Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Апрель , 21:00

Ҡыуаҡтарҙы эшкәртергә ваҡыт етте

Ябай ғына ысул баҡсасыларҙы күп бәләнән арындырыр.

Ҡыуаҡтарҙы эшкәртергә ваҡыт етте
Ҡыуаҡтарҙы эшкәртергә ваҡыт етте

Беҙҙең баҡсала ҡар күп әле. Ҡыуаҡтар һәм ағас эргәһенә барырлыҡ түгел. Шуға социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районынан Фәриҙә апай Сәлимйәнованың баҡсаһында ҡыуаҡтарҙы эшкәртеп йөрөүен күргәс, күҙ ҡыҙып китте. Тағы бер-ике аҙнанан ер ҡарҙан әрселер ҙә, башкөллө баҡса эштәренә сумырбыҙ. Әлегә, кемдең форсаты бар, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу һәм дарыуҙар менән эшкәртеп ҡалырға кәңәш итәм.

Йылдан-йыл баҡсалағы уңышҡа һөжүм иткән ҡоротҡостар күбәйә. Уларға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар исемлеге оҙоная, тик күпселек осраҡта ауырыуға ҡаршы тора алмай. Был йәһәттән баҡсасыларҙа ла ғәйеп бар: йә ваҡытында эшкәртмәйҙәр, йә мәлен тура килтерә алмайҙар.

Бик ябай тойолһа ла, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү байтаҡ проблемаларҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Тәү сиратта эҫе һыу ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был талпан бөрөлә йәшенеп, яҙ етеү менән бөрө эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа ҙур зыян килтерә.

Онло ысыҡтың башланған мәлендә эҫе һыуҙың ярҙамы шаҡтай. Көн йылыныу менән был ауырыу шаша башлай, һәм саралар күрелмәгән осраҡта, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Был ауырыуға ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә.

Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән эшкәрткәндән һуң, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менә эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50 – 60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләкте 45 – 50 градус самаһындағы һыу менән эшкәртергә кәрәк. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә һыу температураһы 60 – 70 градус самаһы булырға тейеш. 80 градустан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә, тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ. Йәнә һыуҙы лейка аша ғына ҡойорға була. 8 – 10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4-5 квадрат метрҙа ултырған еләккә етәсәк. Иң мөһиме был кәңәште ҡар ирегәнсегә тиклем ҡулланырға кәрәк.

Фәриҙә СӘЛИМЙӘНОВА, Әбйәлил районы:

- Был алымды йыл да ҡулланам. Эҫе һыу ҡойһаң, ҡыуаҡтар иртәрәк уяна, ауырымай. Дарыуҙар һайлағанда иһә үҙебеҙҙә етештерелгән зыянһыҙҙарға өҫтөнлөк бирәм. Дарыу алыр алдынан инструкцияһын ентекле уҡып сығам. Ҡыҙым Нәркәс ялға ҡайтты, форсаттан файҙаланып, икәүләп крыжовник, ҡарағаттарҙың бөтә төрҙәрен, жимолость ҡыуағына дарыу һәм эҫе һыу һиптек. Тағы йылдан-йыл ҡулланған ышаныслы ысулым бар: һуған ҡабығы төнәтмәһе ҡулланам. Дарыу һиптерер алдынан бер-ике көн алда һуған ҡабығы төнәтмәһен һибеп сығам. Уны лейка менән күпме ҡойһаң да, зыян итмәҫ.

Фото: Фәриҙә Сәлимйәнованың сәхифәһенән алынды.

Һүрәттә - уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ҡыҙы Нәркәс.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в