Бөгөнгө һандың 1-се битендә Рәсәй көнө айҡанлы мәғлүмәт бирелгән. Шулай уҡ Ишембай районында ваҡытлы матбуғатҡа, атап әйткәндә, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу барышы яҡтыртылған. Этҡол ауыл биләмәһендә генә баҫманы 50 кеше алдыра, афарин!
2-се биттәге яҙмалар башлыса Өфө ҡалаһы көнөнә арналған. “Баш ҡала ҡаҙанышы” ҡала премияһын тапшырыу тантанаһынан репортаж бирелгән. Йәнә бында рәсми хәбәрҙәр, республика яңылыҡтары урын алған.
3-сө биттә иғтибар үҙәгендә – Салауат районы. Ундағы яҙмаларҙа социаль төҙөлөш, медицина хеҙмәтләндереүе, ауыл хужалығы торошо, автосервис хеҙмәтләндереүе темалары күтәрелгән.
4-се биттәге мәҡәләләр әҙәбиәткә ҡағылышлы. Шағир Салауат Әбүзәрҙең Мостай Кәрим тураһындағы хәтирәләре баҫылған.
Ауырғазы районынан шағир Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған байрамдан репортаж бирелгән. Белорет төбәгендә Манышты ауылынан сыҡҡан авторҙарҙың шиғри йыйынтығының исем туйы уҙғарылыуы хәбәр ителгән