Бөтә яңылыҡтар
23 Июль 2019, 11:08

“Башҡортостан” гәзитенең 23 июль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә республика етәксеһе Радий Хәбировтың төньяҡ-көнбайыш төбәккә – Ағиҙел ҡалаһына, Яңауыл һәм Краснокама райондарына эш сәфәре яҡтыртылған. Ошонда уҡ Баймаҡ районында уҙған йәштәрҙең “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумы тураһында ентекләп һөйләнелгән.

3-сө биттә иғтибар үҙәгендә – Дәүләкән районы. Бында төбәктең энергетиктары, табиптары, ауыл хужалығы эшсәндәре эшмәкәрлеге һүрәтләнгән.

4-се биттә Халыҡ-ара иҡтисад форумы айҡанлы тыуған журналист фекерҙәре бирелгән.

5-се биттә көнүҙәк мәсьәлә – хеҙмәт миграцияһы темаһы күтәрелгән.

6-сы биттә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус бите. Төп урын ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлау мәсьәләләренә бирелгән. Шулай уҡ сей ризыҡтың файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеге, нисек дөрөҫ хәрәкәтләнеү хаҡындағы яҙмалар урын алған.

7-се бит төрлө йөкмәткеле мәҡәләләрҙән тупланған – Дәүләкән, Йылайыр яҡтарынан килгән хәбәрҙәр баҫылған.

8-се биттә мең ырыуы вәкилдәре ҡоронан репортаж бирелгән, һәләтле ҡыҙ тураһындағы яҙма донъя күргән.

Читайте нас: