Хәмзә Ҡурсаев сәхнәнән дә, байрамдарҙа ла, мәжлестәрҙә лә сирек быуат йырлап йөрөнө, йырҙың ғүмерен оҙайтты. “Фатима” йырын ул ғына шундай үҙенсәлекле итеп башҡарыр ине. Һүҙҙәрен Мирсәй Әмир яҙған, көйө Ғәйфулла Сарбаевтыҡы. 

Ошо йырҙың икенсе варианты ла бар, көйө Мөсәлим Вәлиевтеке, башҡарыусыһы – Мәғәфүр Хисмәтуллин. Әммә халыҡ беренсе вариантын  үҙ итте. Халыҡ телендә ул “Тормош йыры”, “Фатима” йә иһә “Басир йыры” тип тә йөрөтөлдө. Был йырҙы Хәмзә ағай малай ғына сағынан алып үлеп киткәнгә ҡәҙәр ярты быуат йырлап йөрөнө. Үҙе лә: “Нисек йырламаҫһың, минең дә бынамын тигән өс ағайым һуғыш яланында ятып ҡалды... Был минең генә йырым түгел, ул  тотош халыҡтыҡы!” – тип әйтер ине.

1996 йылда фронтовик-яҙыусы Әмир Моратов, һуғышты үткән әҙип, журналист, уҡытыусы, ошо йыр тураһында: “Нисә тиҫтә йыл буйы ошо иңрәткес йыр моңо алыҫтарҙа тороп ҡалған шаңдау булараҡ күңелдәребеҙҙе зарыҡтыра. Шулай уҡ онотолормо икән был йыр? Өлкән быуын кешеләренең генә һағышы булып ҡалырмы?” – тип әсенеп яҙғайны. Республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Абрар Ғабдрахмановтың “Йырға һалып хат ебәрәм” тигән мәҡәләһендә был йырҙың ысын сәнғәт әҫәре булыуын, йырлаған саҡта унан аһәңле моң урғылыуын телгә алды.

– “Тормош йыры” йә иһә “Басир йыры” беҙҙең Юлыҡ ауылына спектакль булып килеп инде, – тип һөйләне  Хәмзә ағайҙың ауылдашы Фидай ағай Әбүбәкиров. – Малай ғына сағынан Хәмзә Ҡурсаев ауыл клубында Басир ролен башҡарып йөрөнө, был йырҙы тәүге тапҡыр беҙгә йырлап ишеттерҙе.  Йырҙы ишеткәс тә ҡайғыға сумған ҡатын-ҡыҙҙар түгелеп иланы, йырҙы шунда уҡ үҙ итте, бөтә ҡайғы-хәсрәтен йырға һалды. Шундай ауыр осорҙа халыҡ һағышлы күңелен ошо йырға бәйләне, аһ-зарын ошо йырға түкте, күңелен йыуатты. Беҙ ҙә, малай ғына булһаҡ та, йырҙы өйрәндек, урам буйлап гармун тартып йырлап йөрөнөк. Мин үҙем дә сәхнәнән уны  бик күп тапҡыр башҡарҙым. Ошолай итеп ул халыҡтыҡына әүерелде, халыҡ йыры булып китте,  – тип һөйләп ҡалдырҙы 90 йәшкә етә яҙып донъя ҡуйған Фидай Хәйбулла улы.

Йәшәү дәүерендә беҙ  зиһенебеҙҙән бик күп төшөнсәләрҙе үткәрәбеҙ, ҡайһы бер ваҡиғаларҙың мөһим икәнлеген аңламайбыҙ. Ғүмер итеү дәүерендә эргәбеҙҙә генә легендаға тиң кешеләр йөрөгәнлеген тоймайбыҙ икән. Әйләнеп ҡараһаң, был кеше үлеп киткән,  әҙәм балаһы ғына түгел, уның  менән бергә йырҙар ҙа ҡуша китә икән... Әле генә кеүек ине  Хәмзә Ҡурсаевтың йырлап йөрөгәне, Фидай Хәйбулла улы менән дә аралашып, һөйләшеп ултырған мәлдәр... Баҡтиһәң, ғүмер яныбыҙҙан ғына үтеп бара, донъя тәгәрмәсе әйләнә лә әйләнә, туҡтап тормай. Беҙ мәңге йәшәйбеҙ, яныбыҙҙа ғына йөрөгән кешеләр ҙә оҙаҡ  йәшәй, тип уйлап хаталанабыҙ. 

2009 йылда халҡыбыҙҙың яратҡан артисы Хәмзә Ҡурсаев арабыҙҙан китте. Уның менән бергә “Фатима” йыры ла тынып ҡалды. Тормошта шундай һөймәлекле кешеләр була, арабыҙҙан киткәс, ундай кешеләрҙе йөрәк һағына. Сибай ҡалаһында йәшәгән дәүерҙә тәүге тапҡыр барлыҡҡа килгән кабелле телевидениела миңә башҡортса тапшырыуҙарҙы алып барырға тура килгәйне. Шул саҡта Хәмзә Ҡурсаев менән яҙып алған видеояҙмам әле лә шәхси архивымда һаҡлана.

“Тормош йыры” йә иһә “Фатима” һуғыш осоронда халыҡтың яҙмышына ҡуйылған һәйкәлгә тиң.  Ошо йырға халыҡ үҙенең ҡайғыһын, аһ-зарын баҫҡан, йәшәүенә көс, эшенә дәрт алған. Хәмзә Ҡурсаевтың ярты быуат йырлап йөрөгән “Фатима”, халыҡ йыры булараҡ,  “Ғүмер йыры”на әүерелде, ул халыҡ теленән төшмәне. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн был йыр туҡтап ҡалды... Сөнки иң яҡындарын, ғәзиздәрҙән-ғәзиздәрен һуғышҡа оҙатып, ирҙәренең, улдарының ҡара ҡағыҙҙарын алып,  ҡара ҡайғыға батҡан әсәләр, ауыр тормошто үҙ иңдәрендә күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар, ошо йырҙы йөрәк түрҙәрендә йөрөткән, илаһи моңдо тибрәткәндәр ҙә яҡты донъя менән бәхилләште... Хатта ошо йырҙың тарихын белгән, яратып йырлап йөрөгән оло йәштәгеләр ҙә арабыҙҙан китте. Бөгөн килеп был йыр илаһи бер моң булып йөрәгемдә тибрәлә...

Ҡайтмай ҡалһам,

                    тупраҡ булһам,

                                       бәхил бул!

Илаҡ булма, Фатимам, батыр бул!

Тыуған илдән көс алырһың!

Миңә тиң дуҫтар табырһың!

Мин йыр булып ҡайтырмын!

 

Тәнзилә Кейекбаева.

Читайте нас: