Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
13 Июнь 2022, 11:00

Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ

Һарымһаҡтан ҙур уңыш алыуҙың сере ниҙә? Помидорҙы ни өсөн бер урынға ике төп ултыртыу отошло? Ишембайҙан Фәүзиә Насирова ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ

Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Смаҡай ауылында йәшәгән баҡса оҫтаһын яҡташтары төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ белә. Шул уҡ ваҡытта баҡса оҫтаһы ла ул. Бигерәк тә һарымһаҡты күпләп үҫтерә һәм йыл һайын унан мул уңыш ала. Үҙҙәре лә ҡуллана, ҙур ғына өлөшө һатыуға ла китә.

"Хәҙер өс йыл һарымһаҡтың төрлө сорттарын үҫтерәбеҙ. Уның да үҙ нескәлектәре бар. Йыл да бер урынға сәсмәйбеҙ. Мәҫәлән, былтыр үҫтергән урынға быйыл бәрәңге ултырттыҡ. Ашлама ҡулланыу, түтәлдәрҙе йомшартып, тәрбиәләп тороу яҡшы уңыш алырға ярҙам итә. Быйыл тәүҙә һыуыҡ булғас, бер аҙ япраҡтары һарғайып тора ине, ямғыр яуғас, йәшәреп, һабаҡтары ла ҡалынайып китте. Һарымһаҡҡа ихтыяж ҙур, таныштар ҙа белеп бөткән, өйҙән үк килеп алалар.

Помидорҙар ҙа матур итеп сәскә атып, емешкә йомарланды. Балан сәскә атҡас, помидор ултыртырға мөмкин, һыуыҡтар булмаясаҡ, тиҙәр бит. Әле балан бик матур итеп сәскә атып ултыра. Помидорҙы, ғәҙәттә, бер урынға ике төп ултыртам. Ер ҙә күп китмәй, уңышты ла шулай уҡ бирә. Аҫҡы ботаҡтарын алып торам.

Бәрәңгенең лә төрлө сорттарын үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙгә оҡшағанын ҡалдырабыҙ, артабан тағы яңы сорттар менән байытабыҙ. Ғөмүмән, ирем менән икебеҙ ҙә баҡса үҫтерергә яратабыҙ. Каникулға ейән-ейәнсәрҙәр ҡайта, улар ҙа эшкә өйрәнә. Әле бына ҡыяр ашай башланыҡ. Бер-бер артлы йәшелсә-емеш өлгөрөп килә. Ҡарағат уңышы ла матур булмаҡсы. Уны йыл һайын яҡынса 120-130 килограмм йыйып алабыҙ, үҙебеҙгә лә етә, яртыһынан күбеһе һатыуға китә.

Ямғыр йыш тиһәләр ҙә, боҙ яуып зыян һалмаһа, әле ул тик файҙаға. Һыу һибеп мәшәҡәтләнергә түгел. Ямғыр яуып, ҡояш сығып, бер аҙ елләтһә, сығып утап инәһең. Үҙ ваҡытында тәрбиәләп торһаң, мул уңыш алып һөйөнәһең", - ти Фәүзиә апай.

Үҫтерелгән уңышты, йәшел тәмләткестәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйырға ла өлгөрә уңған хужабикә. Ғәҙәттәге укроп, петрушка ғына түгел, хатта кесерткәнде лә киптереп ҡуя. Ҡышҡы һалҡындарҙа кесерткән ашы - танһыҡ ризыҡ.

Насировтарҙың ихатаһы гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы ла кәйефте күтәрә. Улар ҙа бер-бер артлы күҙҙең яуын алырлыҡ итеп сәскә ата башлаған.

Фото: Фәүзиә Насированың шәхси архивы.

Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Помидорҙы бер урынға ике төп ултыртығыҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: