Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәй Һәм Беларусь Союз дәүләте уҡыусыларының халыҡ-ара олимпиадаһын ябыу тантанаһы үтте. Дөйөм тарих һәм рус теленә һөйөү ике дәүләттең йәштәрен интеллектуаль ярышта берләштерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.
Олимпиаданың йомғаҡлау этабында 23 команда, Беларусь Республикаһынан һәм Рәсәй Федерацияһының 15 төбәгенән 138 өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашты. Жюри составына Башҡортостан Республикаһы һәм Беларусь фәнни-педагогик берләшмәһенең 25 вәкиле, фән кандидаттары докторҙары, профессорҙар, доценттар инде.
Абруйлы жюри олимпиадала абсолют еңеүсене билдәләне. Ул –Башҡортостандан Мария Алехина. Мария Стәрлетамаҡтан килгән, ул 1-се гимназияның 11-се класында уҡый. “Олимпиадала мин икенсе тапҡыр ҡатнашам, һәм мин шундай бейеклеккә күтәрелеүемә шатмын. Беҙҙең Башҡортостан командаһы алты кешенән торҙо, һәм миңә бәхет йылмайҙы, был онотолмаҫ көндәр булды, бик көслө команда рухы, беҙ бер-беребеҙгә ярҙам иттек! Уҡытыусыларыма, миңә ныҡлы белем биргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Әлбиттә, мин үҙемдең профессиональ эшмәкәрлегемде рус теле һәм ватан филологияһы менән бәйләргә ниәтләйем. Буласаҡ олимпиада ҡатнашыусыларына уңышһыҙлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, эшләргә, хаталар эшләргә һәм бары тик алға барырға теләйем!” – тине Мария.
Команда зачетында 1-се дәрәжә дипломға Могилев өлкәһе лайыҡ булды. Команда зачетында 2-се дәрәжә диплом менән Белорус дәүләт университетының Феликс Дзержинский исемендәге Лицей командаһы һәм Минск ҡалаһы командаһы бүләкләнде. Команда зачетында 3-сө дәрәжә диплом менән Брест, Витебск өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы бүләкләнде. Олимпиадала ҡатнашыусылар төрлө номинациялар һәм махсус приздар менән дә билдәләнде.
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов сараны ябыу тантанаһында йыйылыусыларҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлап, ошо көндәрҙә ике дәүләттең төбәктәренән балалар бер телдә – дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу телендә һөйләште, тип билдәләне. “Минең иң ҙур тәьҫоратым – университетыбыҙҙа булған дуҫлыҡ кисәләре. Һеҙ бер-берегеҙгә Беларусь Республикаһы һәм Рәсәйҙә бай булған бөтә эске донъяны күрһәттегеҙ һәм һөйләнегеҙ, һеҙҙең яҡшы мөнәсәбәттәрегеҙ ғүмер буйы һаҡланасаҡ. Ошо көндәрҙә Өфө менән танышып, уны яратып өлгөрҙөгөҙ, тип ышанам. Ҡунаҡсыл республикабыҙға һәм беҙҙең вузға һәр саҡ рәхим итегеҙ!” – тине Салауат Сәғитов.
Олимпиада жюриһы рәйестәше, Беларусь Республикаһы мәғариф академияһының ғилми-тикшеренеү үҙәге начальнигы, педагогия фәндәре докторы Василий Русецкийҙың уникаль тәжрибәһе бар: 20 йыл дауамында олимпиада эштәрен баһалай. Ул сарала эшләү тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Быйыл ҡатнашыусылар алдағы йылдарҙағы кеүек үк кимәлдә. Был остаздар үткәргән етди әҙерлек тураһында һөйләй. Һәр олимпиада үҙенсә ҡабатланмаҫ, сөнки был яңы ҡала, яңы кешеләр асыу. Өфөгә килгәндә, ул бик юғары кимәлдә әҙерләнгән. Һәм был йәһәттән Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы һәм уның ректорының хеҙмәте ҙур, улар бик профессиональ команда туплай алды. Сара йөкмәткеһе йәһәтенән дә ҡыҙыҡлы һәм камил ойошторолған, бының өсөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!” – тип билдәләне.
Олимпиада флагы Витебск өлкәһенә ебәрелә, унда 2025 йылда ике дәүләт уҡыусылары рус телен һәм мәҙәниәтен белеүҙә көс һынаша. Жюри ағзаһы, Петр Машеров исемендәге Витебск дәүләт университетының дөйөм һәм рус тел ғилеме кафедраһы доценты Владимир Генкин олимпиада символын Белоруссияға тапшырасаҡ.