М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Башҡортостан Республикаһы һәм күрше төбәктәрҙең белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыу методикаһының көнүҙәк мәсьәләләре” тип исемләнгән төбәк-ара түңәрәк өҫтәл үтте.
Ошо көндәрҙә университетта “Башҡорт теле уҡытыусыһы: башланғыс дөйөм белем биреү өлкәһендә башҡорт телендә айырым предмет өлкәләрен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы” программаһы буйынса башланғыс кластар уҡытыусыларын һөнәри яҡтан ҡайтанан уҡытып, уларға “Башҡорт теле уҡытыусыһы” квалификацияһы бирелде. Курс 2024 йылға “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһының “Мәғариф ойошмаларында башҡорт телен уҡытыуҙы тәьмин итеү һәм камиллаштырыу” саралары планына ярашлы ойошторолған.
Курстарҙа республикабыҙҙың ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән башланғыс класс уҡытыусылары уҡыны. Бер нисә ай педагогтар дистанцион форматта шөғөлләнде, ә 28 октябрҙән 2 ноябргә тиклем улар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алды.
Түңәрәк өҫтәлдең модераторы филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты деканы Ләлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова асты һәм сараның маҡсаты һәм ҡатнашыусылары менән таныштырҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Марат Наил улы Ишемғолов башҡорт телен һаҡлауҙың һәм үҫтереүҙең мөһимлеген, шулай уҡ уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Халыҡ мәғарифы идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу бүлеге начальнигы Илгиз Әхтәм улы Сәлихов “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Халыҡ мәғарифы идаралығының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсы иғлан ителә. Конкурста еңгән кабинеттар 2025 йылда йыһазландырыласаҡ. Илгиз Әхтәм улы шулай уҡ уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы.
М. Аҡмулла исеемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова полилингваль мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн уҡыу-методик комплексы презентацияһын ойошторҙо.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар башҡорт телен уҡытыу методикаһының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, шулай уҡ тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашты. Осрашыу Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең мәғариф ойошмалары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға, шулай уҡ башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итте.
Курстар үткән уҡытыусылар араһында Силәбе өлкәһенән дә вәкилдәр бар ине. Улар Башҡортостандың сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙамы тураһында һөйләп, рәхмәт әйтте. Күрше төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тыуған телде өйрәтеүгә теләктәре ҙур булыуы һоҡландырҙы.
Рәмилә МУСИНА фотолары.