Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 10:30

“Башҡортостан” гәзитенең 27 август һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се бите Өфөлә үткән “Һөт иле” фестивале тураһында йәнле репортаж менән асыла. Белеүебеҙсә, был сара республикабыҙҙа йыл һайын үткәрелгән матур традицияға әйләнде, хәҙер уны башҡа төбәктәр ҙә үткәрә башланы. Быйылғы фестивалдә 12 мең тонна, йәғни 60 мең стакан һөт эселгән.

2-се биттәге мәҡәләләрҙе уҡып, быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына кемдәр дәғүә итеүе, Өфөлә Көрәш үҙәге асыласағы хаҡында белә алаһығыҙ.

3-сө биттә “Башҡортостан – баш йортобоҙ” рубрикаһы аҫтында Көйөргәҙе районы тураһында уҡымлы мәҡәләләр урын алған.

Әлеге көндә Өфөлә барған “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға ниндәй фильмдар тәҡдим итеп өлгөргән? Уларға абруйлы актерҙар, режиссерҙар ниндәй баһа биргән? Был хаҡта 4-се биттәге мәҡәләнән уҡып белерһегеҙ.

5-се, 6-сы һәм 7-се биттә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар Радий Хәбиров, Рәфис Ҡадиров һәм Юнир Ҡотлоғужиндың һайлау алды агитация материалдары урын алған.

8-се биттә данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы журналист Л. Абдуллинаның шәхесебеҙҙең тормош юлын тәрәндән өйрәнгән яҙыусы Фәрит Вахитов менән ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле әңгәмәһе урын алған.
Читайте нас: