Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 12:12

“Башҡортостан” гәзитенең 21 июнь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ҡырмыҫҡалы районынан оҫта ҡуллы замандашыбыҙ һүрәтләнгән.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ҡырмыҫҡалы районынан оҫта ҡуллы замандашыбыҙ һүрәтләнгән.


2-се биттә балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү буйынса күрелгән саралар тураһында һүҙ алып барылған.


3-сө биттә Туймазы районында йәшелсәселек тармағы эшмәкәрлеге, Ауырғазыла керамик кирбес етештереү барышы яҡтыртылған.


4-се биттә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се дауахана менән таныштырғандар.


5-се биттә пенсияға сығыу буйынса яңылыҡтар, юрист кәңәштәре, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының халыҡтың һорауына яуабы бирелгән.


6-сы биттәге Ишембай, Салауат райондарынан, Өфө ҡалаһынан килгән яҙмалар Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған.


7-се биттә яугир шиғырҙары баҫылған, Салауат башҡорт драма театрының яңы тамаша өҫтөндә эшләүе хәбәр ителгән.


8-9-сы биттәрҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы хаҡында һүрәтләмә донъя күргән.


10-сы биттә “Ғәфү үтендемме икән?” тигән исемле тормош күренеше баҫылып сыҡҡан.


11-се биттә Салауат Юлаев хаҡындағы яҙманың дауамы бирелгән.


12-се биттә Барый Ноғомановтың “Мин уйнармын, һин йырларһың...” тигән повесынан өҙөк тәҡдим ителгән.


13-сө биттә ял сәғәттәрендә сисер өсөн сканворд бирелгән, 14-се биттә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.


15-се биттәге “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышында был юлы эҫе ҡояш аҫтында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре бирелгән.


16-сы биттәге “Йома ҡунағы” рубрикаһында Учалынан билдәле бейеүсе, режиссер Рәйес Низаметдинов менән әңгәмә баҫылған.


Читайте нас: