Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 05:00

“Башҡортостан” гәзитенең 25 июнь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.


Үткән ял көндәрендә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы-2019” I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтте. Сарал 11 илдән вәкилдәр ҡатнашты. Эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса сит ил тәжрибәһен уртаҡлашыу, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланды. Тулыраҡ гәзиттең 1-3 биттәрендә уҡығыҙ.


Дыуан районы 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Район үҙәге булған Мәсәғүт ауылы Дыуан өсөн генә түгел, республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан райондар өсөн дә социаль-иҡтисади, мәҙәни үҙәк ролен үтәй. Халыҡ һаны – 31 меңдән ашыу һәм был күрһәткес үҫеш тенденцияһына эйә. Биләмә 13 ауыл советына бүленгән. Район башлыса ауыл хужалығы тармағы менән шөғөлләнә. Ит-һөт етештереү, сусҡасылыҡ, баҫыусылыҡ, картуф үҫтереү алға киткән. Дыуандар йылҡысылыҡтағы уңыштары, дөрөҫөрәге, тоҡомло аттары менән дә дан тота. 1931 йылда асылған Дыуан ипподромы – төбәк халҡының ҙур ғорурлығы. Райондың бөгөнгө хәле, социаль-иҡтисади торошо, алда торған бурыстар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында 4-се биттә уҡығыҙ.


Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 2017 йылдан башлап ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ил биләмәһендә әйләнештә булған даыуҙарҙы маркировкалау буйынса үҙенсәлекле эксперимент башланғайны. Ябай итеп әйткәндә, дарыу баҙарында ялған препараттарҙың күләме ҙур булғанға, күләгәләге бизнес көсәйә барғанға күрә ошондай ҡарар ҡабул ителгәйне лә. Башта маркировкалау ғәмәлен медицина ойошмалары үҙ теләге менән башҡарһа, 2018 йылдан яңы закон ҡабул ителде һәм дарыуҙарҙы маркировкалау мотлаҡҡа әүерелде. Шулай итеп, 2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған, медицина учреждениеларында ҡулланылған бар дарыуҙарға ла мотлаҡ маркировка талап ителәсәк. Тулыраҡ 5-се биттә.


Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бөгөн беҙ күп шәхестәребеҙҙе барлайбыҙ. Кинофильмдар төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәрҙәре ҡуябыҙ, романпоэмалар ижад итәбеҙ. Һәр кем был тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ишембайҙар, мәҫәлән, Башҡортостандың тәүге юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе тыуҙырған төбәктә йәшәүебеҙ менән ғорурлана. Ошо иҫтәлекле көндәрҙә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге начальнигы Айгөл Разамасова менән урындағы телевидение директоры вазифаһын башҡарыусы Динә Мурзина, бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен күтәреп, уның балалары төйәк иткән алыҫ Төркиәгә барып, Иҫәнбикә ханым һәм Субиҙәй бей менән осрашты. Бөгөн беҙ оҙон сәфәрҙән ҡайтҡан ҡыҙҙар менән ошо хаҡта әңгәмәләштек. Әңгәмәне 8-се биттә уҡығыҙ.
Читайте нас: