Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе Өфөләге Еңеү паркында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Радий Хәбиров шулай уҡ ике Тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Таһир Күсимовтың бюстарына, мемориаль комплекста республикала тыуып үҫкән геройҙарға арналған стелаға, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. Ул тыл хеҙмәтсәндәренең төп һөнәрҙәрен символлаштырған скульптура төркөмөн үҙ эсенә ала: нефтсе, ҡорос ҡойоусы, ураҡсы, тегенсе һәм башҡалар. Стелала хәрби техника, ауыл хужалығы продукцияһы менән фронтҡа барған составтарҙы һүрәтләгән бронза горельеф композицияһы урынлашҡан. Стеланың өҫкө өлөшөндә Еңеү ордены ҡуйылған.
Республика Башлығы Өфөнөң Орджоникидзе районы коллективтарының концерт сығыштарын ҡараны һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән аралашты.
– Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым, тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем, һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығығыҙ һәм тыныс ваҡытта хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы ветерандарҙың ихтыяждары менән ҡыҙыҡһынды һәм Өфө хакимиәтенә тейешле йөкләмәләр бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нина Трофимовна Климовичҡа тиҙҙән 98 йәш тула. Ул республика Башлығына эшендә уңыштар теләне һәм ветерандарҙың, дөйөм алғанда, оло йәштәгеләрҙең ихтыяждарына иғтибар иткәне һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары хаҡында шәхси хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Нина Трофимовна Берлинға тиклем барып еткән, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ватан һуғышы ордены һәм башҡа хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән.
Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хат яҙған балалар менән аралашты. Радий Хәбиров уларға был бик кәрәкле, мөһим һәм изге эш өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, кисә Донбассҡа сәфәр барышында Башҡортостан хәрбиҙәре менән аралашыу барышында был хаттар һалдаттарҙың хәрби рухын, кәйефен, уларҙың рухын күтәрә. Хаттарҙы яугирҙәр хатта үҙ подразделениеларында махсус стендтарға урынлаштыра. Һәм мотлаҡ балаларға яуап бирәләр. Бындай әхлаҡи ярҙам баһалап бөткөһөҙ.
Радий Хәбиров шулай уҡ яугир-десантсылар һәйкәленә сәскә һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Еңеү Паркы 1947 йылда Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеү хөрмәтенә асыла. Парк үҙенең рәсми исемен 1980 йылда Матросов һәм Ғөбәйҙуллин һәйкәле төҙөлгәндән һуң ала. Был ваҡиға һуғыш тамамланыуҙың 35 йыллығын байрам итеүгә арнала. Артабан хәрби техник машиналар, иҫтәлекле ҡоралдар барлыҡҡа килә. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған башҡорт геройҙарының исемдәре менән аллея барлыҡҡа килә. 2000 йылда паркта Республика Хәрби дан музейы эшләй башлай.
2010 йылдың 8 майында паркта ике генералдың: Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың бюстарын асыу тантанаһы үтә. 2015 йылдың октябрендә тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл асыла.
Фото: Башинформ.