Бөтә яңылыҡтар

Миҙал. Хикәйә. Талха Ғиниәтуллин

Сисендереп Вәлиәхмәттең мәйетен  эскәмйәгә һалдылар. Ҡатын-ҡыҙ өйҙән сыҡты. Йыуып бөтөп кәфенгә төрә башлағас, Искәндәр ҡарт ҡапыл мәйеттең ҡыҫылған усында нимәлер барлығын шәйләне. Бармаҡ араларындағы ярыҡтан һарғылт-ҡыҙыл ниндәйҙер тимер киҫәге ялтырай ине...

Миҙал. Хикәйә. Талха Ғиниәтуллин
Миҙал. Хикәйә. Талха Ғиниәтуллин

«Вәликәй» ҡушаматлы Вәлиәхмәт ҡарт оло йәшкә етте, инсульт үткәрҙе һәм ҡартлыҡ йүләрлегенә бирелде. Ҡарсығын таный ине әле, уны күргән-шәйләгән саҡтарында хатта әрләп тә маташты, ә бына ҡыҙын, кейәүен, ейәнсәрен күҙенә лә элмәне.

Ул иҫке өйҙә ятты. Ҡасандыр ҡунаҡ яғы тип йөрөтөлгән яртыһында, хәҙер инде ул яҡ ташландыҡҡа әйләнгән, иҫке-моҫко әйберҙәр менән тулы, унан ер һәм бәүел еҫе аңҡый. Ҡарт тар ғына тимер карауатта ята, матрас өҫтөндә простыняһы ла юҡ, теткеләнеп бөткән одеял ябына. Йыш ҡына ул аҫтына ла ебәреп ҡуя, шуға ла йәйге ҡояшлы көндәрҙә матрасын ихатаға киптерергә сығаралар. Оло хәжәтенә ул үҙе йөрөй, әммә бәҙрәфкә барып етергә хәле етмәгәнлектән, күтәрмә эргәһенә генә сүкәйә лә ҡайсаҡ тороп китә алмай үҙенең ярауына ултырып та ҡуя. Уның ялбарыулы мөгөрләүенә ҡарсығы сыға ла әрләй-әрләй ҡартын торғоҙоп ҡомған менән артын йыуа.

Ҡарсығы, Сания, йәш сағында сибәр ине. Хәҙер, шулай уҡ ҡартайып ауырыуға әйләнгәс, элекке йәш сағынан көр тауышлы әсе теле, теремек хәрәкәте менән сая ҡарашы ғына ҡалған. «Йонсой, үлеп кенә ҡуйһа арыу булыр ине», — тип уйлай ул ҡай саҡ иренә ҡарап. Ҡышын китер тигәйне лә, булманы, бына хәҙер яҙ етте, апрель тыуҙы, ә ҡарт һаман йәшәй әле.

Апрель аҙағында ҡарт ҡатынын ымлап янына саҡырҙы ла ниҙер әйтергә ниәтләнде: ҡарттың тешһеҙ ауыҙы ҡыйшайып, аңлайышһыҙ ниндәйҙер өн сығарҙы. Ҡарсыҡ шунда ныҡлап ауырығанға тиклем ҡарттың йыш ҡына: «Бына еңеүҙең илле йыллығына етәм дә миҙал алам. Унан үлһәм  дә ярай,» — тигәнен иҫенә төшөрҙө. «Миҙалмы ни?» — тип һораны ул шуға күрә. Ҡарт яуап урынына тамаҡ төбөнән ниндәйҙер өн сығарҙы, башын һелкетте. «Булыр, килтерерҙәр»,— тине ҡарсығы.

... Вәлиәхмәт һуғышҡа ҡырҡ беренсе йылда алынды. Өйләнгәйне, ҡыҙы йүгерә башлағайны инде (ғүмер буйы эскесе ир менән йонсоп күптән түгел генә үлде). Ҡамауға эләгеп, уны йырып сыҡты, ҡырҡ икелә Калининград янында яраланды — снаряд ярсығы аяғына тейгәйне, ул ҡыйыш үҫеп уңалды һәм ғүмер буйы һул аяғына һылтыҡлап атланы. Пенсияға тиклем колхозда эшләне — бригадир ҡайҙа ҡуша, шунда йөрөнө. Үҙе һымаҡ иҫке фуфайка, кирза итек кейгән ирҙәрҙән бер ни менән дә айырылманы, хәйер, уларҙан айырмаһы шунда булғандыр: ул аҡһаҡ - төҫкә-башҡа сибәр ҡатындың ире. Бер ҡасан да үҙенең фронтта күргән михнәттәре, яралы аяғы өсөн кемдер нимәлер тейешле тигән өмөт йөрөтмәне. 9 май клубҡа саҡырғас та (табын да ойошторғайнылар) ул бик уңайһыҙланып ҡына барҙы. Туғандарына ҡунаҡҡа килмәгән, ә колхоздыҡын ашай, тиһәләр? Ә бына Латифаның улы Рифат, афған һуғышында ҡатнашҡан йәш егет, эскесе, һуғыш суҡмары, миңә нимә эшләһәм дә ярай тип иҫәпләне, ахыры, шул уй менән йәшәне лә. Магазинға арыу әйбер килһә, аяҡ кейеме йәки курткамы — беренсе сиратта уға, бер генә бөртөк һыуытҡыс алып ҡайтҡандар — уға. Өйҙө лә бит колхоз һалып бирҙе.

Вәликәй йәштән үк Санияға ғашиҡ ине, әммә ул сибәр ҡыҙ, үҙенә тиң түгел тип иҫәпләне. Уға колхоз рәйесенең улы Хәйҙәр, гармунсы Фуат, буйҙаҡ уҡытыусы Ғөбәй, бүтән арыу егеттәр өйләнә алыр ине. Хеҙмәтенән ир ҡорона етеп, ҡыйыуланып ҡайтҡас та Сания янына барып һүҙ ҡушырға ҡурҡты. Бер йыл өйләнмәй йөрөгәйне, ата-әсәһе килен тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы, йәнәһе, әйт, күңелеңә кем яҡын, яусы ебәрәбеҙ. Ул тотто ла Сания тине. Былай ғына, шаяртып, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫын белә тороп әйтте. Һоратырға барғайнылар, теге риза булған да ҡуйған! Вәлиәхмәт аптыраны, ышанманы, бәхетенән иҫерҙе. Туй көнөнә тиклем дә юҡ ине әле ышанысы: кире уйлар тип ҡурҡты. Унан ғүмер буйы ризалыҡ биреүенең сәбәбенә төшөнә алмай аптырап йәшәне, сөнки үҙенә тиклем һоратҡандарын да ишеткәйне: кире һуҡҡан, ә үҙе был турала һорашырға ҡыйманы. Гел генә, Сания мине яратмай сыҡты тигән уй менән йәшәне, бәлки, ата-әсәһе өгөтләгәндер, яҡшы ғаилә, егәрле егет, тигәндәрҙер, унан, күрше ауылдың колхоз рәйесе улы һората бит, әгәр сыҡмаһаң, урлайым, тип ҡурҡытыуы ла тәьҫир иткәндер.

