Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2019, 11:39

Бөгөнгө һанда...

Үткән ял көндәрендә Благовещен районында Урман ҡырҡыусыларҙың V Башҡортостан чемпионаты уҙҙы. Сара урман ҡырҡыусыларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙы, урмансы һөнәренә йәштәрҙе ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Йыйында республика райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты. Кемдәр еңеүсе булған? Иң-иңдәрҙе ниндәй ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләгәндәр? Тулыраҡ гәзиттең бөгөнгө һанында.

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында үткән “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этнофестивале лә йәнле үтте. Саранан тулыраҡ репортажды гәзиттең 1-2 биттәрендә уҡығыҙ.

“Баш йортобоҙ – Башҡортостан” рубрикаһы был юлы Шаран яҡтарынан әҙерләнде. Төбәктең уңған халҡы, йүнсел егет һәм ҡыҙҙары, эшҡыуарҙары хаҡында 3-сө биттә. Шулай уҡ шарандарҙың мәғариф буйынса август кәңәшмәһе алдынан ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар менән йәшәп ятыуы тураһында ла ошо тупланмала танышырға мөмкин.

“Рим дә ҡоламаһын, закон да тантана итһен” тигән мәҡәлә менән асыла “Хоҡуҡ” махсус бите. Илебеҙҙә хоҡуҡи дәүләт нығына барһын өсөн ниндәй шарттар һәм саралар кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға мөмкин 4-се биттә.

Был һанда шулай уҡ Белорет районының Ҡаһарман ауылында үткән Шәжәрә байрамынан репортаж да урын алған.

Прозаик Фәниҙә Исхаҡова менән әңгәмә лә күңелегеҙгә хуш килер, моғайын.
Читайте нас: