Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2019, 16:08

“Башҡортостан” гәзитенең 7 май һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Өфө лимонарийынан репортаж бирелгән. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылындағы китапхана эшмәкәрлеге яҡтыртылған.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Өфө лимонарийынан репортаж бирелгән. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылындағы китапхана эшмәкәрлеге яҡтыртылған.


2-се биттә Бишбүләк районында торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү, ә Балтас районында медицина ярҙамы күрһәтеү торошо тасуирланған.


3-сө биттәге яҙмаларҙа бөгөнгө хеҙмәт баҙарына хас үҙенсәлектәр барланған, Ғафури районындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү барышы тураһында хәбәр иткәндәр.


4-се биттә хәрби һөнәр эйәһе менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан, Пермь крайы башҡорттары хаҡында мәҡәлә донъя күргән.


5-се биттә Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев тураһында бик ҡыҙыҡлы яҙма донъя күргән.


6-сы биттә Күгәрсен, Әбйәлил, Учалы яҡтарынан килгән хат-хәбәрҙәр урын алған.


7-се биттә мәғлүмәти белдереүҙәр донъя күргән.


8-се биттә, Радио, бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, “Иртәнсәккәй тороп” радиотапшырыуының алып барыусылары менән әңгәмә тәҡдим ителгән, “Атай малы” хикәйәһенең аҙағы баҫылып сыҡҡан.


Читайте нас: