Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 12:46

“Башҡортостан” гәзитенең 19 июнь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.

Кисә Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көйләгән яуаплы вәкилдәрҙең X халыҡ-ара осрашыуы башланды. Форумда ниндәй мәсьәләләр ҡарала? Ниндәй мөһим ҡарарҙар ҡабул ителәсәк? Барыһы хаҡында ла 1-2-се биттәрҙә.

Солоҡсолоҡ үҫеш юлдарын табырмы тигән һорауға яуап эҙләй даими авторыбыҙ, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең көньяҡ-көнбайыш төбәге буйынса рәйесе урынбаҫары Зөфәр Толомғужин. “Грант юллау барышындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йәштәрҙең үҙ эшен асып, илһамланып эшләүгә дәрте булһа ла, шундай кимәлдә ҡағыҙҙар әҙерләү системаһы дауам итһә, ул бер ваҡытта ла Хөкүмәттән ярҙам ала алмаясаҡ”, - тип әсенеп яҙа автор. Тулыраҡ 2-се биттә.

“Баш йортобоҙ – Башҡортостан” рубрикаһында Йылайыр районы. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин менән әңгәмәне, төбәктең уңған халҡы, тырыш эшҡыуарҙары, алдынғы хужалыҡтары хаҡында тулыраҡ 3-сө биттә.
Читайте нас: