Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ҡалтасы районында белем һәм тәрбиә биреүҙең торошо, Бөрйәндә Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына әҙерлек барышы тураһындағы мәҡәләләр донъя күргән, республика яңылыҡтары бирелгән.
2-се биттә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар реформаһы темаһына аналитик яҙма баҫылып сыҡҡан, баш ҡаланың Киров районында уҙған республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилей сараһынан репортаж урын алған, нотариат өлкәһенә ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтар хәбәр ителгән.
3-сө биттә – сираттағы “Ҡырағай мөхит” махсус сығарылышы. Унда был юлы һунар итеү ҡағиҙәләре тураһында аналитик мәҡәлә донъя күргән, төлкө һәм терпе хаҡында күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелгән.
4-се биттә күрше Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙҙәренең көнитмеше тураһында яҙып ебәргән хаттары баҫылған, гәзит уҡыусыларға “Һағыҙаҡ” тигән яңы хикәйә тәҡдим ителгән.