"Эсемдә йыйылып йөрөгән серҙәремде, уйҙарымды яҙайым әле. Барыһын да башта һөйләйем.
Йәш саҡтан шаталаҡ, шаян ғына ҡыҙ булдым. Руссалап "душа компании" тиҙәр ине мине бөтә дуҫтарым һәм әхирәттәрем. Иғтибар иткән егеттәр ҙә арыу уҡ булды. Айырыуса ике егет артымдан ныҡ йөрөнө. Береһе - шым ғына, аҡыллы, тыйнаҡ, икенсеһе - уның киреһе - шаян, теле-телгә йоҡмай. Икәүһе менән бер ыңғай йөрөп булмай бит инде, "быныһы менән бигерәк күңелһеҙ булыр ул" тип, икенсеһен һайланым. Осрашһаҡ, комплименттар әйтә, көләмәс өҫтөнә көләмәс һөйләп көлдөрә. "бына быныһы менән, исмаһам, йәшәү күңелле, ҡыҙыҡ буласаҡ", - тип уйланым. Йәш саҡ - иҫәр саҡ бит инде, ни тиһәң дә, яңы училище бөткән 18 йәшлек ҡыҙмын.
Теге шаян егетем менән матур итеп туй үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрҙек. Ике улыбыҙ тыуҙы. Әммә минең күңелсәк иремдең эшкә, ғаилә көтөүгә барымы булмай сыҡты бит. Бер урында ла баш баҫып эшләй алмай: йән уныһы, йә быныһы оҡшамай. Кеше фатирында, ятаҡтарҙа йәшәй торғас, былай булмай тип, уның тыуған яғына ҡайтып киттек. Бында ла тормош яйланманы. Мине ир ҡатын-ҡыҙ менән шаярыуға оҫтарып алды, өйгә ҡайтмаған саҡтары йышайҙы. Ғаилә карабы ҡомға килеп терәлде һәм беҙ айырылыштыҡ.
Ятағы булған урынға эшкә төшөп, ике бала менән бер бәләкәй генә бүлмәлә йәшәп алып киттек. Эш һайлап тормай эшләнем, балаларымды лайыҡлы үҫтерергә, кеше итергә тырыштым. Аллаға шөкөр, улдарым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булып үҫмәне, бөгөн улар - минең төп ярҙамсым да, таянысым да. Тормошом да яйланды, фатирым да, эшем дә бар. Улдарым үҫеп, үҙ ғаиләләрен ҡороп, башҡаланды, икеһе лә Себер тарафтарында эшләй, матур ғаилә башлыҡтары. Улар өсөн ҡыуанам. Тик яҙаһы һүҙем был турала түгел.
Шулай тура килде бит инде: оҙаҡ йылдар яңғыҙ ҡатын булып йәшәнем. Бик ауыр ул был статуста йәшәй. Ураған һайын төрттөрөп кенә торалар. Йәнәһе, мин яңғыҙ, ирһеҙ. Хатта дуҫ тип һанап йөрөгән ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡтарҙа ирҙәрен ҡыҙғанып маташты. Ял көнө сығырға йәки сменанан һуң ҡалып эшләргә булһа, "Ана Зифа сыҡһын, уның балалары үҫкән, ире юҡ", - тип кенә ҡуя ине ҡайһы бер колллегалар. Ошондай ҡырын ҡараштарҙан, кеше һүҙенән ҡасып, тиҙҙән ҡунаҡ-маҙарға ла йөрөмәй башланым. Элекке шаталаҡ, "душа компании" булған Зифанан шулай итеп бер нәмә лә ҡалманы. Ә бит мин бер ваҡытта ла кеше ирҙәренә бәйләнеп, сит ғаиләне боҙоп, исем сығарып йөрөмәнем. Шаян холоҡло булыу - еңел-елпе булыу тигәнде аңлатмай бит. Ошондай һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн генә берәйһе менән яңынан ғаилә ҡороп ҡарарғамы икән тип уйлайым да бит, тик эргә-тирәлә бер лайыҡлы кеше юҡ. Ситкә йөрөгән, бер ерҙә йүнләп эшләмәгән, аҡсаһыҙ интектергән, бар тапҡанын үҙенә тыҡҡан, мине әллә ниндәй бысраҡ һүҙҙәр менән кәмһеткән ирҙән һуң башҡа ир-егеттәргә ышанысым да юҡ шикелле.
Хөрмәтле яңғыҙаҡ ҡатындар! Һеҙ минең хәлдә ҡалғанығыҙ бармы? Шундай көнләшкән йәки төртмә теле менән саҡҡан кешеләргә яуап бирәһегеҙме? Әллә минең кеүек үҙегеҙҙе эстән ашап, кәмһенеп, йонсойоғоҙмо?
Зифа, 56 йәш".
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.