Бөтә яңылыҡтар
16 Август 2019, 11:06

“Башҡортостан” гәзитенең 16 август һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-3-сө биттәрендә Өфөлә уҙған Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙан репортаж бирелгән.

Бөгөнгө һандың 1-3-сө биттәрендә Өфөлә уҙған Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙан репортаж бирелгән.


2-се биттә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Архангел районына булған эш сәфәре яҡтыртылған.


4-се биттәге мәҡәләләр, Өфөлә барған мәғариф буйынса август кәңәшмәһенә арналып, Ҡыйғы, Йылайыр уҡытыусылары менән таныштырған.


5-се биттә суд залынан яҙмалар, юрист кәңәштәре тәҡдим ителгән.


6-сы биттә Нефтекама эшҡыуарҙары, Өфө мөғәллиме тураһында һүрәтләмәләр донъя күргән.


7-се биттә республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү эше анализланған, Әлшәйҙән йәш эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге яҡтыртылған.

8-9-сы биттәрҙә иғтибар үҙәгендә – Бөрйән районы.


10-сы биттә буйҙаҡлыҡ социаль күренеше хаҡында аналитик мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.


11-се биттә хәрби яҡташыбыҙ Ирек Сабиров тураһында һүрәтләмә урын алған.


12-се биттә юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле автор фекере бирелгән.


13-сө биттә сканворд, йондоҙнамә, ә 14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы баҫылған.


15-се биттә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышы.


16-сы биттәге “йома ҡунағы” – йырсы Альберт Шаһиев.
Читайте нас: