“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.
“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанында 1917 йылдың 14 июнендә нәшер ителгән тәүге милли баҫманың – “Башҡорттар иттифағы бюроһы мөхбире”нең беренсе һанын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортсаға ауҙарылған вариантта үткән быуат башындағы тел нескәлектәре, мәҡәләләрҙең стиль үҙенсәлектәре тулыһынса тиерлек һаҡланған. Был мәҡәләләрҙә, ялҡынлы сығыштарҙа шул замандың заңы һәм рухы, данлы ла, шанлы ла тарихыбыҙ, халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр, уның һыҙланыуҙары һәм яҡты киләсәккә ынтылышы асыҡ сағыла. Әткәндәй, проектты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары атҡарып сыҡты. Ошо уңайҙан проекттың башланғысында торған, әле лә уны тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн янып-көйгән Марсиль Нурулла улы ФАРХШАТОВ менән әңгәмә лә тәҡдим итәбеҙ. Был эштең әһәмиәте, үҙенсәлектәре, киләсәккә билдәләнгән бурыстар хаҡында 3-сө биттә уҡығыҙ.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фазлетдин Ислаховҡа 75 йәш тулыр ине. Шәхесте дуҫтары, замандаштары яҡты иҫтәлектәр менән хәтерләй...
16 июнь – медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың почетлы доноры, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлеге мөдире булып эшләгән Тәлғәт Солтанов хаҡында мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ. “Булмышы менән ысын табип” исемле яҙманы 10-сы биттә уҡығыҙ.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу уңайынан филология фәндәре докторы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Нәҙершинаның “Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә” исемле дауамлы документаль яҙмаһын 11-се биттә уҡығыҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө йома ҡунағы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Венер Камалов.