Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
29 Октябрь 2024, 14:30

“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә

Сарала Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан 50 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары уҡытыусыһы һәм 60 уҡыусы ҡатнаша.

“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 29 – 31 октябрҙә Рәсәй төбәктәренең һәм БДБ илдәренең белем биреү ойошмалары уҡытыусылары өсөн семинар-кәңәшмә һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән балалар өсөн “Ғилем” этнобелем сменаһы уҙғара.

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ошо сараларҙы тантаналы асыу үтте.

– Был сараны “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторҙоҡ. Семинар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һөнәри оҫталығын арттырыу, педагогтарҙың тәжрибәһен тикшереү һәм дөйөмләштереү маҡсатында үткәрелә. Ә инде этнобелем сменаһына килгән балалар бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып, Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы Өфө тураһында бай тәьҫораттар алып ҡайтыр, тип ышанабыҙ, – тине үҙенең сығышында БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов.

“Ғилем” быйыл тәүге тапҡыр үткәрелә. Унда Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан 50 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары уҡытыусыһы һәм 60 уҡыусы ҡатнаша.

– Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уларға эшлекле программа, ҡыҙыҡлы саралар, осрашыуҙар әҙерләнек. Уның барышында уҡытыуҙы һәм тел өйрәнеүҙе һөҙөмтәле итеп ойоштороу мәсьәләләре, эш программалары, оҫталыҡ дәрестәре, педагогик оҫтаханалар ҡараласаҡ, юғары уҡыу йорттарына – Өфө фән һәм технологиялар университетына, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына барыу планлаштырылған. Ә инде этнобелем биреү сменаһында ҡатнашҡан уҡыусылар Өфө ҡалаһының тарихи-мәҙәни иҫтәлекле урындарында буласаҡ, танылған шәхестәр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн «Өс таған» фильмы күрһәтеләсәк, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Беҙ... вариҫтар» спектакле ҡуйыласаҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе эшлекле, мауыҡтырғыс, тәьҫораттарға бай көндәр көтә, – тип һөйләне министрлыҡтың дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Илгиз Әхтәм улы Сәлихов. 

Беҙ сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү маҡсатында башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Сания Сәйет ҡыҙы ҠУҘБАЕВА, Ырымбур өлкәһе Төйләгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Был сараға беҙ ике уҡытыусы – мин һәм Ләйлә Ирек ҡыҙы Хисамова, ике уҡыусыбыҙ Диана Бикинеева һәм Фидалиә Хисамова менән килдек. Уҡыусыларыбыҙ күстәнәскә бейеү ҙә алып килде. Милли кейемдәрҙе үҙебеҙҙең көс менән тектерҙек.

Мәктәбебеҙҙә 1-се кластан башлап 11-се класҡа тиклем башҡорт теле уҡытыла. Бөтә кластарҙа ла тиерлек аҙнаһына икешәр сәғәт бүленгән. Белем усағыбыҙ бик бай тарихлы: ауылыбыҙҙа 1909 йылда мәктәп асылған һәм шунан алып, йәғни бына инде 115 йыл дауамында, башҡорт теле уҡытыла. Балаларға рухи тамырҙарыбыҙға, милли асылыбыҙға, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, тырышып эшләйбеҙ. Үҙемдең урыныма алмаш – бөгөн ошо семинарға ҡатнашҡан Ләйлә Ирек ҡыҙы Хисамованы әҙерләйем. Телебеҙ юғалмаһын, быуындар күсәгилешлеге һаҡланһын, киләсәктә лә беҙҙең вариҫтарыбыҙ үҙҙәренең башҡорт булыуын белеп, шуның менән ғорурланып үҫһен, тип теләйем. Шулай ҙа күп нәмә ғаиләнән тора. Белер-белмәҫ килеш балаһы менән русса аралашҡан ата-әсәләрҙең булыуы эсте бошора. Әммә күңелде төшөрмәйбеҙ, рухлы, милли асылына тоғро кешеләр ҙә күп.

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иҫ киткес ҙур ярҙам, иғтибар тоябыҙ. “Башҡортостан булмаһа, нимә эшләр инек?” тип тә уйлап ҡуям ҡайһы берҙә. Ошондай сараларға даими рәүештә саҡыралар, балаларыбыҙ “Йәйләү” лагерында ял итә. 2003 йылдан башлап башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ был сараны шул тиклем көтөп ала, әҙерләнә, “Өфөгә мин барам”, тип кенә тора.

Элегерәк башҡорт теле әсбаптары йәһәтенән проблема ҡырҡыу тора ине, әле был йәһәттән эштәр шул тиклем матур ойошторолған. Башҡортостан өр-яңы китаптар, дәреслектәр ебәрә, беҙ ҡыуанып уҡытабыҙ, балаларыбыҙ тырышып уҡый.

Алһыу Сәләхитдин ҡыҙы ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, Когалым ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

– Был сарала Ханты-Манси автономиялы округынан биш кеше ҡатнашабыҙ. Сорғот ҡалаһынан ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова менән өс баланы алып килдек. Улар – Шамил Атйетәров, Кәримә Арыҫланова һәм Айлина Дәүләтбирҙина. Гөлсирә Камил ҡыҙы Сорғотта йәмәғәт башланғысында йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт теленән дә уҡыта.

Беҙҙең Когалымда башҡорт ҡоролтайы булдырылыуға ноябрь айында рәсми рәүештә бер йыл тула. Әлбиттә, ойоштороу эштәрен күпкә алдараҡ, март айында уҡ башлағайныҡ. Эште ойошторғанда уҡ балаларҙы бергә туплап, уларға тел нескәлектәрен, йыр-бейеүҙәребеҙҙе өйрәтеү, рухи тәрбиә биреү хыялы булды. Быйыл октябрь айында 20-гә яҡын баланы туплап, ошо изге эште башлап ебәрҙек, йәғни Когалымда ла йәкшәмбе башҡорт мәктәбе асыуға өлгәштек.

Сараға Башҡортостандағы, башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙҙың эштәрен өйрәнеп, тәжрибә туплап ҡайтырға тип килдек. Башҡортостан менән бәйләнештәр нығый, был беҙҙе ҡыуандыра. Балаларыбыҙ ҙа күңелдәренә рух, дәрт алып, тамырҙарына яҡынайып ҡайтыр, тип ышанам.

Автор фотолары.

 

 

 

“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
“Ғилем” белем дә бирә, рухты ла үҫтерә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: