Бөгөн баҡсасылар һәм йәшелсә үҫтереүселәр орлоҡ һәм үҫентеләрҙе йыш ҡына теләһә кем ҡулынан ала. Тауарҙар баҙарында һайлап алыу мөмкинлеге ҙур, шуға күрә ҡайһыһына өҫтөнлөк бирергә белмәйһең.
Һәм бына республикала беренсе баҡса-консультация үҙәге асылды. Әлшәй районының “Россельхозцентр” филиалында урынлашҡан үҙәктә үҫемлектәрҙе тәрбиәләү, зарарлы ҡоротҡостар менән көрәшеү буйынса белгестәрҙең кәңәшен алыу мөмкин. Өҫтәүенә түләүһеҙ.
Үҙәктә йәшелсәләрҙең районлаштырылған сорттары орлоғо, махсус ашламалар, үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан, сирҙәрҙән, сүп үләндәренән һаҡлау саралары һатыла. Шулай уҡ һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар ҙа аласаҡ.