Һуғышҡа киткәндә ҡыҙмаса башы менән, командир булып, орден алып ҡайтасаҡмын, тип һүҙ бирҙе ҡатынына. Герой булып ҡайта инде, йәнәһе. Тик орденһыҙ, етмәһә, аяғын яралап ҡайтты. Мөхәмәттең «Дан» ордены, Рәйестең «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, Тәлғәттең «Ҡыҙыл Йондоҙ»о бар, ә Вәликәйҙең хатта «Еңеү өсөн» миҙалы ла юҡ бит, исмаһам. Һуғыш бөткәндең бишенсе йылына ғына военкоматта тапшырҙылар. Ғөмүмән, ҡырҡ беренсе, ҡырҡ икенсе йылдарҙа һуғыш тамамланыуға табан барғандағы һымаҡ йыш бүләкләмәй торғайнылар һалдатты. Юҡ, ҡатыны уны командир булып та, орден тағып ҡайтмағаны өсөн дә битәрләгәне булманы. Тере ҡайтҡан — Аллаға шөкөр. Бик күптәр был бәхетте күрә алманы. Әммә ул уны бүтән яҡтан битәрләне. «Быҙау кеүек үтә йыуашһың. Эшкинмәгән. Һин анау Сабиттан кәмме ни? Ул бригадир, ә һин тиҙәк киҫәге». Йәки: «Әмирхан һинән ҡайһы яғы менән өҫтөн? Дүрт класс белеме менән идарала ултыра, ә һин етене бөткәнһең — һаман шул тиҙәктә ҡаҙынаһың». Вәлиәхмәт үҙенең бахырлығын белә, шуға өндәшмәй. Өндәшә алмай.

Йылдар үтә торҙо. Һуғыш тамамланыуға 25 йыл тигәндә элекке һалдаттарҙы ветеран тип атай башланылар, миҙалдар бирҙеләр. Был миҙалдарҙы Вәликәй ғүмер эсендә бер кейгән берҙән-бер арыуыраҡ костюмына беркетеп ҡуя һәм уға һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик һуңлап бүләкләйҙәр һымаҡ тойола ине. Ошо турала уйлай башлаһа, күңеле яҡтыра, яурындары яҙыла. Ниһайәт, йылдар үтә килә ул, ҡатыны әйткәнсә, үҙенең быҙау, ғүмер буйы тиҙәктә ҡаҙынған мәхлүк түгеллеген, һалдат булғанлығын аңланы. Ә уның ер һөргәне, иген иккәне, кешеләргә һөт, икмәк биргәне, ғаиләһен ҡарағаны, балалар үҫтергәне — былары әллә нимә түгел, дөрөҫөрәге, былар уның тормошонда иң мөһиме түгел, ул һуғышты, яуҙа булды — бына уның ирлек ғорурлығы, бына уның шатлыҡ-ҡыуанысы. «Ватан һуғышы»ның беренсе дәрәжәһен тапшырғас, ул үҙен бөтөнләй герой итеп хис итте, ғорурлығы артты. Миҙалдар, орден беркетелгән ҡуйы зәңгәр төҫтәге пинжәген кейеп ҡунаҡҡа барғанда янында атлаған бисәһе эстән генә ғорурланалыр кеүек тойола, ошо костюмын кейеп ҡалаға ҡыҙҙарына ла барҙы, йомошо төшөп ауыл советына йәки колхоз идараһына юлланырға тура килһә лә шул пинжәген кейә торғайны. Ҡай саҡ былай ғына, миҙалдарын йылтыратып, яңы алған эшләпәһен ҡырын кейеп урам буйлап йөрөп килә, йәнәһе, магазинға бара, ә үҙе бер нәмә лә алмай.

Йылдар артынан йылдар үтте, пинжәккә һары миҙалдар ҙа өҫтәлә торҙо, пенсияһын да арттырҙылар. Вәлиәхмәт яйлап ҡартайҙы, сир ҙә йәбеште. Хәҙер инде нисек тә төп миҙалға — еңеүҙең 50 йыллығына бирелә торғанына етеү өсөн тырышты. Етте ҡарт һалдат, дөрөҫөрәге, етә яҙҙы, тик үҙен паралич һуғып ҡуйҙы. Уның бар теләге шул: миҙалды алырға, ҡулға тотоп ҡарарға ла пинжәккә тағып ҡуйырға — унан үлһә лә ярай.

Бына апрель дә үтеп бара, көндәр оҙонайҙы, күк ҡабағы киңәйҙе, тәҙрәнең теге яғында йылыға ҡыуанышҡан турғайҙар сырҡылдашты. Оҙаҡламай май тыуасаҡ... Бөгөн нисәһе икәнен белер өсөн ҡарт тешһеҙ ауыҙындағы телен борғолап ниҙер әйтергә теләне. Аңланы ҡатыны, алтыһы, шәмбе, тине. Бына етеһе лә йәшәлде, һигеҙе етте һәм ҡарт борсола башланы... Туғыҙы иртән, диванда йоҡлаған Сания, ғәҙәте буйынса иртүк торҙо, тышҡа сығып килде, кергәс, ул өйҙә тып-тын булыуына иғтибар итте, ҡартының тын алыуын, хырылдауын ишетмәне. Янына барҙы, яурынына ҡағылды. Ҡарт ҡуҙғалманы, ул үлгәйне, күрәһең, йоҡоһонда үлгән. Ҡарсығы әллә ни борсолмай, ҡайғырмай ғына (ниһайәт, йонсоуҙан ҡотолдо) күршелә йәшәгән ҡыҙына китте. Кәңәшләшкәндән һуң былай тип хәл иттеләр: бөгөн, байрам көндө, ҡалала йәшәгән уртансы ҡыҙҙарына шылтыратмаҫҡа, ҡарттың үлеүе тураһында бер кемгә лә әйтмәй торорға. Сөнки Сания белә: ҡартының 9 майға тиклем йәшәргә, үҙенә тейешле миҙалын алырға теләге бик ҙур ине. Үлгәнен белһәләр, бирмәйәсәктәр. Ана, Еңеүҙең 40 йыллығына бер нисә көн генә ҡалғас үлгән күршеләре Ғабдуллаға бирмәнеләр бит. Сания үҙҙәре килтереп бирерҙәр тип көттө. Килтермәнеләр. Төш етер алдынан тотто ла үҙе китте ауыл советына. Ауыл советы рәйесе, хәҙергесә әйткәндә, ауыл хакимиәте башлығы — ветеринар Әхмәҙулланың улы Салауат. Бикле булып сыҡты хакимиәт. Үҙенең ҡапҡа төбөндәге эскәмйәһендә ултырған Мәүзифа ҡарсыҡ, түрәләр бында юҡ, клубҡа китте, тине. Сания клубҡа атланы. Клубтың төкәтмәһендә, телевизор ултырған бүлмәлә, ҡыҙҙар ветерандар өсөн өҫтәл әҙерләй. Салауат та шунда.

— Минең ҡартҡа ҡасан миҙал бирәһең? — тине Сания кереү менән.

— Бәй, ул үлгән бит, — тине Салауат тыныс ҡына. «Белеп тә өлгөргән!» тип аптыраны ҡарсыҡ, шулай ҙа юғалып ҡалманы.

— Ул бит бөгөн иртәнсәк кенә үлде, таң алдынан, туғыҙына сыҡҡас. Үлер алдынан миҙал да миҙал тип ятты, — тине.

 — Ярамай, — тине Салауат тыныс ҡына.

 — Нисек ярамай? Ул ике тапҡыр яраланған, ғүмер буйы колхозға бил бөктө, ә һин ярамай...— Санияның былай ҙа көр тауышы был юлы бик талапсан сыҡты.

 — Һуңғы йылдарҙа ауылда ун биш ветеран үлде. Уларға ла миҙал тапшырайыҡмы ни? Бөгөнгө көндә иҫән булғандарға ғына бирәбеҙ.

— Әйтеп торам даһа, ул бөгөн үлде, иртәнсәк. Хәле насар ине, ошо миҙалды көтмәһә күптән үлгән булыр ине инде. Шул өмөт кенә йәшәтте.

— Үлгән кешегә нимәгә ул?

 — Ә һин уның үҙенән һора.

Салауат ирекһеҙҙән йылмайҙы, башын сайҡаны, бер ни тиклем өндәшмәне, унан теләр-теләмәҫ кенә:

— Ярар, — тип ҡуйҙы. - Мөйөштәге шкафҡа барҙы, асып, ҡумта, полиэтилен тоҡсай алды һәм ҡарсыҡҡа тотторҙо, унан көсләп кенә, — Ҡотлайым! — тине. Өйөнә ҡайтҡас, Сания иң тәүҙә тоҡсайҙа нимә барлығын тикшерҙе. Бер шешә араҡы, колбаса, ҡаплы кәнфит, ниндәйҙер китап. Унан пластмасса эсенән ҡара, һары һыҙыҡтар йүгертелгән колодкаға эленгән һарғылт, яңы илле һумлыҡ тимер аҡсаға оҡшаған миҙалды алды. Тәүҙә ҡартының пинжәгенә беркетеп ҡуйырға ниәтләнгәйне лә, кире уйланы, мәйет янына барып миҙалды уның киң, һалҡын усына һалды.

— Бына миҙалың,— тине ҡарсыҡ һәм тегенең ҡатып өлгөрмәгән усына йомдорҙо. Уға ҡапыл, бер мәлгә генә ҡартының көл төҫөнә ингән, ҡыҫҡа һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө ҡапыл яҡтырып киткәндәй тойолдо.

Ҡартты эскәмйәгә күсереп һалдылар, аҫтындағы тамам һаҫыған матрасты тышҡа сығарып ырғыттылар. Хушлашырға туғандары, күршеләре килде. Киске яҡҡа ике ҡарсыҡ — Сәкинә менән Рәбиға кереп тиҫбе тарта-тарта төнө буйы үҙҙәре лә аңламаған доға уҡып сыҡтылар.

Иртәгәһенә ҡаланан уртансы ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәре ҡайтты. Ике ҡарт — Искәндәр менән Сәлимйән керҙе. Икеһе лә гонаһҡа батҡан эскеселәр, ошо урамдағы үлгәндәрҙе йыуа, ерләй торған кешеләр. Әле лә ҡыҙмасалар. Иҙәнгә полиэтилен клеенка йәйҙеләр, өҫтөнә эскәмйә ултырттылар, эскәмйәгә сисендереп Вәлиәхмәттең мәйетен һалдылар. Ҡатын-ҡыҙ өйҙән сыҡты. Йыуып бөтөп кәфенгә төрә башлағас, Искәндәр ҡарт ҡапыл мәйеттең ҡыҫылған усында нимәлер барлығын шәйләне. Бармаҡ араларындағы ярыҡтан һарғылт-ҡыҙыл ниндәйҙер тимер киҫәге ялтырай ине.

 — Сания, мәйеттең ҡулында нимәлер бар бит! — тип ҡысҡырҙы Искәндәр.

 — Миҙалы, миҙалы,— тип яуапланы ҡарсыҡ соландан. — Бир бында, пинжәгенә ҡаҙап ҡуяйым.

Искәндәр ҡарт мәйеттең бармаҡтарын яҙырға маташып ҡараны, әммә һалҡын бармаҡтарҙы төҙәйтә алманы. Әлбиттә, көс һалып ҡайырырға ла була ине, тик әллә нисек бит. Унан килеп Вәлиәхмәт усынан бүләген ысҡындырғыһы килмәгән дә һымаҡ. Сәлимйән дә булашты, ул да үле йоҙроҡҡа көс ҡулланыуҙан ҡурҡты.

 — Сания, ул бирмәй! — тип һөрәнләне Искәндәр, ишек янынараҡ килеп.

— Ярар, улайһа, үҙе менән алһын, — тип яуапланы ҡарсыҡ...

Әмир Әминев тәржемәһе.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: