Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләкән районына эш сәфәре яҡтыртылған.
3-сө биттә Күгәрсен районында уҙған “Баҫыу көнө”нән репортаж бирелгән, Әлшәй ауыл эшсәндәре тураһында мәҡәлә баҫылған.
4-се биттә медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева менән әңгәмә донъя күргән.
5-се биттәге яҙмала ғәрәп илдәрендәге сәйәси хәлгә байҡау яһалған.
6-сы биттә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яһалған рейд һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин.
7-се бит яҙмалары хоҡуҡу, ҡануниәт темаларына арналған.
8-се биттә Борай һәм Әбйәлил райондарында баҡса үҫтергән йүнселдәр менән таныштырғандар. Ә 9-сы биттә Нуриман, Сибай тарафтары халҡы тормошо һүрәтләнгән.
10-сы биттә – ҡороттоң файҙаһы тураһында бик мауыҡтырғыс яҙма.
11-се биттә “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында киләһе йыл уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы яҡтыртылған.
12-се биттәге яҙма тормоштан алынған.
13-сө биттәге “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус сығарылышында сканворд, йондоҙнамә бирелгән.
14-се биттә иһә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.
15-се биттә “Иман” махсус сығарылышы урын алған. Август айына намаҙ уҡыу ваҡыты баҫылған, Шишмә районында мәсет асылыуы хәбәр ителгән.
16-сы биттәге “Йома ҡунағы” был юлы Испанияла йәшәгән яҡташыбыҙ Зилә Аҫылғужина.