Бөтә яңылыҡтар
10 Май 2019, 11:45

“Башҡортостан” гәзитенең 10 май һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә кисә Өфөлә уҙған Еңеү парадынан һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһынан репортаж бирелгән, 2-се биттәге яҙмаларҙа республика төбәктәрендә үткән Бөйөк Еңеү байрамы тантаналары һүрәтләнгән. 3-сө биттә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың байрам айҡанлы сығышы бирелгән. Шулай уҡ был биттә ағас ултыртыу айлығы барышы, сүп-сар сығарыу реформаһы яҡтыртылған.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә кисә Өфөлә уҙған Еңеү парадынан һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһынан репортаж бирелгән, 2-се биттәге яҙмаларҙа республика төбәктәрендә үткән Бөйөк Еңеү байрамы тантаналары һүрәтләнгән.
3-сө биттә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың байрам айҡанлы сығышы бирелгән. Шулай уҡ был биттә ағас ултыртыу айлығы барышы, сүп-сар сығарыу реформаһы яҡтыртылған.
4-се биттә халыҡтың кредит бурысы проблемаһы күтәрелгән.
5-се биттәге “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһында Күгәрсен районының Ғәзиз ауылы халҡы тормошо тасуирланған.
6-сы биттә Өфө ҡалаһындағы Республика инженер лицей-интернатында алып барылған белем һәм тәрбиә эше яҡтыртылған.
7-се биттә йәшәү мәғәнәһе, балалар матбуғаты, тел диалекттары хаҡындағы фекерҙәр бирелгән.
8-се биттә Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһында коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙары һөйөнсөләнгән, 9-сыла замандашыбыҙ Зәлифә Ситдыҡова тураһында һүрәтләмә баҫылған, Йылайырҙа Бабич шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы уҙыуы хәбәр ителгән.
10-сы биттә Дәүләкән ҡалаһында I Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарынан репортаж баҫылып сыҡҡан.
11-се биттә Баймаҡ районынан ветеран Зәбихулла Нәүширбанов тураһында бик йылы итеп яҙылған мәҡәлә донъя күргән.
12-се биттә һуғыш йылдарынан булған хәл бәйән ителгән, 13-сөлә ошо темаға арналған сканворд, йондоҙнамә бирелгән.
14-се биттә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы, ә 15-селә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышы.
16-сы биттәге “Йома ҡунағы” рубрикаһында был юлы телевидение алып барыусыһы Наил Юнысов менән әңгәмә баҫылған.
Читайте нас: