Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
30 Август , 17:45

Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты

Өфөлә Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ағзаларының Башҡортостан баш ҡалаһының 450 йыллығына арналған юбилейлы, 50-се Дөйөм йыйылышы үтте.

Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ағзаларының Башҡортостан баш ҡалаһының 450 йыллығына арналған юбилейлы, 50-се Дөйөм йыйылышы үтте.

Ултырышта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы рәйесе, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, “Урал ҡалалары” ассоциацияһы президенты, Екатеринбург башлығы Алексей Орлов, Волга буйы ҡалалары етәкселәре, шулай уҡ Донецк хакимиәте башлығы Алексей Кулемзин һәм Луганск башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Яна Пащенко, федераль һәм төбәк-ара власть органдары һәм дөйөм Рәсәй союздары вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров дәүләт башлығы Владимир Путиндың позицияһын, халыҡтың именлеген һәм йәшәү сифатын күтәреү эштең төп һөҙөмтәһе булырға тейеш, тип билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ағзаларын ҡабул итеү республика өсөн ҙур хөрмәт булыуын билдәләне.

– Муниципаль кимәл – халыҡҡа иң яҡын власть кимәле. Тәү сиратта, тап һеҙгә кешеләр үҙ проблемалары менән мөрәжәғәт итә. Урындарҙа мөһим мәсьәләләрҙең ни тиклем ваҡытында һәм һөҙөмтәле хәл ителеүе күп осраҡта һеҙҙең эшегеҙгә бәйле. Арттырып әйтелмәй, муниципаль идаралыҡ властың иң халыҡ звеноһы булып тора, – тине төбәк етәксеһе. – Хәҙерге иҡтисад шарттарында ҡалалар тағы ла нығыраҡ төбәктәрҙе үҫтереү драйверҙарына әүерелә. Йәмәғәт инфраструктураһы, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау торошо инвестициялар, хеҙмәт һәм ижади ресурстар йәлеп итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Бында биләмәләрҙе киң үҫтереүгә, идара итеү системаларын һәм дәүләт хеҙмәттәрен цифрлаштырыуға, бизнес-әүҙемлеккә булышлыҡ итеүгә мөһим роль бүленә.

Республика етәксеһе Башҡортостандың уңышлы муниципаль тәжрибәләр хаҡында ла һөйләне.

– Тәү сиратта беҙ эшҡыуарҙарға системалы ярҙам итәбеҙ. 2019 йылдан республикала ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары статусында бизнес-шерифтар эшләй. Улар үҙҙәренең биләмәләрендә инвестиция проекттарын оҙатып килә һәм уларға булышлыҡ итә. Дөйөм эшебеҙ һөҙөмтәһендә быйыл республика Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында илдә өсөнсө урынға күтәрелде, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Өфө менән берлектә “Көньяҡ ҡапҡа” транспорт системаһын үҫтереү, Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғындағы яңы биләмәләрҙә коммуналь селтәрҙәр төҙөү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Республика ҡаланың инфраструктура бюджет кредитын һәм инфраструктура облигацияларын алыуға ғаризаларын хупланы. Өфөнө фәнни көстәрҙе, инновацион эшләнмәләрҙе йәлеп итеү һәм туплау үҙәге итергә тырышабыҙ. Беҙҙең Евразия ғилми-мәғариф үҙәге илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Быйыл вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын сафҡа индерҙек.

Шулай уҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә – социаль инфраструктураны үҫтереү, йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы белем биреү, мәҙәни майҙансыҡтар, спорт үҙәктәре астыҡ. Төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Парктарҙы һәм скверҙарҙы, ихата биләмәләрен һәм урамдарҙы үҙгәртеп ҡорорбоҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Артабан да шулай уңышлы эшләрбеҙ, тип ышанам.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә – махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, шул иҫәптән хоҡуҡи һәм финанс ярҙам саралары, урындағы бюджеттарҙан түләүҙәр. Игорь Комаров “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, ҡайтып килеүсе яугирҙәрҙең яраҡлашыуы һәм социалләшеүе мөһимлеген билдәләне. Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле муниципалитеттар етәкселегенә фондтың филиалдары һәм вәкиллектәре эшен яҡшыртыу өсөн шарттар булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Фонд хеҙмәткәрҙәре менән тура бәйләнеш, улар менән берлектә махсус операция ветерандарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларының мәсьәләләрен хәл итеү зарур. Бында муниципаль һәм төбәк кимәлендә комплекслы ҡараш, төрлө ведомстволар менән үҙ-ара килешеп эш итеү бик мөһим, – тине Игорь Комаров.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошо йүнәлештәге эштәре менән уртаҡлашты.

– Мобилизация башланғандан алып яугирҙәребеҙҙе бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Уларға ярҙам итеү маҡсатында хәрби әҙерлек урындарға гуманитар ярҙам күрһәтеү ойошторолдо. 620 шәхси йыйылма йыйҙыҡ, – тине Ратмир Мәүлиев. – егеттәр Тыуған илен яҡлағанда, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам, консультатив һәм юридик ярҙам күрһәтәбеҙ, мәҙәни, спорт сараларына саҡырабыҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре бирәбеҙ.

Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ суд ҡарарҙарын һәм контроль-күҙәтеү органдарының бойороҡтарын үтәү маҡсатында финанс йыл дауамында барлыҡҡа килгән урындағы бюджеттарҙың планлаштырылмаған өҫтәмә сығымдарын тулыландырыу механизмдарын тикшерҙе. Игорь Комаровтың ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урындағы үҙидара органдарына ҡарата федераль структураларҙың территориаль бүлексәләренең тикшереү эшмәкәрлегенә даими мониторинг бара. Уның йомғаҡтары буйынса хәүеф түбән булған урындарҙа тикшереүҙәр һанын кәметеү буйынса тәҡдимдәр бирелә.

Кәңәшмәлә йәнлектәр менән яуаплы мөғәмәлә итеүҙе ойоштороу буйынса уңышлы тәжрибәләр менән уртаҡлаштылар.

Юбилейлы ултырыш аҙағында Волга буйы федераль округындағы тағы дүрт ҡаланың Ассоциацияға инеүе билдәләнде. Улар иҫәбендә Нефтекама һәм Салауат та бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы Волга буйы федераль округының 28 ҡалаһын, шулай уҡ Көньяҡ федераль округтың ике ҡалаһын берләштерә. Уларҙа бөтәһе 15 миллиондан ашыу кеше йәшәй.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса журналистар менән әңгәмәлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы эшенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Урындағы власть органдары бик күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә. Төбәк халҡы менән туранан-тура бәйләнеш тап ошо кимәлдә бара. Һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, муниципаль власть органдары, урындағы үҙидара илебеҙҙең йөҙөн билдәләй, тип әйтеүе лә осраҡлы түгел, – тине Игорь Комаров. – Миңә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә профессиональ, ҡыҙыҡһыныусан, комплекслы ҡараш оҡшаны. Ә тап һуңғы һөҙөмтә – кешеләр өсөн ысынлап та мөһим булған нәмә.

– Һәр ҡаланың уникаль тәжрибәһе бар. Уларҙы Ассоциация сиктәрендә алмашыу ҙа – бик мөһим бурыс, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һис шикһеҙ, беҙҙә лә бындай тәжрибәләр бар. Өфө – илдең ҙур иҡтисади үҙәктәренең береһе, улар шул иҫәптән ҡала ландшафт сәнғәте трендтарын формалаштыра, биләмәләрҙе, инфраструктураны үҫтереүҙә заманса алымдарҙы файҙалана. Тәжрибәбеҙ башҡаларға кәрәк булһа, беҙ бик шат булырбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Волга буйы ҡалалары тәжрибә уртаҡлашты
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: