Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
5 Сентябрь , 19:45

Башҡортостан – бөтә яҡлап та үҫешкән төбәк

“Мир“ телеканалында Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән интервью сыҡты.

Башҡортостан – бөтә яҡлап та үҫешкән төбәк
Башҡортостан – бөтә яҡлап та үҫешкән төбәк

Хәбәрсе: Һаумыһығыҙ, был “Евразия. Дословно” программаһы. Бөгөнгө әңгәмәсем – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Һаумыһығыҙ! Радий Фәрит улы, быйыл Өфө үҙенең ҙур юбилейын – 450 йәшен билдәләй. Ни өсөн бында йәшәргә кәрәк икәндең төп өс сәбәбен атай алаһығыҙмы?

Радий Хәбиров: Беренсе сәбәп  ул – Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡала. Икенсеһе – Өфө  ул үҙенсәлекле ҡала, үҙенсәлекле тарих, үҙенсәлекле рельеф, үҙенсәлекле кешеләр. Ниндәйҙер үҙенсәлеге булған ҡалала йәшәү һәр ваҡыт күңеллерәк. Өсөнсөһө – Өфө киләсәккә ынтылышы булған заманса ҡала. Ул үҙенең элекке ҡаҙаныштары менән генә туҡталып ҡалмай, ә алға ынтыла. Һүҙ иҡтисадты, ҡала инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре һәм, дөйөм алғанда, Өфөлә барған ваҡиғалар тураһында бара. Шуға күрә, минеңсә, ошолар Өфөлә булыу өсөн етди аргументтар булып тора.

Хәбәрсе: Һеҙ күп тапҡыр Өфө ХХІ быуат ҡалаһы булырға тейеш, тип әйттегеҙ. Был нимәне аңлата?

Радий Хәбиров: Был ысынлап та шулай. Беҙ республиканың идара итеү командаһын да, Өфөнөң идара итеү командаһын да тап ошо маҡсатҡа йүнәлтәбеҙ.

ХХІ быуат ҡалаһы нимә ул? Тәү сиратта, әлбиттә, кешеләргә иң мөһиме – уңайлы, яҡшы мөхиттең булыуы. ХХІ быуат кешеләрендә булған талаптарға яуап биргән мөхит. Был яҡшы эшләгән “инженер селтәрҙәре”, йәғни күп иғтибар талап иткән коммуналь хеҙмәттәрҙең йүнәлеше генә түгел. Был заманса архитектура, ландшафт, иҡтисади ҡарарҙар ҙа. Был айырым бер тарих.

Икенсе тарих – был, әлбиттә, заманса технологиялар менән бәйле булған бөтә әйбер. Йәғни, ҡала халҡының тормошон еңеләйткән күп кенә процестарҙы һанлаштырыу. Был бик юғары хәүефһеҙлек кимәле, ул да шул уҡ һанлаштырыу ярҙамында – видеокүҙәтеү камералары һәм, дөйөм алғанда, яһалма интеллект ҡулланыу аналитикаһы аша тормошҡа ашырыла. Был бик мөһим тарих, сөнки кешеләр менән һөйләшкәндә шуныһы асыҡлана: улар өсөн көндөҙ ҙә, төнөн дә балалар менән тыныс йөрөү, яҡшы ваҡыт үткәреү мөмкинлегенең булыуы мөһим.

Өсөнсө тарихҡа килгәндә шуны әйтеп була. ХХІ быуат ҡалаһы – кешеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән заманса предприятиелар менән тулған ҡала. Улар шулай уҡ яңы технологиялар, инновациялар алып бара, йәш һәм һәләтле кешеләргә эшләргә мөмкинлек бирә.

Моғайын, тап ошо компоненттар ХХІ быуат ҡалаһының тамамланған картинаһын бирәлер.

Хәбәрсе: Беҙ урындағы халыҡ менән аралаштыҡ һәм улар ҡаланың үҙгәреүен, яңы инфраструктура объекттарының төҙөлөүен билдәләй. Төбәк юбилей датаһына нисек әҙерләнде? Яңы нимәләр барлыҡҡа килде?

Радий Хәбиров: Беҙ, ысынлап та, юбилейға бер нисә йыл элек әҙерләнә башланыҡ, үҙебеҙгә билдәле бер пландар ҡуйҙыҡ. Уларҙың күпселеген үтәнек. Бер өлөшө үтәлмәй ҡалды. Әммә беҙ уларҙы эшләмәйәсәкбеҙ тип әйтмәйбеҙ, ни бары эшләү ваҡытын бер аҙ һуңғараҡҡа күсерәбеҙ.

Беҙ хәл иткән беренсе мәсьәлә, бәлки, бик үк күҙгә күренмәйҙер. Әммә унһыҙ, минеңсә, юбилейға әҙерләнеү һәм, ғөмүмән, Өфө – ХХІ быуат ҡалаһы тип әйтеү мөмкин булмаҫ ине. Һүҙ “күптәнге ауырыуҙарҙы” дауалау тураһында бара. Һәр ҡалала ниндәйҙер ташландыҡ урындар, ташландыҡ проблемалар бар. Уларға, ғөмүмән, ғәҙәти режимда иғтибарһыҙ ҡала.

Беҙ ихаталарҙы, подъездарҙы ремонтлау кеүек эштәргә бик күп ваҡыт бңлдек. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҡағылышлы төрлө инженер селтәрҙәрен бик күп эшләнек. Ҡайҙалыр юлдар төҙөнөк, ҡайҙалыр сүп-сарҙы алып сыҡтыҡ. Йәғни ошо “генераль йыйыштырыу” ярҙамында “күптәнге ауырыуҙарҙы” дауаланыҡ. Был үҙе айырым бер тарих.

Әлбиттә, әгәр беҙ ҡаланың юбилейына ошо рәүешле генә әҙерләнһәк, кешеләр “Насар әҙерләнгәнһегеҙ”, тиер ине. Әлбиттә, яңылыҡтар ҙа индерергә кәрәк.

Яңылыҡтарға килгәндә, юл инфраструктураһына ҙур иғтибар бүлдек. Белеүегеҙсә, хәҙерге ваҡытта миллион кеше йәшәгән ҡалаларҙың (Өфө тап шундайҙарҙан, өҫтәүенә йыл һайын халыҡ һаны, атап әәйткәндә йылына 10 мең кешегә арта) ҙур бәләһе булып, әлбиттә, транспорт инфраструктураһы тора. Миллион кеше йәшәгән ҡаланың көндәлек тормошо – ул тығындар, төрлө юл проблемалары, шуға күрә беҙ бик ҙур инфраструктура проекттары эшләнек.

Беҙ Көнсығыш сығыу юлы проблемаһын хәл иттек. Ундағы хәрәкәт хәҙер ярайһы уҡ яйға һалынған – дөйөм алғанда, ошо юл менән көн һайын баш ҡаланың 15 мең самаһы кешеһе һәм ҡунаҡтары файҙалана.

Беҙ хәҙер тағы ла бер ҙур инфраструктура юл проектын – “Көньяҡ ҡапҡаһы”н алып барабыҙ. Был шулай уҡ ҡаланың көньяҡ өлөшөнән М-5 трассаһынан инеү урыны. Проектлау стадияһында ике күпер бар. Шулай уҡ Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе тәрән реконструкциялау инә. Был аэропорт яғына, республиканың көньяғына табан барған төп юл.

Шуға күрә тәү сиратта юл мәсьәләләре хәл ителә. Дөйөм алғанда, ошо ваҡыт эсендә беҙ бәләкәй юлдарға ла иғтибар иттек, юл өлөшөндә тәртип урынлаштырыу өсөн аҡса таптыҡ.

Бер нисә ҙур объектты төҙөнөк һәм әле лә төҙөйбөҙ. Беҙ Ҡурсаҡ театрының майҙанын тулыһынса реконструкцияланыҡ һәм өс тапҡырға тиерлек арттырҙыҡ. Был театр хәҙер, минеңсә, бик лайыҡлы күренә. Балаларға бик оҡшай: һәр ваҡыт тамашасылар күп һәм спектаклдәрҙә тулы аншлаг.

Медицинаға ҙур иғтибар бүлдек. Беҙ Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөнөк. Хәҙер Кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшө тамамланыу стадияһында тора. Был бик ҙур объект.

Спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн күп эштәр эшләнек: Көрәш һарайын сафҡа индерҙек. Ул – бик ҙур спорт объекты. Унда 18 келәмде һыйҙырған зал, ҡунаҡхана, ресторандар, бассейндар бар. Бер аҙҙан беҙ Фехтование үҙәген тапшырасаҡбыҙ. Уны ла бик оҙаҡ проектланыҡ, һынап ҡараныҡ, сөнки беҙҙең бурысыбыҙ – Рәсәйҙә иң яҡшы объекттар төҙөү. Минеңсә, беҙ быны эшләй алабыҙ.

Улар – ишкәкле слалом комплексы, ҡатмарлы гидротехник объект. Икенсеһе лә әҙер тиерлек, төҙөкләндереү мәсьәләләре генә ҡалды. Көҙгөһөн унда тәүге ярыштар үткәрәсәкбеҙ.

Был исемлекте оҙаҡ һанарға мөмкин. Шуға күрә былар барыһы ла өфөләрҙең йәшәү кимәле һәм сифаты бер аҙ юғарыраҡ булыуына килтерер тип уйлайым.

Хәбәрсе: Йәшәү сифатының үҙгәреүе тураһында ғүмер оҙонлолоғо кеүек күрһәткестәр һөйләй. Ул төбәк тарихында тәүге тапҡыр 73 йылдан ашып китте, ә үлем осраҡтары, киреһенсә, кәмене. Бындай күрһәткескә нисек килдегеҙ?

Радий Хәбиров: Беләһегеҙме, был, минеңсә, тотош Рәсәй, бөтә идара итеү командаһы һәм республиканың бөтә структураларының системалы эше. Ни өсөн? Сөнки бындай динамика, 1990 йылдарҙан ҡараһаң, ул ҡайһы тирәләлер үҙгәргән, ҡайҙалыр “ҡолауҙар” булған, әммә дөйөм алғанда ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек арта бара.

Был күрһәткес 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 73,17 йыл тәшкил итә. Президент ҡушыуы буйынса яңы ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш. Был бик амбициоз һәм еңел булмаған эш. Был һәр кешенең ғүмере өсөн көрәш.

Шул уҡ ваҡытта был медицина ла, беҙҙең төп ауырыуҙар – ҡан менән тәьмин итеү органдары ауырыуҙары, онкология һәм башҡаларға ҡаршы көрәш. Был ауырыуҙар буйынса беҙҙә эш яйға һалынған, һәм ошо күрһәткестәр буйынса түбәнәйеү бара.

Әммә кешеләр ауырыуҙарҙан ғына үлмәй. Ул исемлектә юл-транспорт ваҡиғаһы ла, алкоголь менән ағыуланыу ҙа, янғындар ҙа, һыуға батыу ҙа, бейеклектән ҡолау ҙа бар. Улар, дөйөм алғанда, күп кешене үҙ эсенә ала. Һәр күрһәткес буйынса беҙҙә түбәнәйеү күҙәтелә. Юлдарҙа үлем осраҡтары менән бәйле эш ауыр бара. Юлдарҙы күберәк эшләһәң, тиҙерәк йөрөйҙәр, авариялар һаны кәмей, зыян күләме түбәнәйә, әммә үлем осраҡтары күбәйә. Бына шундай парадокс.

Шуға ҡарамаҫтан, юл-транспорт ваҡиғаларында, янғындарҙа һәм һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙа һәләк булғандарҙың һанын кәметәбеҙ. Шуға күрә бөтәһе бергә беҙгә, дөйөм алғанда, уртаса күрһәткестәргә сығырға мөмкинлек бирә.

Әммә, һәр уртаса күрһәткестәге кеүек үк, бында ла нескәлектәр бар. Был осраҡта мине шәхсән борсоған бер мәл – ошо һандың структураһы. 73,17 йәш дөйөм күрһәткес булып торһа, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо – 79 йыл самаһы. Ә ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 68 йәштән саҡ ҡына арта. Тимәк, айырма 10 йыл тәшкил итә. Беҙҙең бурыс – ошо мәсьәләгә лә иғтибар итеү.

Оҙаҡ йәшәү генә түгел, ә лайыҡлы йәшәү тураһында ла уйланыу мөһим. Лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы йәшәү. Үҙеңдең һуңғы көндәреңде йәшәп ҡалыу түгел, ә аҙаҡҡа тиклем матур тормош алып барыу мөһим. Башҡортостанда иҫ киткес фраза ҡулланыла. Беҙ “оло йәштәге” һүҙбәйләнешен ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ, ә “элегант йәштәге” тип әйтәбеҙ. Һәм беҙ “оло йәштәге ирекмәндәр” тип әйтмәйбеҙ, ә “көмөш ирекмәндәр” тибеҙ.

Өҫтәүенә беҙҙә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек ”программаһы бар, Уға ирекмәнлек тә, спорт та, физкультура ла, мәҙәниәт тә, башҡалар ҙа инә. Шуныһы мөһим: элегант йәштә кеше яңы күнекмәләргә эйә булыуҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш. Был йәшәүгә ынтылыш, лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы йәшәү теләге булып тора.

Шуға күрә былар барыһы бергә алға барырға мөмкинлек бирә. Алда ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем еткереү бурысы тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алам.

Хәбәрсе: 3,4 процентҡа кәмегән тағы бер күрһәткес – эшһеҙлек йүнәлеше. Был да эшкә һәләтле халыҡ өсөн бик мөһим. Был күрһәткескә нисек өлгәштегеҙ? Яңы производстволар, яңы предприятиелар асылдымы?

Радий Хәбиров: Был ысынлап та шулай. Әммә мин быны Башҡортостандың ниндәйҙер үҙенсәлеге тип әйтмәйем. Дөйөм алғанда, Рәсәй Федерацияһы иҡтисадының макроиҡтисади торошо шундай: беҙ эшһеҙлек кимәленең түбәнәйеүен тоябыҙ. Асыҡтан-асыҡ әйткәндә, Башҡортостанда был күрһәткескә шатланмайбыҙ, сөнки ул беҙгә эшһеҙлек тураһында түгел, ә кадрҙарға етди ҡытлыҡ кисереүебеҙ тураһында һөйләй. Иң элек, әлбиттә, сәнәғәттә, эшкәртеү производстволарында ошо проблема күҙәтелә. Яҡшы эш хаҡы менән бер нисә мең вакансия бар. Уларға кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерҙәр. Хеҙмәт баҙары хәҙер иҡтисадтың үҫеш темптарына тап килмәй. Ул беҙ хеҙмәт ресурстарын бирә алғандан да тиҙерәк үҫә.

Тап шуға күрә беҙ хәҙер Рәсәй Хеҙмәт министрлығы менән берлектә мәшғүллек хеҙмәттәрен тулыһынса яңыртабыҙ. Бюрократтар ултырған бик үк матур булмаған офистарҙан улар, асылда, әүҙем эҙләүсе, тәҡдим итеүсе, уҡытыусы, һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барыусы һәм хеҙмәт баҙарында әүҙем ҡатнашыусыларға әүерелә.

Әлбиттә, юғары уҡыу йорттарына ла, бигерәк тә урта махсус уҡыу йорттарына ла айырым иғтибар бүләбеҙ. Республикабыҙҙа уларҙың һаны – 92. Беҙ колледждарға, тап беҙҙең предприятиеларҙың ихтыяждарын тәьмин итеүҙе иҫәпкә алып, ҡабул итеүҙең контроль һандарын арттырыу бурысын ҡуйҙыҡ.

Хәбәрсе: Кадрҙар, ысынлап та, студент эскәмйәһенән барлыҡҡа килә. Һеҙ студенттарға ярҙам итеүегеҙҙе билдәләнегеҙ. 20 йыл эсендә беренсе тапҡыр студенттар китеүгә ҡарағанда күберәк килә башланы. Йәш таланттарға бөгөн нисек ярҙам итәһегеҙ?

Радий Хәбиров: Эйе, был республика иҡтисады өсөн ҙур юғалтыу булды. Беҙ йыл һайын ситкә китеүсе 10-15 процент студенттарҙы юғалттыҡ. Хәҙер был баланс беҙҙең файҙаға эшләй башланы. Әлеге ваҡытта ике меңгә яҡын кеше беҙгә килә.

Юғары мәктәпкә килгәндә, беҙ ысынлап та бик етди аҙымдар яһаныҡ. Беҙ Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығына бик рәхмәтлебеҙ. Ул йыл һайын һөҙөмтәлелекте һәм белем кимәлен, фән торошон күтәреүгә йүнәлтелгән төрлө башланғыстар менән сыға. Беҙ бөтә проекттарҙа ҡатнашабыҙ, бөтәһендә лә еңәбеҙ. Был ”Приоритет 2030” ҙа, алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре лә, йәштәр лабораториялары ла һәм башҡалар. Дөйөм алғанда, юғары уҡыу йорттарының эш сифаты, матди базаһы яҡшыра. Был бик мөһим.

Беләһегеҙме, студенттар хәҙер хатта ятаҡ бармы-юҡмы икәнен ҡарай. Әгәр булһа, ул ниндәй хәлдә икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Бүлмәлә 10 кеше йәшәмәһен, ә бәләкәй генә уңайлыҡтары булған ғәҙәти ятаҡ булһын.

Шуға күрә беҙ һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә юғары мәктәп өлкәһендәге иң ҙур проекттарҙың береһен – Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын тормошҡа ашырабыҙ. Уны тамамлағас, Өфө вуздары ятаҡтарында 7-8 мең урынға ихтыяж булғанда, 4,5 меңе шунда уҡ ябыласаҡ. Беҙ сит ҡала студенттарына дөйөм ятаҡ бирә алмау вариантын минималь кимәлгә төшөрәбеҙ, шуға күрә беҙ был йәһәттән бик әүҙем эшләйбеҙ.

Былар барыһы бергә трендтар тыуҙыра. Беҙ бында эште ҡулдан аҙ ғына ысҡындырһаҡ, шунда уҡ студент, йә йәш кеше икенсе илгә йүгерәсәк. Был – төбәктәрҙең сәләмәт конкуренцияһы.

Хәбәрсе: Иҡтисадҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн көнбайыш санкциялары арҡаһында Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренә башҡа баҙарҙарға йүнәлеш бирергә тура килде. Республика яңы шарттарға нисек яраҡлашты?

Радий Хәбиров: Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, был бик еңел булған. Юҡ, мин улай тип әйтмәйем. Еңел булманы. Был бик ауыр булды. Бер мәл күп йыллыҡ бәйләнештәр өҙөлгәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Беҙ бәйләнеш тотҡан һәм комплектлаусылар алған көнбайыш дәүләттәрен генә алып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, республикала эшләгән һәм һуңынан бөтә Рәсәй буйлап йөрөгән автобустарыбыҙҙың ҡумтаһы йәки шул уҡ двигатель немец двигателе була торғайны. Һәм бер ваҡыт беҙгә “Беҙ һеҙҙең менән эшләмәйбеҙ”, тип иғлан итәләр. Беҙгә яңы партнерҙар эҙләргә кәрәк ине.

Нимә эшләнек? Беҙ эске баҙарға иғтибарлыраҡ ҡарай башланыҡ. Һәм  беҙҙең алда бөтә донъя түгел, ә донъяның бер өлөшө генә бикләнгән, өҫтәүенә, иң ҙуры ла түгел икәнен аңланыҡ. Ә беҙҙең менән эшләргә әҙер булған донъяның икенсе өлөшө ҡалған. Беҙ Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙе көсәйттек.

Хатта аралашмаған һәм сауҙа итмәгән илдәр менән дә үҙ-ара эш итә башланыҡ. Шул уҡ Иран Ислам республикаһы. Унда беҙ күптән түгел ҙур делегация менән брарҙыҡ. Урында 80 миллион кеше йәшәй – был беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы, эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы өсөн ҙур баҙар. Шуға ла беҙ тиҙ арала яңынан эш итә башланыҡ һәм яңы һатыу нөктәләрен, яңы тәьмин итеү маршруттарын булдырҙыҡ.

Әлбиттә, мин быны эшләгән предприятиеларҙың етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына һәр ваҡыт ҙур рәхмәт әйтәм. Был – ысын хеҙмәт батырлығы. Иң мөһиме – импортты алмаштырыу сиктәрендә ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙебеҙ эшләй алыуыбыҙҙы аңланыҡ.

Элек улар намыҫһыҙ конкуренция менән аңлы рәүештә юҡ ителә ине.

Хәбәрсе: Иҡтисад үҫешенә туризм да йоғонто яһай. Беҙ үҙебеҙ килеп, ҡаланың нисек үҙгәргәнен, матурланғанын күрҙек. Дөйөм алғанда, республикаға йылына ике миллионға яҡын турист килә. Бөгөн килгәндәргә нимә тәҡдим итә алаһығыҙ?

Радий Хәбиров: Башҡортостан, ғөмүмән, бик ҡыҙыҡлы төбәк. Мин һәр ваҡыт ике моментты иғтибарға алам. Беренсеһе – Аллаһы Тәғәләнең Башҡортостанға биргәндәре. Улар – тәбиғәт, ер, беҙҙең рельефтар, тауҙар, урмандар һәм башҡа тәбиғәт объекттары. Ә икенсеһе – ата-бабаларыбыҙҙың эшләгәндәре. Улар – ҡыҙыҡлы объекттар, биналар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар. Шуға күрә быларҙың барыһы ла республикабыҙҙы туристик яҡтан йәлеп итә.

Беҙ төрлө нәмә тәҡдим итә алабыҙ. Әйтәйек: Өфөгә 450 йыл. Ул бәләкәй булмаған ҡала. Беҙҙә XVIII – XIX быуаттарҙан һаҡланып ҡалған биналар бар. Уларҙы ҡарарға мөмкин. Сәнәғәт туризмы, сәнәғәт тарихи мираҫы күҙлегенән ҡыҙыҡлы объекттар бар, сөнк XVIII быуаттың икенсе яртыһында Уралдың бөтә көньяғында һәм Башҡортостандың көньяғында заводтар төҙөлә. Хәҙер уларҙан ҡайҙалыр емереклектәр, ә ҡайҙалыр биналар ҙа ҡалған. Уларҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Был – Воскресенское ауылы, Верхотор ауылы, башҡа тарихи сәнәғәт объекттары. Кешеләр унда барып ҡарау мөмкинлеге менән бик ҡыҙыҡһына.

Икенсе яҡтан – беҙҙәге тәбиғәт. Беҙҙең туристик инфраструктура хәҙер булған ағымға иҫәпләнмәгән. Ике йыл эсендә беҙ бик тиҙ үҙгәрештәр кисерҙек. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы линияһы буйынса булған программалар менән бик әүҙем файҙаланабыҙ. Был тәү сиратта ҡунаҡханалар төҙөүгә, модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын –  төрлө глэмпингтар, ял йорттары һәм башҡаларҙы булдырыуға субсидиялар. Беҙ урынлаштырыу урындарының һанын да, тәҡдим итә алған туристик пакеттарҙы, маршруттарҙы һәм хеҙмәттәрҙе лә бер нисә тапҡырға арттырҙыҡ.

Минеңсә, һәр хәлдең ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Рәсәйҙәргә традицион ял итеү урындарына сығыу уңайһыҙ була башланы. Әммә кеше ял итергә, ғаиләһе менән ҡайҙалыр барырға тейеш, шуға күрә беҙ бында ғәҙәти шарттар булдырабыҙ. Беҙҙә, Европа менән сағыштырғанда, ҡарай торған урындар күберәк. Тормош күрһәтеүенсә, беҙ үҙебеҙҙең донъябыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе, үҙенсәлекле объекттарыбыҙҙы күрмәйбеҙ. Мин үҙем, буш ваҡытым булһа, һәр саҡ руль артына ултырып, яңы нәмәләр ҡарарға тырышам. Мин әле Башҡортостан тураһында ғына һөйләйем, ә Рәсәйгә килгәндә – бер нисә тапҡырға күберәк инде.

Хәбәрсе: Был “Евразия. Дословно” программаһы булды. Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән әңгәмәләштек. Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: