Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 15:45

"Ваҡыт капсулаһы"н һалдылар

Бөгөн Өфөлә ҙур байрам – баш ҡалабыҙ үҙенең ҙур юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы бер нисә мөһим ваҡиға планлаштрылған ине. Шуларҙың береһе – Ағиҙел йылғаһының яр буйында “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы янында киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән “Ваҡыт капсулаһы”н һалыу тантанаһы уҙҙы.

"Ваҡыт капсулаһы"н һалдылар
"Ваҡыт капсулаһы"н һалдылар

Бөгөн Өфөлә ҙур байрам – баш ҡалабыҙ үҙенең ҙур юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы бер нисә мөһим ваҡиға планлаштрылған ине. Шуларҙың береһе – Ағиҙел йылғаһының яр буйында “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы янында киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән “Ваҡыт капсулаһы”н һалыу тантанаһы уҙҙы.

Тантаналы сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Белорусь Премьер-министры Роман Головченко, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимиәт башлығы Шавкатжон Абдуразаков, Ҡытай Республикаһы Цицикар ҡалаһының Халыҡ хөкүмәте мэры урынбаҫары Сунь Хэн ҡатнашты.

Абруйлы ҡунаҡтарға 1974 йылда төшөрөлгән “Ваҡыт капсулаһы”н алыу тураһында фильмде күрһәттеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июндә – Рәсәй көнөндә һәм Ағиҙел йылғаһы буйында Өфө ҡалаһы көнөндә ҡаланың 400 йыллығы уңайынан “Ваҡыт капсулаһы”н асыу тантанаһы үтте.

Өфөнөң 500 йыллығына арналған яңы капсулаға урындағы етештереүселәрҙән бренд сувенир продукцияһы, Башҡортостандың спорт клубтары атрибутикаһы, хәҙерге Өфө һәм уның социаль-иҡтисади күрһәткестәре тураһында матбуғат продукцияһы һәм туристик буклеттар, шулай уҡ легендар йырҙар, видеороликтар менән дисктар, баҫмаларҙың юбилей сығарылыштары ингән. Бөтәһе – 100 артефакт һәм 2074 йылда Өфө халҡы өсөн мөрәжәғәт тексы. Әйткәндәй, унда нимә яҙылғаны сер булып һаҡлана.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров баш ҡала халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотланы.

– Бөгөн беҙҙең киләсәк быуындар менән диалогҡа инеү мөмкинлегебеҙ бар. Беҙҙән һуң тиҫтәләгән йылдар үткәс йәшәгәндәр беҙҙең тауышты ишетһен, беҙҙе борсоғандарҙы тойһон, бөгөнгө һәм иртәгәһе көндөң ҡиммәттәрен һәм ҡаҙаныштарын сағыштырһын өсөн уларға хат ебәрәбеҙ. Ә был беҙҙең нимәгә өлгәшеүебеҙҙе һәм ҡайҙа барыуыбыҙҙы уйларға сәбәп булып тора. Беҙ быуындарҙы бәйләүсе йүнәлеш бирәбеҙ. Күп быуаттар дауамында халыҡҡа, илгә хеҙмәт иткән атай-олатайҙарыбыҙҙың традициялары беҙҙең өсөн генә мөһим булмаһын ине. Был Рәсәйҙең киләсәктә ышаныслы үҫеш нигеҙе. Дүрт быуат ярым дауамында тормошто уңайлыраҡ һәм яҡшыраҡ яһағандарҙың барыһына ла республика һәм уның баш ҡалаһы ниндәй исемдәргә өлгәшкәндәре өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк, - тип билдәләне Игорь Комаров. - Башҡортостан иҫ киткес матур, милли йолаларға һәм рухи ҡиммәттәргә бай. Был индустриаль иҡтисади үҙәк, күп милләтле мәҙәниәт һәм матур ҡунаҡсыллыҡ биләмәһе. Ул ҡала һәм бөтә республика халҡы өсөн әһәмиәтле көндә – Өфөнөң 450 йыллығында һалына. Башҡортостандың барлыҡ халҡына һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм сәскә атыуҙарын, ҙур илебеҙ, Тыуған илебеҙ, Рәсәй хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә республикала быуындар күсәгилешлегенә ҙур иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙгә тиклемгеләр – 1970 йылдарҙағы Өфө халҡы – ҙур энтузиазм менән хеҙмәт итте, яңы урамдар һәм проспекттар, торлаҡ кварталдар һәм социаль объекттар төҙөнө, киләсәккә ихлас ышанды. Улар үҙҙәренең мөрәжәғәтнамәһендә республиканы һәм уның баш ҡалаһын яратырға васыят әйтте, – тине Радий Хәбиров. – Ошо йылдар эсендә Өфө алға табан ғәйәт ҙур аҙымдар яһаны, миллионлы ҡалаға – илдең танылған сәнәғәт, ғилми, мәғариф һәм мәҙәни үҙәгенә әүерелде. Һуңғы йылдарҙа сәнәғәтте, мәғарифты, фәнде үҫтереү буйынса ҙур пландарҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Төбәк торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса рекордтар ҡуя, ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашыра, мөһим мәҙәниәт, спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөй. Республика халҡы заманыбыҙҙың ҡатмарлы саҡырыуҙарына уңышлы яуап бирә, Рәсәйҙе махсус хәрби операция фронттарында һаҡлай. Киләсәк быуыныбыҙ тыуған Башҡортостанын һәм бөйөк Рәсәйҙе яратыр, Өфө кешеһе исемен лайыҡлы йөрөтөр, тип ышанабыҙ. Ә беҙ бөгөн 2074 йылғы өфөлөләр эштәребеҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурланһын өсөн йәшәйәсәкбеҙ һәм эшләйәсәкбеҙ. Һәм был ижади эстафета бер ҡасан да өҙөлмәһен.

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Башҡортостанға уңыштар теләне.

– 50 йылдан мотлаҡ рәүештә баш ҡаланың 500 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Был ваҡытҡа бында бер нисә миллион кеше – шундай уҡ эшһөйәр, ҡунаҡсыл, алсаҡ һәм ҡалаларын ҡайнар яратҡан кеше иҫәпләнергә тейеш, – тине Роман Головченко. – Республика киләсәктә лә элеккесә сәнәғәт һәм фәнни-техник яҡтан үҫешкән, шул уҡ ваҡытта бай тәбиғәтте һәм күп төрлөлөктө һаҡлап ҡалған төбәк булып ҡалыр, тип ышанам. Ә Рәсәй һәм Беларусь сәйәси, иҡтисади һәм гуманитар үҫеш мәсьәләләрен үҙаллы хәл итеүсе ышаныслы союздаштар, фекерҙәштәр һәм дуҫтар буласаҡ.

Абхазия Президенты Аслан Бжания ла Өфө халҡын ҡотланы.

– Был тантанала төрлө ил вәкилдәренең ҡатнашыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Бөгөнгө мөрәжәғәтнамәнең төп сәбәбе – халыҡтар араһында дуҫлыҡ, киләсәк быуындарҙың именлеге өсөн дәүләттәрҙең тыныс йәшәүе, тип ышанам, – тип билдәләне Аслан Бжания. – Рәсәйҙең иң матур һәм имен ҡалаларының береһе, Өфөнөң ярты быуаттан һуң да тағы ла үҫешеүенә, ә халҡының бөйөк Рәсәй халыҡтарының татыу ғаиләһендә тыныслыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүенә бер ниндәй ҙә шик юҡ. Бөгөнгө байрамдың шатлығын һеҙҙең менән Абхазия халҡы ла уртаҡлаша.

Башҡортостан халҡына үҙенең сәләмләү хатын Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Касым-Жомарт Токаев юллаған. Уны Сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев уҡып ишеттерҙе.

“Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең иҫ киткес баш ҡалағыҙ – башҡорт халҡының бай мираҫын сағылдырыусы үҙенсәлекле тарихы һәм мәҙәниәте булған ҡала. Өфө Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш процесында мөһим урын биләй, ҙур фәнни-технологик потенциалға, уңайлы инвестицион климатҡа эйә һәм юғары тормош сифатын күрһәтә. Башҡортостан ижади үҫеш һәм прогресс юлынан ышаныслы алға барыуын дауам итер, тип ышанам. Ҡаҙағстанда Башҡортостандың социаль-иҡтисади өлкәләге ҡаҙаныштарына бик шатбыҙ”, - тиелә ҡотлауҙа.

Үҙенең сәләмләү һүҙендә Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкатжон Абдуразаков Башҡортостандың артабанғы сәскә атыуында йәштәрҙең ролен билдәләне.

– Был мөрәжәғәтнамә тәү сиратта киләсәк йәштәр өсөн, - тине ул. - Өфө киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип уйлайым. Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендәге бөгөнгө Башҡортостан - бөтә йүнәлештәр буйынса тиерлек иң матур, уңышлы һәм үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Көндән-көн Өфө сәскә атһын, үҫешһен һәм тик яҡшыраҡ ҡына булһын. Байрам менән!

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цицикар ҡалаһының Халыҡ хөкүмәте мэры урынбаҫары Сунь Хэн Өфөгә уңышлы үҫеш теләне.

– Өфө һәм Цицикар ҡалалары туғандаш. Улар артабан да өҙлөкһөҙ бәйләнештәрҙе үҫтерәсәк, – тип билдәләне Сунь Хэн. – Беҙҙең хеҙмәттәшлек өлкәләре артабан үҫешер, тип ышанам. Мин меңәр йылдар буйына Рәсәй-Ҡытай дуҫлығын теләйем.

1974 йылда “Ваҡыт капсулаһы”н һалыуҙа ҡатнашҡан Ранус Насретдинов 50 йыл элекке ваҡиға хаҡында һөйләне.

– Баш ҡалабыҙҙың 400 йыллығы хөрмәтенә беҙ, төрлө уҡыу йорттарының дүрт вәкиле, киләсәк быуынға хат менән ваҡыт капсулаһына һалыуҙа ҡатнаштыҡ. Ул саҡта мин һөнәри техник белем биреү системаһы менән таныштырҙым – 17-се училищела уҡыным. Һуңынан 40 йыл Өфө төҙөлөштәрендә эшләнем. Ярты быуат үткәс, мине капсуланы асыу сараһына саҡырыуҙары менән ғорурланам, – тип билдәләне Ранус Насретдинов. – Ә бөгөн яңы капсула ҡуям, эстафетаны өлкән быуындан йәшкә тапшырам һәм баш ҡаланы, республиканы, Рәсәйҙе үҫтереү өсөн бөтәһен дә эшләгеҙ тип теләйем.

Ранус Насретдинов, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, 159-сы Белем биреү үҙәгенең беренсе класс уҡыусыһы Валерия Ноғоманова, химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға эйә булған Захар Мөфтәхов, химия буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе Вадим Харисов, 2014 йылда олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Азалия Әминева, Өфө фән һәм технологиялар университетын отличие менән тамамлаған магистранты Елена Булышева, йәш өйләнешкән пар Александр Абрамов һәм Агата Папушина, “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” уҡыусыһы-станочник Дмитрий Поляков  – яңы “Ваҡыт капсулаһы”н һалды.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы “Ваҡыт капсулаһы”н һалыу тантанаһынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм киләсәк быуынға мөрәжәғәтнамәлә ниндәй фекерҙәр һалыуҙары хаҡында һөйләне.

– Ғөмүмән, ҙур эш башҡарылды, ҙур текст ктлеп сыҡты. Беҙ Өфөнөң ниндәй үҫеш осоронда булыуы, илдең ҡатмарлы осор кисереүе, махсус хәрби операция үтеүе, әммә баш ҡаланың үҫешеүе хаҡында һөйләнек. Беҙ киләсәк быуындың да үҙ йөрәктәрендә тыуған илгә, гүзәл Өфөгә һөйөүҙе һаҡлап ҡалыуын һәм оло быуынға лайыҡ булыуҙарын теләнек. Текстағы һәр хәрефте тикшерҙеләр, ихлас әҙерләнеләр, быға бик етди ҡаранылар. Капсула төшкән саҡта, күңелемдә ниндәйҙер ҡылдар сиртеп ҡуйҙы. . Уны ҡасандыр тартып сығарыуҙарын һәм ул ваҡытҡа күптәребеҙ булмаясағын аңлай инем. Ләкин үҙебеҙ хаҡында иҫтәлек ҡалдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Ҡала хакимиәте башлығы Өфөнөң 500 йыллығына әҙерләнә башларға тәҡдим итте. Беҙ шаяртабыҙ, әлбиттә. Илле йыл үтеп тә китәсәк. Ә Өфө үҫешергә тейеш. Эшләйһе эштәр күп!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: