Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Март 2023, 17:00

“Шиғырын тыңлап, күҙемдән йәштәр аҡты...”

 Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт осоронда миңә кендек әбейе булырға ла тура килде.  .

“Шиғырын тыңлап, күҙемдән йәштәр аҡты...”
“Шиғырын тыңлап, күҙемдән йәштәр аҡты...”

Ауыл фельдшеры иңендәге яуаплылыҡтың ниндәй ҙур булыуын һәр кем белә. Бер үк ваҡытта уға терапевт та, хирург та, акушер ҙа, хатта психолог та булырға тура килә. Ғаиләлә берәйһе ауырыһа, иң тәүҙә ярҙамға фельдшер килә. Уның эш сәғәте – тәүлек әйләнәһенә. Шундай уңған медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе Әнифә Хәйҙәршина ҡырҡ йылға яҡын Тәтешле районының Кәлтәү һәм Шәрҙәк ауылдарында йәшәүсе 520 кешене хеҙмәтләндерә.

Әнифә Рәфҡәт ҡыҙы Аҡсәйет ауылында тыуып үҫкән. Кәлтәү урта мәктәбен тамамлағас, Чайковск медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Шәрҙәк ауылында фельдшер булып башлай, аҙаҡ район дауаханаһының балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әнифә апай буласаҡ тормош иптәше Радик ағайҙы армия хеҙмәтенән көтөп ала, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң татыу ғаилә ҡоралар. Район үҙәгенә йөрөп эшләүе ауыр булыр тип, уны Кәлтәү ауылы медицина пунктына фельдшер итеп тәғәйенләйҙәр.

 –Үҙ эшемде бик яратам, бар күңелемде һалып эшләйем. Тәү сиратта кешенең хәлен аңларға, психологик ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы саҡта йылы ҡарашың һәм урынлы әйтелгән һүҙең менән дә кешене аяҡҡа баҫтырырға мөмкин. Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт осоронда миңә кендек әбейе булырға ла тура килде. Эшкә яңы ғына тотонған сағымда Шәрҙәктә бер сабыйға яҡты донъяға килергә ярҙам итеүем һис хәтерҙән сыҡмай. Ауыр сир менән көрәшеп иҫән ҡалған баланың мәктәп байрамында тасуири шиғыр уҡыуын ишетеп, күҙемдән шатлыҡ йәштәре аҡты. Тырышлығымдың бушҡа китмәүен, баланың һау-сәләмәт йәшәүен күреп, шул тиклем һөйөндөм. Ауылдаштарыма ла рәхмәтлемен, хеҙмәтемдең ябай булмауын аңлайҙар, кәңәштәремә ҡолаҡ һалалар, – ти Әнифә Хәйҙәршина. – Иптәшем дә, балаларым да һәр саҡ таяныс була белде, эштә оҙаҡ юғалып тороуыма зарланманылар.

Радик Әлфис улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙары Әлиә лә медицина юлын һайлаған, Ҡазанда педиатр булып эшләй. Улдары Артур Төмән өлкәһендә нефть сығарыу сәнәғәтендә – өлкән инженер. Ҡырҡ йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәт юлында нимә генә кисерергә тура килмәгәндер ауыл фельдшерына – йоҡоһоҙ төндәре лә, ауырыуҙар өсөн борсолоуҙар ҙа, һөйөнөстәр ҙә етерлек булғандыр. Быныһын Әнифә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе генә белә. Төнөн ишек шаҡып уятыуҙар ҙа, селлә һыуыҡҡа йәки ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай, бешкән ашын ашамай ауырыуҙар эргәһенә сығып йүгереүҙәр ҙә, үҙе ауырып киткәндә хәлен һиҙҙермәй генә ярҙамға ашығыуҙар ҙа ауыл фельдшеры тормошона хас күренеш. Ярҙамға мохтаж ауырыуҙың бөгөн бар өмөтө фельдшер яуаплылығында икәнен Әнифә ханым яҡшы аңлай, шуға күрә уның йорт ҡапҡаһы  ғына түгел, күңеле лә һәр кемгә асыҡ.

Сирена Рәхимйәнова фотоһы һәм материалы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: