“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.
Балтас районында яҙғы сәсеү эштәре нисек бара? Малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙың хәлдәре нисек? Бөгөнгө көндә Балтас районы фермерҙарын ниндәй мәсьәләләр борсой? 3-сө биттәге “Киләһе уңышты хәстәрләп...” исемле яҙма ошолар хаҡында.
Йәмле йәй менән бергә балаларҙың көтөп алған каникулдары ла етте. Тап ошо ваҡытта улар күп осраҡта ҡарауһыҙ ҡала ла инде.
Тормошобоҙ асылы, йәшәүебеҙ мәғәнәһе балаларыбыҙ иҫән-һау булһын, ҡайғы күрһәтмәһен Хоҙай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр йәй республикала янғында – 10, юл фажиғәһендә – 21, һыуға батып 6 бала һәләк булған. Хәүеф-хәтәр күҙ нурҙарыбыҙҙы һағалап ҡына тора. Уларҙың имен булыуы, бәлә-ҡазаға тарымауы тәү сиратта беҙгә, ололарға бәйле. Үкенескә ҡаршы, күп осраҡта балаларыбыҙға ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмайбыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Гәзитебеҙҙең 5-се битендә урын алған ҡағиҙәләргә тағы бер тапҡыр күҙ йүгертеп сығығыҙ.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайын бер-береһенән айырып ҡарау ауыр, был мөмкин дә түгел һымаҡ. Беренсенән, ҡоролтай эшендә белем усағы бик ҙур урын алып торһа, икенсенән, уларҙың икеһенә лә бер кеше етәкселек итә. Ул – Әлфис Ғаяз улы ФӘЙЗУЛЛИН. Шуға күрә, ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп, уның менән әңгәмәләшкән арала уҡыу йорто тормошона ла, йәмәғәт ойошмаһы яңылыҡтарына ла туҡталдыҡ. Әңгәмәне 7-се биттә уҡығыҙ.
Бөгөн - Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнө. Ни өсөн ул тотош планета кимәлендә билдәләнә, тигән һорауға яуап бер: тәмәке тартыу – яман ғәҙәт, уға бәйлелек арҡаһында йыл һайын алты миллион кеше һәләк була, ти тикшеренеүселәр. Был мәғлүмәтте белмәгән, тәмәкенең зыяны, алама ғәҙәт икәнен аңламаған кешеләр юҡтыр ҙа, тик ниңә әсе төтөн борхотоп тәмәке көйрәтеүселәр тирә-яғыбыҙ тулы? Әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ, бергә иңгә-иң терәшеп эшләгән, һәр береһен биш бармаҡтай белгән хеҙмәттәштәрҙең серен сисәйек әле. Нимә тип аҡланырҙар, нимә тип үҙҙәрен йыуатырҙар икән? Бәлки, уларҙың аҡылы, тәжрибәһе, үкенестәре кемгәлер насар ғәҙәттән арынырға ярҙам итер? “Башҡортостан” гәзите егеттәренең яуатарын 6-сы биттә табырһығыҙ.