Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
25 Август 2020, 13:30

Балан йыйыр мәл етә

Элек-электән халҡыбыҙ баландың дауалау серҙәрен яҡшы белгән.

Элек-электән халҡыбыҙ баландың дауалау серҙәрен яҡшы белгән. Уны йыйып файҙаланған, ҡышҡылыҡҡа тәлгәшләп йыйып, бауға элеп һаҡлаған. Әле баҡсаларҙа һәм урманда күҙҙең яуын алып, балан тәлгәштәре ҡыҙара. Ваҡытында йыйып ҡаларға кәрәк.
ХIХ быуат башында уҡ ғалимдар уның төрлө файҙалы матдәләргә, витаминдарға һәм органик кислоталарға бай булыуын иҫбатлаған. Өлгөргән емештәрендә 32 процент инвертлы шәкәр, 3 процент дуплаусы матдә, 82 процент С витамины, изовалериан, каприл кислоталары, каротин, пектин матдәләре иҫәпләнә.
Баланды йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда файҙаланалар. Һейҙек ҡыуығындағы ҡом-ташты ҡыуыусы булараҡ та киң билдәле. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрөргә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йөрәк сиренән йонсоғандарға ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне билдәле ваҡытта 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.
Балан ағасының ҡайырыһы ла файҙалы матдәләрҙән тора. Унда ыҫмала, эфир майы, органик кислоталар күп. Ул тирә-яҡты, һауаны таҙартып ҡына ҡалмай, һыуҙы эсергә яраҡлы итеп оҙаҡ һаҡлай. Ҡайырының төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә. Ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, бауыр сирҙәренән яфаланыусыларҙың йоҡлаған урынына ҡайыр киҫәген ҡыҫтырғандар. Ул нервылар өйәнәгенән, йоҡоһоҙлоҡтан олоһон да, кесеһен дә берҙәй үк ҡотҡарыусы сара булып һаналған. Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп танау ҡанағанда, бер ҡалаҡ ҡайырыға ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға һәм тағы 10 минут самаһы төнәтергә. Һыуынған шыйыҡсаны мамыҡҡа сылатып танау тишектәренә тығырға һәм 2–3 минут тоторға тәҡдим ителә. Был осраҡта ул ҡан ағымын туҡтатыусы һәм антисептик сара булараҡ билдәле.
Балан һутын һығып һипкел, һытҡыларға һөртһәң, улар бер аҙнанан юғалыр. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер балғалаҡ бал һалырға. Бер аҙҙан һуң йылымыс һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма сирҙәренән яфаланғанда, йүткергәндә: 1 стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп 20–30 минут ҡайнатырға. Һуңынан 1 стакан бал өҫтәп, көнөнә дүрт-биш тапҡыр 2–3 ҡалаҡ эсергә тәҡдим ителә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда: яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 г баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙәһең һәм, 3 стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30–40 минут төнәтәһең. Һөҙөлгән шыйыҡсаны 1/3 стакан эсәләр.
Ҡан баҫымы юғары булғанда: 40 г емеште иҙеп, 200 г күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан бер аш ҡалағы эсәләр. Тик шуны хәтерҙә тотоғоҙ: ҡан баҫымы түбән булған осраҡта ҡәтғи рәүештә балан ашыу тыйыла.
Фото: siberianhealth.com
Читайте нас: