Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Октябрьский ҡалаһынан оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова теплицала ултыртылған үҫентеләрҙән мул уңыш алыу серҙәрен белә. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Ҡасан һәм нисә үҫенте?
– Күп баҡсасылар теплица һәм баҡсаларҙа йәшелсә үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыуымды һорай. Айырыуса теплицаға ҡасан һәм нисә дана помидор һәм ҡыяр ултыртыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыналар.
Помидор ултыртыуға нисек әҙерләнгәнемде күрһәтәйем. Мин помидор өсөн 26, ҡыяр өсөн һигеҙ соҡор әҙерләйем. Һәр соҡорға ярты биҙрә тиреҫ, бер аш ҡалағы ОМУ ашламаһы һәм балыҡ оно һалам. Йәш үҫентеләрҙе төнгө һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн дуғалар ҡуйҙыҡ, ике ҡатлы япма менән уларҙы ҡаплап ҡуйҙым.
Теплицала ҡыяр ултыртыу өсөн 20 соҡор, ҡауын өсөн һигеҙ соҡор эшләнем. Май урталарында, ғәҙәттә, ҡыяр ашай башлайбыҙ, – тине Тәнзилә апай.
Ә һеҙ теплицағыҙға нимә ултырттығыҙ?
Ҡауын менән ҡарбуз сәсер мәл
Тәнзилә Ғарипова йыл һайын баҡсаһында ҡарбуз менән ҡауын үҫтереп, мул уңыш ала. Һәйбәт шарттар булдырғанда, көньяҡ емештәре мул уңыш менән ҡыуандыра.
Ҡарбуз һәм ҡауын ултыртырға әҙерләнәбеҙ. Йылы түтәлдәр эшләйбеҙ. Бының өсөн 60 сантиметр киңлегендәге соҡор ҡаҙып, уны баҡса ҡалдыҡтары менән тултырырға кәрәк. Былтырғы япраҡтарҙы һалһағыҙ ҙа була. Артабан соҡорға тупраҡ өҫтәйбеҙ. Орлоҡто сәскәндән һуң, ҡараңғы япма ябырға, ә сәселгән урындарҙы билдәләп ҡуйырға кәрәк. Ҡараңғы япманың ситтәрен ергә күмеп ҡуйығыҙ, – тип кәңәш итә Тәнзилә Ғарипова.
Уңған хужабикә ҡауындың “Злата скифов”, “Эфиопка” сорттарын, ә ҡарбуздың “Рафинад”, “Большая пекинская радость”, “Самый первый”, “Ранний Кубань” сорттарын алырға кәңәш итә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА