Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 21:30

Юбилейың менән, Өфөбөҙ!

Халыҡ өсөн бөтә ҡалала, төрлө майҙансыҡтарҙа бик күп матур саралар ойошторолдо, мөһим объекттар асылды. Төп тантаналар “Өфө-Арена” майҙансығында үтте.

Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!

Ике көн дауамында Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Халыҡ өсөн бөтә ҡалала, төрлө майҙансыҡтарҙа бик күп матур саралар ойошторолдо, мөһим объекттар асылды. Төп тантаналы сара “Өфө-Арена” майҙансығында үтте.

Матур байрам менән республика халҡын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе башлығы Шавкатжон Абдуразаков һәм статс-секретарь – Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин ҡотланы.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Өфөлә йәшәүселәргә дәүләт башлығы Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

– Үҙемдән дә бер нисә һүҙ өҫтәгем килә. Башҡортостандың баш ҡалаһына килеү миңә һәр саҡ шатлыҡ килтерә. Өфөнөң үҫешен һәм матурланыуын күреү ҡыуандыра, – тине Игорь Комаров. – Һеҙгә бәхет һәм именлек, артабанғы үҫешегеҙҙе һәм сәскә атыуығыҙҙы теләйем. Алға, Өфө! Алға, Башҡортостан!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө уның өсөн ниңә мөһим икәне хаҡында һөйләне.

– Атайым малай ғына сағында мине Өфөгә килтереп, Ағиҙел аша күпергә яҡынлағас, мин һәр ваҡыт Салауат Юлаев һәйкәлен күрәсәгемде гел түҙемһеҙләнеп көттөм. Ошо хистәрҙе күптәр тойғандыр, моғайын, сөнки бының республикабыҙҙың баш ҡалаһына инеүебеҙҙе аңлағандарҙыр, – тине төбәк етәксеһе. – Күптәребеҙ өсөн Өфө – ул беҙҙең йәшлек осоро. Был беҙҙең юғары уҡыу йорттарыбыҙ, студент ятаҡтарыбыҙ. Был беҙҙең яратҡан  “Өфө йүкәләре” йыры. Был беҙҙең олоғайыуыбыҙ. Был ҡала беҙҙең хәтерҙә иң сағыу ваҡиғалар менән бәйле. Өфө – тормошобоҙҙоң бер өлөшө ул, бик мөһим һәм ҡәҙерле. Бөгөн, ошо юбилей көнөндә, беҙ ҡалаға йөрәгебеҙҙә булған рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү өсөн йыйылдыҡ.

Өфө әүҙем үҫешә һәм көндән-көн яҡшыра, тип билдәләне республика Башлығы.

– Беҙҙе хуплаған һәм Өфөнөң 450 йыллығын федераль кимәлдәге ваҡиға булараҡ раҫлаған Президент Владимир Владимирович Путинға ҙур рәхмәтлебеҙ. Бөгөн дә Башҡортостандың баш ҡалаһы – матур, ҡупшы, сағыу. Бында иҡтисад һәйбәт эшләй, йорттар төҙөлә, парктар төҙөкләндерелә. Өфө бөйөк Рәсәйҙең иң матур ҡалаһы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Өфөләргә рәхмәт әйткем килә. Белемле, талантлы, бик көслө, ышаныслы булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Тап өфөлөләр республикабыҙҙың үҫешен һәм ижтимағи ҡарашын билдәләй. Байрам менән, ҡәҙерле Өфө!

Абхазия Президенты Аслан Бжания туғандаш башҡорт һәм абхазия халыҡтарын нимә бәйләүе хаҡында һөйләне.

– Күп йыллыҡ дуҫлығыбыҙ Абхазия өсөн ауыр ваҡытта айырыуса ныҡ һиҙелде. Башҡортостандың Абхазия халҡына Ватан һуғышы осоронда күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙамын халҡыбыҙ яҡшы хәтерләй. Был – аҙыҡ-түлек һәм медицина ярҙамы, йәштәребеҙ өсөн республика юғары уҡыу йорттарында маҡсатлы урындар бүлеү. 30 йыл дауамында Сухум ҡалаһы урамдарының береһе Башҡорт исемен йөрөтә. Был Башҡортостан халҡына хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе, – тине Аслан Бжания. – Абхазия менән Рәсәй мөнәсәбәттәре айырым стратегик характерҙа. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн үтә мөһим. Абхазия менән Башҡортостандың дуҫлығы быға асыҡ дәлил. Бына күп йылдар инде Сухум менән Өфө туғандаш ҡалалар булып тора. Ошо көндәрҙә беҙ Ағиҙел йылғаһы буйында Сухум колоннаһының күсермәһен төҙөү урынында булдыҡ. Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Ошо идея өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Был матур архитектура ҡоролмаһы булырына ышанам.

Ҡаҙағстандың Сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев та баш ҡала халҡын ҡотланы.

– Өфө – ул ябай ҡала ғына түгел. Был күп быуатлыҡ тарих, мәҙәни байлыҡ, кешеләрҙе һәм халыҡтарҙы берләштергән тәрән йолалар символы. Бөгөн бында килеү һәм ошо әһәмиәтле көндөң шатлығын һеҙҙең менән уртаҡлашыу беҙҙең өсөн оло хөрмәт, – тине Ҡанат Шарлапаев. – Быуаттар дауамында Өфө географик үҙәк кенә түгел, ә мөһим мәҙәни, фәнни һәм сәйәси үҙәк тә булды. “Берҙәмлек булған ерҙә – сәскә атыу, көс-ҡеүәт һәм именлек бар”, – тиҙәр ҡаҙаҡтарҙа. Был һүҙҙәрҙең беҙгә кешеләр араһында берҙәмлектең, татыулыҡтың мөһимлеген һәм именлек, сәскә атыу өсөн дөйөм тырышлығыбыҙ тураһында иҫкә төшөрөп тороуын теләр инем. Һеҙҙең ҡала - ул үҙ-ара ихтирам нигеҙендә ҙур киләсәк төҙөү өлгөһө. Өфөнө, Башҡортостанды яңы ҡаҙаныштар көтә тип ышанабыҙ.

Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник халыҡтар дуҫлығының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Быйыл беҙ уртаҡ байрамды – Союз дәүләтен булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың 25 йыллығын билдәләйбеҙ. Башҡортостанда йәшәүселәр кеүек кешеләр булғанға күрә күп осраҡта беҙ бер ҙур татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Александр Рогожник. – Бөгөн, Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалғанда, Белоруссия ҡалаларына, шул иҫәптән республикағыҙҙа йәшәүселәр азат иткән Мозырь ҡалаһының да булыуына иғтибар иттем. Шуның өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Төбәкегеҙҙең нисек үҫешеүен күреү ҡыуаныслы. Бөгөн иҫ киткес Көрәш һарайын астыҡ. Һәм мин бындай ғәйәт ҙур ҡоролманы эшләү өсөн республика халҡын һәм балаларын нисек яратырға кәрәклеген күҙ алдыма килтерҙем. Һеҙ – афариндар!

Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкатжон Абдуразаков Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеге тураһында һөйләне.

– Башҡортостан етәкселеге менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Илдәребеҙ президенттары ҡушыуы буйынса бер нисә бизнес-проект тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Өфөнөң тышҡы ҡиәфәте үҙгәреүен, бында ниндәй үҙгәрештәр барғанын күреү ҡыуаныслы, – тине Шавкатжон Абдуразаков. – Ҡалаға артабанғы үҫешен теләйбеҙ. Өфө менән Наманган да тығыҙ хеҙмәттәшлек итер, тип ышанабыҙ.

Тантаналы сараны “Ағиҙел буйындағы ҡала” байрам программаһы дауам итте, унда театрлаштырылған формала Өфө тарихы менән таныштырҙылар. Тамашала 1 100-ҙән ашыу артист, шул иҫәптән республиканың 33 алдынғы ижади коллективы, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу ҡатнашты.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Юбилейың менән, Өфөбөҙ!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: