Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Ғинуар 2020, 12:52

Йәшел һуған ҡыяғы тәмле!

Был йәшелсә табынға, аш-һыуға үҙенсәлекле тәм бирә. Теләге булған кеше ҡышын да унан өҙөлмәй. Уны йорт шарттарында ла үҫтерергә була.

Был йәшелсә табынға, аш-һыуға үҙенсәлекле тәм бирә. Теләге булған кеше ҡышын да унан өҙөлмәй. Уны йорт шарттарында ла үҫтерергә була.


Бының өсөн урта ҙурлыҡтағы (диаметры өс сантиметрға тиклем) һуған кәрәк, сөнки эреләре оҙаҡ үҫмәй тора, унан йомшара, серей, вағының ҡыяҡтары аҙ була. Ултыртыр алдынан һуғанды 30 минут самаһы марганцовканың алһыу һыуына һалып, йоғошһоҙландырырға кәрәк. Һабаҡ осон ҡыҙғанмай киҫкән һуған тиҙерәк үҫеп китә.


Һуғанды һыуҙа ла, тупраҡта ла үҫтерергә була. Иң яйлыһы – йомортҡа өсөн пластик контейнер: тамыры ғына һыуға тейеп тора, һуғаны серемәй. Контейнерҙың ҡапҡасын киҫергә, ул аҫлыҡ ролен үтәйәсәк. Йомортҡа соҡорҙарына тишектәр тишергә. Аҫлыҡҡа һыу һалырға һәм контейнерҙы ҡуйып, һуғандарҙы теҙергә кәрәк.
Читайте нас: